+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
29 Декабрь 2021, 11:33

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠАРА БЕСӘЙ Юмореска

Яңы йыл алдынан местком ултырышында беҙҙең идараға бүленгән яңы квартираны миңә бирергә булғандар. Минең ҡулда өр-яңы асҡыс. Ғилметдин, йәғни мин, өс бүлмәле фатир хужаһы тигән һүҙ был. Бөгөн эшкә килеп ултырыуым булды, мөдиребеҙ саҡыртып алды. -Ошо аҙнала уҡ күсен, – тине ул. – Яңы инженерға фатир кәрәк. Күсенеүеңде дүрт күҙ менән көтә. Ул да булмай, бүлмәгә, ҡояштай балҡып, Хәсәншин килеп инде. Яңы инженер тигәнебеҙ  ул инде. –Ҡасан күсенәһең? - Иртәгә үк, ҡустым, иртәгә үк. Бөгөн әйберҙәрҙе төйнәштереп ҡуябыҙ ҙа. Аллаһ бойорһа, хәйерле сәғәттә!

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠАРА БЕСӘЙ Юмореска
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ҠАРА БЕСӘЙ Юмореска

Был юлы фатир еңел эләкмәне шул. Сер итеп кенә әйтәм, бер мутлыҡ бар бында. Ярты йыл йүгерҙем, әммә етмеш йәшлек ҡәйнәмде, ауылдан һис китергә уйламаһа ла, беҙҙең менән тора, тип яҙҙырып алдым. Артыҡ бүлмә эсте тишәме  ни?

Ҡатынға шылтыратайым тип трубканы  ғына алғайным, Ғәндәриев килеп инде. Енем һөймәй ошо әҙәмде. Юҡ-бар һөйләп, кеше шомландыра ла йөрөй.

- Иртәгә күсенәһегеҙ, тип ишеттем.

- Эйе, – мин әйтәм, – күсенәбеҙ.

- Улай икән, – тине был, һуҙып ҡына.

- Шулай, – тинем, уға оҡшатыбыраҡ.

- Беләһеңме, дуҫ кеше, һине яҡын күргәнгә генә әйтәм, боронғо римляндарҙа бер йола булған: улар бер ваҡытта ла яңы фатирға шишәмбе  көндө күсмәгәндәр. Сөнки шишәмбе бөтә ҡара бәләләрҙең башы булып иҫәпләнгән. Хәйер, унан һуң өс мең йыл үткән. Үҙең ҡара. Былай ғына, яҡын итеп кенә әйтеүем.

Ҡулымдан трубка төшөп китә яҙҙы. Шомландырҙы ла, сығып та китте был. Уйға ҡалдым. Ярай, бер көн һуңлап күскәндән ер емерелмәҫ әле, тигән фекергә килдем.

 

                               ***

 

Иртән эшкә килеүемде Хәсәншин көтөп торған икән. Йөҙө шат.

-Ҡасан күсенәһегеҙ?

- Беҙ, римляндар, бөгөн... Юҡ, юҡ, ҡустым, беҙ бөгөн күсенмәҫкә булдыҡ. Еңгәң әйберҙәрен төйнәп бөтә алманы. Шаршамбы көнгә ҡала инде.

Хәсәншин күҙҙән юғалып өлгөрмәне, “Труд” гәзитен  тотҡан Ғәндәриев пәйҙә булды.

- Кисә ҡайтҡас иҫемә төштө. Һинең өсөн саҡ эҙләп таптым – тип, газетаның һуңғы бағанаһына төртөп күрһәтте лә сығып та китте.

Ҡыҙыҡ, нимә яҙғандар икән? Лондонда банк талағандар... Иң оҙон һаҡаллы кеше... Берәү ике аҙнала велосипед ашап бөтөргән... Кем ҡасан күсенә? Әһә, бына быныһы ҡыҙыҡ. Яңы Гвинея утрауында яңы ҡәбилә тапҡандар икән. Был  ҡәбилә кешеләре бер ваҡытта ла ҡыуыштан ҡыуышҡа аҙнаның өсөнсө көнөндә күсенмәй, имеш. Уйға ҡалдым. Ну, был Ғәндәриевте!.. Тьфү, папуастарҙы!   Бер уйлаһаң, унда ҡамыш ҡыуыш, бында таш фатир. Хәйер, ни айырмаһы бар? Бәләһенән баш-аяҡ. Күсенергә өлгөрөрбөҙ әле.

 

                                           ***

Кесаҙна көн трансагентствоға машина белешергә тип киттем. Машина тиҙ булды. Өйгә ҡайтып инһәм, Ғәндәриев баҫып тора. Тәндәрем сымырҙап китте.

-Эх, Ғилметдин дуҫ! – Ғәндәриев ауыр көрһөнөп ҡуйҙы. – Кисә йоҡларға ятҡас, Ғүмәр дуҫты иҫкә төшөрҙөм әле. Һәйбәт кеше ине, мәрхүмең, ауыр тупрағы еңел булһын.

-Эйе, эйе, һәйбәт кеше ине шул.

-Ғүмәр дуҫ та яңы фатирға тап ошо кесаҙна көндө күсенгәйне бит. Һинеке һымаҡ өс ҙур бүлмә, икенсе ҡат. Яңы фатирында ун ғына көн йәшәп ҡалды...

Минең ҡолағыма матәм маршы ишетелгәндәй булды. Еңгәгеҙҙең ҡулынан хрусталь ваза төшөп китте. Иҫебеҙгә килгәндә, Ғәндәриевтән елдәр иҫкәйне.

Йома көндө иртән үк ишекте бикләп ҡуйҙыҡ та, машина көтәбеҙ. Машина килеп сигнал биреүе булды, телефон шылтыраны.

-Ҡасан күсенәһегеҙ? – тип ҡыҙыҡһынды Хәсәншин.

-Хәҙер, ҡустыҡайым, хәҙер. Ана, машина көтөп тора.

Трубканы һалғайным, тағы телефон шылтыраны.

-Ғилметдин дуҫ, был һинме? – Ғәндәриевтең тауышын ишетеп өнһөҙ ҡалдым. – Бөгөн күсенәһегеҙме?

-Эй.. Эйе... Нимә булды тағын?-Бөгөн йома бит. Сәғәт икегә тиклем күсенергә ярамай, икенән һуң – рәхим ит. Ышанмаһаң, ҡатыныңдан һора.

Әйтерһең, һөйләшеп ҡуйғандар, ҡатын да шуны һөйләй. Төштән һуң, әйберҙәрҙе тейәп, яңы йортобоҙ ҡаршыһына килеп туҡтаһаҡ, ишек алдында Ғәндәриев йөрөп ята.

-Стоп! Стоп! – ти был, ике ҡулын күтәреп. – Ә ҡайҙа бесәйегеҙ?Ниндәй бесәй?Яңы фатирға иң тәүҙә бесәйҙе индерәләр, сөнки бесәй – өйҙөң ҡото.

Шофер, мин, ҡатын, өсөбөҙ өс яҡҡа саптыҡ. Кермәгән йорт, шаҡымаған ишек, менмәгән сарҙаҡ, һорамаған кеше ҡалманы. Төн уртаһында шофер өтәләп бөткән аҡ бесәй тотоп алып килде.

-Ярамай, – тине Ғәндәриев. – Ҡара бесәй кәрәк. Сиам бесәйе булһа, тағы ла һәйбәтерәк.

Арманһыҙ булып, иҫке фатирыбыҙға ҡайтып ауҙыҡ.

 

 

****

Шәмбе көндө булған ваҡиғаларҙы ҡатындың һөйләүе буйынса ғына иҫкә алам. Иртән үк бик сәйер күренгәнмен. Яңы фатирға етәрәк кенә беҙҙең машина алдынан ҡара бесәй йүгереп үткән. “Ҡара бесәй” тип ҡысҡырғанмын да машинанан һикереп төшкәнмен. Газета киоскыһынан бөтә булған “Труд” газетаһын һатып алғанмын. Көс-хәл менән мине өйгә алып ҡайтҡандар. Өйгә ҡайтҡас: “Мин – Юлий Цезарь Гай”, – тип, башыма кәстрүл  кейгәнмен. Шунан: “Папуастар, ярҙам итегеҙ!” – тип, келәмдән ҡыуыш ҡороп аҙапланғанмын. Шул саҡ Хәсәншин килеп ингән дә: “Ҡара бесәй эҙләйһегеҙ икән”, –  тигән. Мин бесәйгә ырғығанмын, бесәй менән Хәсәншин сығып ҡасҡан.

***

Йәкшәмбе көн уянып киткәндә мин үҙемде теге донъянан ҡайтҡан кеше һымаҡ хис итә инем. Эргәмдә ҡатын илап ултыра.

Шул  ваҡыт ишек шаҡынылар. Ишекте асып ебәрһәм, ике ҙур сумаҙан тотҡан, рюкзак аҫҡан Хәсәншин, ике бала күтәргән ҡатыны, ә иң аҙаҡ, ҙур төйөнсөк һөйрәп, ҡәйнәһе килеп инде.

Хәсәншин: “Ҡасан...” – тип ауыҙын асҡайны, мин:

-Беҙ, ҡустым, күсенмәҫкә булдыҡ. Бына һиңә яңы асҡыс – рәхәтен күр. Минең ҡәйнәм ауылда йәшәргә теләй, – тип, яңы фатир менән ҡотланым.

 Беҙгә ике бүлмә лә етә.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: