-17 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
29 Декабрь 2021, 10:20

Шаян ҡарт

– Йә, гонаһ шомлоғо, нимә булған быларға? Ҡаҙҙарыма ҡайһы яуыздың ҡулы күтәрелгән? – тип, илай-илай ерҙә тәгәрәшеп ятҡан ҡаҙҙарының әле береһен, әле икенсеһен ҡулына алып һөйөп-һөйөп ни эшләргә лә белмәгәс, ахыры, үле кәүҙәләрен күтәрмә алдына ташып өйөп ҡуйҙы Хөснә ҡарсыҡ.

Шаян ҡарт
Шаян ҡарт

Әллә үҙемдең күҙем тейҙеме икән, әйләнгән һайын һоҡландым да ултырҙым, һоҡландым да ултырҙым.
– Тимерлеккә генә барып киләм тип сығып китеп, ҡартым да олаҡты, – тип, Хөснә, көтөлмәгән оло ҡайғыһынан башы әйләнеп, аптыраған көнөнөң һуңында, күршеһе Фәрҙиә ҡарсыҡҡа кәңәшләшергә тип йүгерҙе.
– Күршекәй, әйҙә әле, ҡара, – тип, Фәрҙиә ҡарсыҡты итәгенән һөйрәп тиерлек ишек алдына йүгертеп алып килде. Ерҙә тәгәрәшеп ятҡан ҡаҙҙарҙы күреп күршеһенең дә күҙҙәре маңлайына менде…
– Эй Аллам, күрәһеләрең булған икән, әхирәт! Вәт ҡайғы, үҫтереп бөткәс… – тип һөйләнде.
– Кәңәш бир, берәй нормальный кәңәш бир тип алып килдем мин һине, күрше, – тине Хөснә, тегегә йәне көйөп.
– Кәңәш бир тип ни, нимә тип тә кәңәш итә белмәйем бит әле… Анау баҫыу осонда яҙҙан алып түгелеп ятҡан ағыуҙы ғына ашап харап булғандарҙыр тип уйлаған булам…
– Нимә эшләргә?
– Хәҙер нимә эшләйһең инде, әхирәт, әйҙә, хәтәбе мамығын йолҡоп алайыҡ!
Күршеһенең ауыҙынан, ниһайәт, бер эшлекле һүҙ ишеткәс, зиһене асылып киткәндәй булды:
– Шулай булғас ни ҡарап торабыҙ һуң, әйҙә, мунсала йолҡайыҡ! Ҡулдарына икешәр ҡаҙ тотоп шул яҡҡа ыңғайланылар. Баштарына, ҡанаттарына ҡағылмай, йомшаҡ мамығын ғына йолҡоп алдылар ҙа кәүҙәләрен ауыл осондағы сүплеккә илтеп ташланылар.
Хөснә менән Фәрҙиә оло эш атҡарып, биш-алты мендәрлек мамыҡты урынлаштырып, сәйгә самауыр артына ултырып өлгөрмәнеләр, ауыл һатыусыһы Зарифа йүгереп килеп инде.
– Хөснә инәй, эй, эшем күп, һис ваҡытым юҡ, һиңә йомошом бар ине, – тине ул ашығыуҙан тыны ҡыҫылып.
– Нимә булды, һөйлә! Бөгөн башҡа бер нәмә менән дә аптырата алмаҫһың мине, ҡыҙым.
– Нимә, әллә килеп хәбәр еткереүселәр ҙә булдымы?
– Юҡ булманы, үҙ күҙем менән күрҙем…
– Күргәнһеңдер тип уйлағайным да! Лавка күтәрмәһе тәҙрәңә терәлеп тора бит.
– Туҡтап тор әле, ҡыҙым, икебеҙ ике нәмә тураһында һөйләйбеҙ кеүек, – тине Хөснә әбей, һүҙенең айышына төшөнә алмай.
– Һинең күтәрмәң менән минең ҡаҙҙарым араһында, йәндәре ожмахта булһын, ниндәй уртаҡлыҡ бар?..
– Бәй, әллә уже нейме?..
– Эйе, уже ней шул !
– Нисек? Араҡы манылған икмәк кенә ашаттылар бит Хәлил бабайҙар… Ике әхирәт бер ни өндәшмәй, бер-береһенә ҡараштылар ҙа сүплеккә сығып саптылар. Хәлдән тайып килеп етһәләр, йолҡонған ҡаҙҙарҙан елдәр иҫкән!
Хәлил ҡарт тимерлектән ҡайтып килешләй күл ярында өйөлөшөп, ниндәйҙер тамаша ҡарап, һыны ҡатып көлөшкән кешеләр эргәһенә килде. Күлгә күҙ һалғас, башта аңламайыраҡ торҙо… Бер туп мамығы йолҡолған ҡаҙ йөҙөп йөрөй! Баштары менән ҡанаттары ғына йолҡонмаған.
– Был ниндәй инопланетяндар? – Хәлил ҡарт көлөүселәргә ҡушылып хихылданы.
Ҡулына ҡаҙ ҡыуа торған оҙон сыбығын күтәреп Хөснә ҡарсыҡ килеп етте лә, ҡартының арт һанына һыҙырып та ебәрҙе!
– Күрһәтәйем әле мин һиңә инопланетяндарҙы, ҡартлас!.. Суҡынып ҡына киткер, уйлап тапҡан бит, ҡаҙҙарға араҡылы икмәк ашатырға…
– Мин түгел, анау Мөшәрәф бит, ҡыҙыҡ итә, йәнәһе…
– Мөшәрәфкә ҡыҙыҡ булғандыр ҙа ул, тик минең бер генә лә көлгөм килмәй! Хөснә ҡасҡан ҡарты артынан һаман ҡалмай:
– Быныһы, минең бәпкәләр ҡарап йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем өсөн, быныһы – ҡаҙҙарым, быныһы… әбей ҡыҙғандан ҡыҙҙы. Ҡаҙҙарының һәр бөртөк мамығы өсөн үс алаһы килде уның. Эштең бындай йүнәлеш алыуын күреп, Хәлил бабай, уйындан уймаҡ сыҡмаҫ элек тип, йәһәт кенә өй яғына һыҙҙы.
Быйыл Хөснә әбейҙәр ҡаҙҙарын ике тапҡыр йолҡоп, ун ике мендәр яһаны. Ышанмайһығыҙмы?.. Ышанмаһағыҙ, Хәлил бабайҙан һорағыҙ!.. Рәхмәтен дә уға әйтерһегеҙ! Минең бында бер ҡыҫылышым да юҡ. Бары булған ҡыҙыҡты һеҙгә һөйләп кенә ишеттерҙем.

 

Автор:Миләүшә ҒӘЙФУЛЛИНА
Читайте нас в