-20 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
31 Декабрь 2021, 20:00

Бүләк

Быйыл өй түренә шыршының ылыҫ еҫе бөркөп торған ысынын ултыртыуына ҡыуанысының сиге юҡ Гөләйфәнең. – Йәшәгәс, йәшәргә кәрәк, бында бахыр булып йәшәргә ни! Хәмдиә күрһә, эсе көтөрләһен әле, быйыл да хан заманындағы бер метрлы искусственныйын ҡуялыр әле, – тип һөйләнә-һөйлә­нә шыршы биҙәп йөрөгәндә ишектән ире күренде.

Бүләк
Бүләк
– Пучты килгән!
Был һүҙгә ҡатын йәлп итеп ҡалды. Ул ҡулындағы тәтәйен йәһәт кенә диванға һелтәне лә иренән район гәзитен йолҡоп тигәндәй алды.
– Ҡана, ҡарайым әле, нимәләр бар икән?
Гәзиттең айырыуса дүртенсе битен яратып, ҡат-ҡат уҡый ул. Кем үлгән, кем тыуған, кем нимә ҡылған... Бигерәк тә шулары ҡыҙыҡһындыра. Унан өйҙәгеләр­ҙең барыһына ишетелерлек итеп әйтеп ҡуя: “Анауҙы ҡотлаған булғандар, күрше ауылдағы фә­лән үлеп киткән. Нимә булды икән? Моғайын, бер ауыҙына хужа була алмай эс­кәндер, һуҡыр күрәҙә кәрәкме ни!” Тик бына “Милиция хәбәр итә” тигән яҙыу аҫтындағы әҙәмдәрҙең исем-шәрифен тулыһынса яҙмау­ҙарына упсым йәне үртәлә. Көй­мәҫ­лек тә түгел шул! Шул әҙәм аҡтыҡтарының исемен бөтә донъя­ға фаш итәһе урынға “М.”, “Н.” тип йәшереп маташалар. Ләғнәттәрҙең күҙе сығырлыҡ итеп аҡырайтып яҙып ҡуйырға кәрәк тә бит. Юҡ инде, юҡ! Их, үҙе булһамы!
Был юлы ла шулай итте Гөләйфә. Шыршы биҙәү ҡайғыһы китте. Бына ул йәтешләп кенә диванға йәйелеп ултырҙы, уғата ҡыҙыҡһыныу менән гәзиттең артҡы битен асты. Уның “Ай, Аллаҡайым, ай, Аллаҡайым, харап килештергән булғандар” тигән һүҙенә иренең дә ҡыҙыҡһыныуы көсәйҙе. Ул ишек тотҡаһына үрел­гән еренән кире боролоп, һыйыр аҙбарын таҙартҡанда кейгән быймаһын да сисергә онотоп, ҡатыны янына барып сүгәләне, гәзиткә тексәйҙе.
– Нимә булған?
– Хәмдиәне тыуған көнө менән ҡотлаған булғандар!
– Китсәле, ысынмы?
– Бына күрмәйһеңме ни! Анау бишенселә өс йыл ултырып, көскә һигеҙҙе бөткән Әнүре лә ҡотлаған, имеш. Серек мейе! Кемдән яҙ­ҙырып алған булды икән? Кит, хәстрүш! Нимә тигән бит әле.
“Кәрәк түгел алтын-көмөшө лә,
Ситтә торһон барлыҡ байлыҡтар.
Тыуған өйҙөң ишеген асып ингәс,
Әлдә ҡаршы алыр әсәй бар”.
Гөләйфә ҡотлауҙы бер тынала уҡыны ла серт төкөрөп ҡуйҙы.
– Фү, серек мейе! Бынау терә­леп ятҡан Эстәрленән йылына әллә бер, әллә ике ҡайта. Уны­һында ла кире китеренә аҡсаһы булмай. Әсәһенән теләнселәй. Бөгөн килеп шул мәхлүк гәзиткә ҡотлау яҙған, имеш. Ҡотлау түгел, ашарына аҡсаһы булһа ярай әле. Ҡуй инде, йән көйөгө! Бер ҙә теге ваҡыт әсәйемдең шифоньерынан аҡса урлап ҡастым тимәгән.
Гәзит уҡып-уҡып, Гөләйфәнең был тиклем дә тынғылығы юғал­ғаны юҡ ине. Йөрәге сәнсеп-сәнсеп алғандай булды, тыны ҡыҫылғандай тойолдо, ауыҙы кипте. Ул көрөшкә менән һыу уртланы ла эҫе мәлендә тип шунда уҡ гәзиттең артҡы битендәге телефон һандарын йыйҙы.
Белеште, үтенде:
– Туғанҡайым, шулай-шулай бит әле. Түләүе күпме? Фәлән көнгә ни­сегерәк булыр икән? Яҙырға, тиһегеҙме? Ҡуйсәле, йөрәккәйем, үҙегеҙ шунда килештереп һыҙмаҡ­ларһығыҙ инде, беҙ уны-мыны бел­һәк, ошо ауылда мүкләнеп ятмаҫ инек әле. Рәхмәт, йәме, аҡыллым! Үҙегеҙҙе яҡынлашып килгән Яңы йыл байрамы менән!
Унан Өфөгә радиоға шылтыратты:
– Ниндәй йыр, тиһегеҙме? Әллә инде, уларҙың исемен кем тыңлап ултырған. Шул байрамға арнал­ғаны булһа яраған инде…
Гөләйфә менән Хәмдиә – ут күршеләр. Икеһе лә башҡа күрше-тирәһе менән бығышмаһа ла, ошонда килен булып төшкәндән бирле үҙҙәренсә ҡатышып йәшә­гән көн­дәре. Бер көн Гөләйфәнең Хәмдиә­нән сығып килгәнен күрһәң, иртәгә­һенә Хәмдиә мотлаҡ Гөләйфәгә имеш-мимешен ишек­тән үк һөйләй-һөйләй инеп килер.
– Шулай-шулай, тиҙәр. Дөрөҫ­мө икән?
– Әлләсе тағы.
Сәй эскән арала улар бөтә ауылды, уларҙың балаларын урап сығыр.
– Анауҙың ҡыҙы ирҙән ҡайтҡан, тиме?!
– Фәләндәр ҙур һыуытҡыс алған, ти.
– Китсәле! Үҙҙәре кереп ултырырға уйлаймы икән?!
Күршеләрҙең берәүһе берәй нәмә алһа, икенсеһенең йоҡоһо ҡасыр. Шундай уҡ әйберҙең ишшеү ҙә яҡшырағын табыу уйы тынғылыҡ бирмәҫ.
– Уларҙыҡы былай икән! Ә беҙ кәмдән кәм?
Был йылды Хәмдиәләр семәр­ләп-биҙәкләп яңы ҡапҡа эшләп ҡуйғайны, киләһе йылына Гөләйфәләр уларҙан да хәтәрерәк ҡыланды. Бурысҡа батһа баттылар, мәгәр ҡалалағы иң маһир оҫтаға заказ бирҙеләр.
Ҡыҙҙары – кейәү, улдары килен күрһәтергә алып ҡайтҡан мәл­дәрҙә лә күршеләр бер-береһен йәһәт кенә сәйгә саҡырып алырҙар.
– Гөләйфәү, күршекәйем, ҡы­ҙым кейәүгә сыға. Беҙгә кереп сыҡ әле, күстәнәсләп сәй эсербеҙ.
Шуны ғына көткәндәй, Хәмдиә күршеһенә тып итеп килеп тә инә. Итәғәтле йылмайып, йәштәрҙе яратып ала, бәхетле, тигеҙ тормош теләй, ул арала буласаҡ кейәүҙең буй-һынын, төҫ-ҡиәфә­тен энә күҙәүенән үткәрә.
Өйөнә ҡайтҡас, иренә былай тип һөйләр:
– Ҡуй инде, кейәүен әйтер инем. Ҡала һынлы ҡалала йүн­лерәген таба алманымы икән. Күҙе аҡшайып тора. Мин, әбей булһам да, уға сыҡмаҫ инем. Ҡуйсы, йәшәй алмаҫтар. Әллә ниндәй әҙәмгә оҡшап тора лаһа уыл...
…Яңы йыл көнө. Йәнә гәзит тараттылар. Был көндө Хәмдиә район гәзитендә күршеләренең исем-шәрифен күреп, телһеҙ ҡалды. Аҙаҡҡы бит тотошлайы менән улар­ға арналғайны. Ҡыҙы, кейәүе ҡот­лаған, ҡыҙының тәүге иренең әсәһе лә онотмаған. Хатта туғыҙ айлыҡ ейәне лә өләсәһен тәбрикләгән. Етмәһә, шиғыры ла бар бит әле.
– Харап килештергән булған­дар инде, – тип ауыҙ осон бәлшәйтте Хәмдиә.
Ул ғынамы әле! Шаҡ ҡатыр­лығы алда булған. Сәғәт телдәре ун икегә яҡынлашҡанда радионан ҡотлау сәләмдәре бирә башланылар. Шул мәл дикторҙың “Хәҙер радиоалғыс янына Әлтәшле райо­нының Бужан ауылында йәшәгән ғәзиздәрҙән-ғәзиз Гөләйфә менән Әхәт Мусин­дарҙы саҡырабыҙ, – тигән яғымлы тауышы ишетелде. – Уларҙы балалары Яңы йыл менән ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен еткерә…”
Ҡотлауҙан һуң матур йыр яңғырай ғына башлағайны, Хәмдиә радионы шартлатып һүндереп ҡуйҙы.
– Харап килештерә берәүҙәр! Балалары ҡотлай, имеш.
Хәмдиәнең байрам кәйефе китте, үҙенә үҙе урын тапманы, йөрәкһене, ерле-юҡҡа ире менән әрепләшеп киттеләр, бесәйенә лә өлөш сыҡты.
Бер аҙҙан кәйефе күтәрелгән Гөләйфә уларға килә ине.
– Күрше ни хәлдә генә?..
Автор:В. ХАҠОВ
Читайте нас в