-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
25 Декабрь 2021, 15:05

Юмористик хикәйә

– Коронавирус!– Пандемия!– Үҙ аллы изоляция! Элек ике ятып бер төшкә инмәгән һүҙҙәрҙе доға урынына ҡабатлайбыҙ хәҙер. Телевизорҙы асһаң да, радионы ҡабыҙһаң да гел ошо хаҡта туҡыйҙар.

Юмористик хикәйә
Юмористик хикәйә

– Магазинға бармағыҙ!
– Концерттарға йөрөмәгеҙ!
– Үлеп ҡайтырға теләмәһәгеҙ, бальнисҡа ике аяғығыҙҙың береһен баҫмағыҙ!
Ысынлап та, тажлы зәхмәт һис кенә лә бирешергә уйламай шул. Ана, аптырағас, мәҙәниәт һарайҙарын, мунсаларҙы ябып ҡуйҙылар. Балалар хәҙер онлайн ғына уҡыһа, бәғзе берәүҙәр өйҙән генә ултырып эшләй. Быныһы үҙ аллы изоляция тип атала инде.
Уйлайым-уйлайым да, беҙҙең ауыл кешеләренә бындай ҡурҡыныс остоҡ та янамай икән тим, сөнки бына хәҙер тиҫтә йыллап үҙ аллы изоляциялабыҙ бит. Барыһының ҡотон алған ҡороғор вирустың исемен генә тәүгә ишетеүебеҙ. Хәҙер беләбеҙ инде.
Беҙҙең ауылды был зәхмәт күптән баҫып алды бит, әй. Һажлап, яу ҡуптарып ҡына йөрөмәйбеҙ. Бальнисҡа йөрөмәгеҙ, тигәндән, бынан һигеҙ йыл элекме, туғыҙ йыл элекме ауылдағы ике ҡатлы бальнисты, әптикте йоҙаҡлап, ишегенә арҡыры таҡта ҡағып киткәс, эй, туҙындыҡ. Имеш, беҙҙе духтырһыҙ, дарыуһыҙ ҡырып бөтөрөргә уйлайҙар. Былай ҙа ауылда кеше юҡ. Һәр бишенсе өй буш тора. Уларында ла ҡарт-ҡоролар ғына йәшәй. Ҡәбер ҡаҙырға булһа ла, йүгереп йөрөп әҙәм заты эҙләйбеҙ. Кешеһе табылһа, көрәге юҡ тигәндәй. Теге ваҡыт ни бальнисты япмағыҙ тип йөҙ һыуын түгеп бармаған ер ҡалманы.
Район түрәһенә барҙыҡ, гәзиткә жалыу яҙҙыҡ. Улары ых та итмәгәс, Өфөнән телевизорҙан кешеләр саҡырҙыҡ. Күпме ныҡышмайыҡ, тәки яптылар бит.
Шул бальниста коронавирус тигән зәхмәт елкәңдән эләктереп алһа, Хоҙайым-Аллаҡайым, ҡотолормон, тимә. Ә былай ғына ауырығандар нимә эшләй тиһегеҙме?! Уныһына аптыраған юҡ. Хәҙер уҡымаһа ла ауырыуыңды, ниндәй бәлә килерен йөҙөңә бер һирпелеп ҡарауҙа белгән духтырҙар, Аллаға шөкөр, буйтым. Шуныһы рәхәт – ул духтырҙарҙы сиратҡа яҙылып, айҙар буйы көтәһе лә, әллә уянам, әллә юҡ тип шөр ебәрә-ебәрә бысаҡ аҫтына ятаһы ла юҡ. Үҙҙәре изге күңелле бит әле.
– Түләргә аҡсағыҙ булмаһа, ҡаҙ, өйрәк булһа ла бирегеҙ, – тиҙәр икән. Теге ваҡыт әллә күпме ҡаҙ-өйрәге йыйылып киткәс, хатта машина менән ауылына алып барҙылар.
Клубыбыҙ һуңғы тапҡыр ауылдашыбыҙ депутат булырға йөрөгәндә асылды, шикелле. Һигеҙҙе этә-төртә бөткән, һуңынан ҡалаға китеп, хәҙер эшҡыуар һымаҡ булып йөрөгән егет ул көндә зәһәр телмәр тотҡайны.
– Депутат булараҡ, яуаплылыҡты яҡшы тоям. Тиҙҙән һеҙҙең тормошоғоҙға ҡаланы­ҡылар үҙҙәре көнләшәсәк. Өйҙө газ йылыта... Крандан һыу ағып тора... Асфальт юлдан ялтыр туфлиҙа тыҡ-тыҡ баҫып ҡына кем йөрөй – һеҙ!
Шунан һуң шәп депутаттың ғәйеп булыуының, ни өсөн һаман да ҡалалағы кеүек йәшәмәүебеҙҙең сәбәбен аңланыҡ инде. Әлеге лә баяғы ҡәһәр һуҡҡыр пандемия бөтә нәмәгә аяҡ салған. Ә клуб директоры, бейергә, йырларға өйрәтеүселәре өйҙә генә ултырып эшләй икән, хеҙмәт хаҡы теүәл үҙ ваҡытында тып итеп картаға төшөп тора, ти. Шәп бит!
“Коронавирус ваҡытында эсергә ҡушалар бит, улай булғас, араҡыны, коньякты ҡайҙан алаһығыҙ?” – тип һорарһығыҙ. Хәҙер шул араҡы тип, кеше мыжғып торған ҡалаға сығып китә алмайбыҙ ҙа инде. Баяғы вирусты эләктереп ҡуйһаҡ. Тәүбә-тәүбә! Ә депутатыбыҙ ҡаланан күп итеп машинаға тейәп ҡайта ла беҙҙең һаулыҡты ҡайғырта.
Эй, шул коронавирус арҡаһында мин дә бик ҡәҙерле башҡа әйләндем әле. Үҙегеҙ беләһегеҙ, мин дә суфый түгел. Бөткән алкаш булмаһам да, башым ауырта башлаһа, ҡатыным йүгерә шул һатыусыға.
– Мә, эсә һал, – тип өтәләнеп йөрөй. – Үлә ҡуйма берүк! Һин үлһәң, ул тиклем кредитты бер үҙем нисек түләрмен.
Ысынлап та, өлкән малай кәләш алғас, туй үткәреү өсөн мул ғына кредит алғайныҡ шул.
Киcә телевизор ҡарап ултырһам, бер түрә: “күптәр пандемия ваҡытында эшен юғалтыуҙан ҡурҡа” тип әйтте. Был йәһәттән дә беҙгә тамсы ла ҡурҡаһы түгел. Булмаған эште нисек юғалтаһың! Күптән инде эшһеҙ ҙә, аҡсаһыҙ ҙа йәшәп өйрәнгән баш.
... Уйҙарға батып ҡайтып килһәм, клубыбыҙ янында бер өйөр кешеләрҙе күреп, хайран ҡалдым. Бәй, был ни ғиллә?! Әллә ҡороғор вирус бөткәнме икән?! Шул хөрмәткә концерт-маҙар ойошторалармы?! Ныҡлабыраҡ ҡараһам, Өфөнән килгән бер нисә шөһрәтле артисты ла күреп ҡалдым. Унан теге ауылдаш депутат та пәйҙә булды. Баҡһаң, тиҙҙән тағы ла һайлау була икән. Ошондай ваҡытта ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып, үҙенең һайлаусылары менән осрашыуға ҡайтҡан.
Беҙ бушты яратабыҙ бит инде. Концерт түләүһеҙ булғас ни, кешеләр тыпылдашып килеп тә еткән. Ҡайтып, өҫтө-башты алмаштырайым да, мин дә киләйем әле. Бер юлы бер-ике стәкән теге дарыуҙы ла йотайым. Ул сағында коронавирус сәпсим ҡурҡыныс түгел...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: