+13 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Декабрь 2021, 17:30

"ЕН-БӘРЕЙҘӘР”

Төн. Ҡараңғы. Ауылды үтеп зыярат эргәһенән үтеп бара ине, Рәсүлдең йөрәге “жыу” итеп китте. Матайының коляскаһынан: “Рәсүл, Рәсүл, туҡтат!”, - тигән һүҙҙәрҙе ишетеп, ҡото осто. 

"ЕН-БӘРЕЙҘӘР”
"ЕН-БӘРЕЙҘӘР”

Зыярат төнлә түгел көндөҙ ҙә күңелгә шом һалып торған урын бит. Төнлә зыярат янынан йөрөргә ярамай, ҡолағыңа ниҙәр генә ишетелмәҫ тип уйлап, газына нығыраҡ баҫа төштө. Елдерә генә, ә теге тауыш һаман ҡабатлана. Ен-бәрейҙәр эшелер был, хатта исемемде лә беләләр тип иҫе китте. Бөтә көсөнә газға баҫып елдерә генә башлаған ине, коляска һелкенә башланы: “шайтандар кереп яттымы икән” тигән шомло уйҙар үтте уның башынан.

Еҙнәһе мотоцикл алғас Рәсүлдең шатлығының сиге булманы, сөнки ул ҡәйнешенә күрше ауылға уйынға барырға биреп торасаҡ. Ҡаланан ауылға каникулға өләсәһенә ҡайтып йөрөйҙәр, еҙнәһе лә ғәиләһе менән килә. Рәсүлдең атаһының машинаһы ла бар ҙа ул, тик атаһы рөхсәт итмәй, бәләкәйһең әле ти. 16 йәше тулды бит инде, өләсәһе йәшәгән ауыл бәләкәй, барыһы ла туған-тумаса, берәй сибәр ҡыҙ менән таныша башлаһа, туған булып килеп сыға. Бына күрше ауылға барһаң: ул ауыл да ҙур, ҡыҙҙар ҙа күп, тик йыраҡ. Тәпәй-турат йөрөгән егеттәргә ҡыҙҙар ҡарап та бармай шул әле. Ә шыжлатып матай менән барып төшһәң... Бына еҙнәләре лә килде, ялтырап торған матай, етмәһә коляскалы. Коляскаһының өҫтөн, кеше ултырғас ел-ямғыр теймәһен өсөн һыу ҙа үтмәҫлек итеп ябып ҡуйырға, дермантиндан “ҡыйыҡ” ҡуйылған. Тик, еҙнәһе рөхсәт итһә лә, апаһы асыулана. Шуның өсөн еҙнәһе асҡыс биргәндә, ҡараңғы төшкәс, матайҙы ҡыҙҙырмай, шым ғына алып китергә ҡушты.

Еҙнәһе Рәмил, бажаһы менән ҡәйнәһенә ҡайтҡас арыу ғына ҡунаҡ булдылар ҙа, ишек алдына сығып тәмәке тарттылар. Оло бажаһы өйҙәгеләр уятып тормайым тип, машинаһына инеп ятты, Рәмил дә аптырап торманы, мотоциклының коляскаһына инеп ятты ла, ҡыйығын ҡапланы.

Рәсүл, ҡараңғы төшкәс клубҡа барҙы ла, йәштәр тарала башлағас, ҡайтып еҙнәһенең матайын алып күрше ауылға китергә уйланы. Матайҙы ишек алдынан тәгәрәтеп бер нисә өй үткәс ҡыҙҙырҙы ла, күрше ауылға елдерҙе. Бына, зыярат эргәһенән үтеп бара... Ул да булмай, теге “шайтан” матайҙың “ҡыйығын” алып, тороп ултырҙы. Ҡара әле, еҙнәһенә оҡшап тора бит әле, тиҙрәк барып етергә кәрәк тип уйлап торғанда, еҙнәһенең тауышын танып, матайын туҡтатты ла, аптырауынан нишләргә белмәй көлә башланы.

Еҙнәһе:

- Коляскала ҡайһылай ныҡ һелкетә, ҡатын шуға асыулана икән,

ҡабырғаларым ауыртып бөттө,- тип көлә. Ҡыҙыҡ итеп кенә коляскаға кереп ятҡан инем, йоҡлап киткәнмен. Әйҙә, мине кире алып барып ҡуй инде, һинең менән йөрөһәм апайың өйгә индермәҫ, - тине. Бына һиңә: ен-бәрей тигәнең Рәсүлдең еҙнәһе булып сыҡты.

https://sdamzavas.net/2-76527.html

Фото:  ru.coolclips.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в