– Әгәр асыуланмаһаң, мин кейәүгә сығам.
Әсәһе асыуланманы. Артыҡ шатланғанын да күрһәтмәне. Шуға күрә артыҡ хис-тойғо белдермәй генә:
– Бәй, шулаймы ни, ҡыҙым. Йәшең дә еткән, хәйерлегә булһын. Арыу кеше тура килһә ярар ине. Кем һуң ул егет? – тип һораны.
Гөлшат әсәһенең ыңғай ҡабул итеүенә шатланды һәм егете тураһында һөйләп тә бирҙе.
– Ағаһының баҙарҙа эше бар, төҙөлөш кәрәк-яраҡтары менән сауҙа итә, ҡустыһы Фаил исемле. Шул егет миңә өйләнергә тәҡдим яһаны, – тип һөйләй башланы ҡыҙы. – Йәй еткәс һоратып килербеҙ ти.
– Йәй ни ике айҙан килә лә етә инде, – тип һамаҡланы әсәһе. – Әҙерләнә башлаһаҡ та булыр. Магазины нисек атала?
– Баҙар эсендә әллә ни ҙур түгел “Үҙең төҙө” исемле, – тине ҡыҙы. – Фаил магазинға килгән кешеләргә әйбер һайларға ярҙам итә, тейәп ебәрә.
Әсәһе беҙҙең өйгә ниндәй төҙөлөш материалы кәрәк булыр икән тигән ҡиәфәт менән өйҙәренең стеналарын, түшәмдәрен байҡап сыҡты. Хәҙер кеше иркен йәшәй, өйҙәрен сынъяһау һымаҡ йүнәтеп ҡуялар. Бынау түшәмде матурлап, стеналарҙы шымартып сыҡҡанда ҡалай һәйбәт булыр ине. Өй аша ҡалалағы һымаҡ йәшәйҙәр, ванна, унитаз ултырталар. Ҡуй-ҡуй, бушты, ҡайһылай хыялға бирелеп киттем, тип үҙен туҡтатты Вәзирә. Иләмәгән-һуҡмаған, ҡайным, һиңә бер ыштан, тип үҙенән-үҙе эстән генә көлдө ҡатын. “Үҙең төҙө” бит әле, эх, яйын табып барып сыҡҡанда йәтеш булыр ине.
Гөлшаты уның уйлағандарын һиҙгән һымаҡ:
– Әсәй, беҙгә лә өйҙө рәтләштереп ҡуйырға кәрәктер ул, – тип һөйләнде. – Тик эше оҙаҡҡа һуҙылырмы икән? Аҡсаһы ла байтаҡ кәрәк бит инде.
Ә Вәзирә өндәшмәй генә үҙенең мөмкинлектәрен барлай. Ярай, һыйырҙары икәү генә булһа ла һөттө мул бирәләр. Ҡаймағы, эремсеге көндөкө көнгә ҡалаға осоп ҡына тора. Хатта үҙенә лә ҡалдырмай. Уңған хужабикәнең һөт ризыҡтарын маҡтай-маҡтай сират тороп алып бөтәләр. Хәҙер үҙе лә йөрөмәй, күршеләре өйөнән алып китеп, төш еткәнсе аҡсаһын ҡайтарып та бирәләр.
Был ялды ҡыҙын оҙатҡас, һөт-ҡаймағын тотоп, Вәзирә үҙе ҡала яғына ыңғайланы. Ошонда хәҙер нисәмә йылдар булғас, танып торалар, сәғәт тә үтмәне, ризыҡтарын алып та бөттөләр. Аҡсаһын да иҫәпләп тормай, баҙар эсенә ыңғайланы. Тәүге осраған кешенән “Үҙең төҙө” тигән магазин ҡайҙа ул, тип һораны. Ошонда ғына икән. Вәзирә битлеген күҙҙәренә тиклем күтәреп кейҙе лә, уҡына-уҡына магазин эсенә инеп китте. Эш көнө булһа ла һатып алыусылар байтаҡ икән. Ҡатын кешеләрҙе түгел, һатыусыларҙы ентекләп ҡараны тәүҙә. Үҙе таныштар килеп сыҡмаһын тип алан-йолан ҡарана. Хәйер, шикләнмәһә лә ярай. Аҡсаһы бар, маҡсаты билдәле. Өйөн ремонтлатып, тәҙрәләрән анау пластик тигәнгә алыштырып, әгәр ҡулынан килһә, ҡалалағы һымаҡ уңайлыҡтар булдырыу инде. Бәлки, юл ыңғай кейәү булаһы егетте лә күреп ҡайтыр. Байтаҡ ҡаранды Вәзирә. Ҡабаланманы, кискә тиклем ваҡыты бар, Аллаһҡа шөкөр, автобус йөрөп тора, автобус булмаһа, такси.
Әллә оҙағыраҡ булашты инде, шунда йөрөгән егет-елән ике тапҡыр эргәһенә килде. Әллә ярҙам кәрәкме, тиҙәр. Вәзирә иң тәүҙә егеттәрҙең түшендәге исемдәре яҙылған ҡағыҙҙы ҡарай. Юҡ, араларында Фаил исемлеһе күренмәй. Әллә бөгөн ялда-маҙармы икән? Шулай ҙа тәүәккәлләне:
– Фаил ярҙам итергә булғайны, – тип һөйләнде.
Егетте эҙләнеләр-эҙләнеләр ҙә, “Фаил үҙәк келәттә, хәҙер тауар тип килергә тейеш”, тип әйттеләр.
Вәзирә байтаҡ ҡына баҙар буйлап йөрөп килде. Төҙөлөш материалдарын ҡараны. Хаҡтарҙы сағыштырҙы. Кешеләр менән һөйләште. Эше былай ҡатмарлы ғына икән, баяғы, бер тотонғас, арыу ғына итеп йүнәтергә уйлай. Тик түбәһен дә тимер ҡалайға алыштырып, сығымдарҙы күбәйтеп ебәрҙеләр.
Вәзирә төш етәрәк “Үҙең төҙө”гә яңынан килде. Ундағы һатыусы егеттәр ҡатынды танып торалар икән.
– Фаил, һиңә килделәр, – тип өндәшеүгә, уртаса буйлы, мыҡты кәүҙәле бер яғымлы ғына егет битлеген кейә-кейә килеп сыҡты.
– Ни йомош, апай?
– Һине бик ярҙамсыл тип әйткәйнеләр, – тине Вәзирә егеткә ентекләп ҡарап. – Ауыл өйө беҙҙең, ныҡлы ҡарағай бүрәнәләрҙән, эсе сутланған, эсен ремонтлап, түшәмен яңыртып бер мөйөшкә бәләкәй ванна, унитаз ултыртып, тәҙрәләрен алыштырып, түбәһенә йәшел профнастил яптырырға ине.
– Оһо, ҙурҙан тотонғанһығыҙ, апай. Нимә кәрәген үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ икән. Беҙ һеҙгә ярҙам итәбеҙ. Төҙөлөш материалдарын беҙҙең аша алыу һәм эштәрҙе башҡарыу һеҙҙең сығымдарҙы кәметәсәк. Беҙгә килеп дөрөҫ эшләгәнһегеҙ. Адресығыҙҙы бирегеҙ, телефонығыҙҙы әйтегеҙ, беҙҙең мастер ошо аҙнала барып ҡарап ҡайтыр. Эштең күләмен билдәләр, смета әҙерләр, хаҡын әйтер. Беҙгә договор төҙөргә һәм эшкә тотонорға ғына ҡала.
– Фаил улым, үҙең килеп ҡарай алмаҫһыңмы икән, – тип өндәште Вәзирә. – Ышаныслыраҡ булыр ине.
– Борсолмағыҙ, апай. Бында минең һымаҡ ышаныслы кешеләр бар. Һеҙҙән килешеүгә ярашлы, төҙөлөш материалдарын һатып алыу һәм эш урынын әҙерләү генә талап ителә. Әгәр бик кәрәкһә, үҙем килеп ҡарармын. Ә егеттәрҙең һәйбәт эшләүенә шик юҡ. Сөнки насар эшләһәләр, беҙҙең абруйҙы төшөрһәләр, беҙ улар менән хушлашабыҙ.
Бер күреүҙән нимә тип әйтәһең инде? Былай ышаныслы һәм эшлекле егеткә оҡшаған. Тик бына үҙе килеп күрһә, бәлки, яҡшыраҡ булыр ине.
Икенсе көнөнә мастер килеп тә етте. Ентекләп ҡараны, яҙып алды, әллә күпме иҫәпләне һәм хаҡын иғлан итте. Дөрөҫ әйткәндәр икән, бындай эш байтаҡ аҡса һура инде. Шулай ҙа, Вәзирә үҙенең мөмкинлектәрен белә, махы бирмәҫкә булды. Ремонтлағас, еренә еткереп эшләргә кәрәк. Яңғыҙ ҡатын тип тормаһындар әле. Аҡсаһы етерлек, тип әйтергә була, кәрәкһә, бурысҡа бирерлек ышаныслы кешеләре лә бар. Мастер менән хушлашыр алдынан:
– Ә төҙөргә, эште еренә еткерергә Фаил үҙе киләме? – тип һораны.
Был һорау мастерҙы уйланырға мәжбүр итте.
– Ә һеҙгә Фаил кәрәк инеме? Белмәйем, ул бушармы икән? Ул ни хужаның ҡустыһы булғас, барлыҡ эште үҙ өҫтөнә алған, бушамаҫ ул. Өйләнергә йөрөй икән, тип тә һөйләнеләр.
– Бәй, ул егетегеҙ өйләнмәгәнме ни? – тип хәбәрҙе ҡуйыртып ебәрҙе Вәзирә. – Үҙе ябай ғына егет, мин уны өйләнгәндер, ғаилә ҡорғандыр тип уйлаһам.
– Хәҙер бит өйләнеү бик мәшәҡәтле эшкә әйләнеп бара, – тип һөйләнде мастер. – Лотерея билеты һымаҡ. Йә отаһың, йә отолаһың.
– Әйҙә сәй эсеп ҡайт, – тип өҫтәлгә саҡырҙы мастерҙы Вәзирә. – Шулай шул, йәштәр еңел тормош ярата.
– Кешенең үҙенән тора, – тине мастер. – Ана беҙҙең Фаил эсмәй ҙә, тартмай ҙа, эргәһенә үҙе һымаҡтарҙы йыя. Вахтаға йөрөү ҙә кәрәкмәй. Әгәр эсеп юғалмаһаң, ялҡау булмаһаң, эш хаҡын да һәйбәт түләйҙәр.
Май урталарында бер йөк машинаһына тейәлеп, береһенән-береһе йәшерәк дүрт егет килеп төштө. Сметаны тотоп, эштәрҙе барланылар, төҙөлөш материалдарын индереп тултырҙылар. Һәм ең һыҙғанып эшкә тотондолар. Ямғырҙар яуғансы тип, ҡыйыҡты алыштырырға тотондолар. Йәп-йәшел түбә сәскә атырға әҙерләнгән гөл баҡсаны хәтерләтә башланы. Сантехника ултыртыу ҙа еңел эш түгел икән. Иҙән таҡталарын алып, урынын әҙерләп бөтөүгә, тәҙрәләрҙе урынлаштырып, ванна килтереп ҡуйҙылар. Иртән иртүк тотоналар, кис ҡараңғы төшкәнсе геүелдәшәләр егеттәр. Эштәре тамамлауға ыңғайлағас, бер көн кис менән ҡыҙы шылтыратты:
– Әсәй, иртәгә кис беҙ Фаил менән ҡайтабыҙ. Ул һинең менән танышырға теләй, – тине ҡыҙы.
Вәзирә аптырап ҡалды. Эштәре аҙ ғына ҡалды бит әле. Ике-өс көндән тамамларға тейештәр. Нимә әйтһен, ҡайтмай тороғоҙ тип әйтеп булмай бит инде. Теге ваҡыт килеүен шымсылап йөрөгән тип әйтмәҫтәрҙер.
– Ярай, – тине, – һеҙҙе көтәбеҙ. – Әллә нимә уйламаҫтар әле.
Бына көтөү ҡайтыр-ҡайтмаҫ ишек алдына ап-аҡ бер еңел машина килеп туҡтаны. Вәзирә тулҡынлана-тулҡынлана йәштәрҙе ҡаршы алырға ыңғайланы. Күрештеләр. Егет был юлы битлекһеҙ булғас, күренеп тора, мөләйем генә икән. Гөлшаты ремонт эштәрен күреп, нимә әйтергә лә белмәне. Әсәй, аҡсаң етерме икән, тип кенә һорай алды.
Фаил нимәлер һиҙенгән һымаҡ:
– Апай, беҙ һинең менән танышмы ул? – тип өндәште.
Йәшереп буламы инде, ошондай ҙа ҙур эште. Ремонтлаусы егеттәр килеп сыҡтылар ҙа, Фаилды күргәс, ғәжәпкә ҡалдылар. Фаил һораулы ҡарашын әле Гөлшатҡа, әле уның әсәһенә төбәне.
– Миңә һеҙҙең төҙөлөш тауарҙары магазинында иң ышаныслы егеттәр эшләй, тигәйнеләр, – тип аҡланды Вәзирә. – Күреп торам, хаталанмағанмын икән.
Ҡара әле, кейәү булаһы егет, тиҙ өҫтөн алыштырҙы ла, егеттәре менән эшкә тотондо ла ҡуйҙы. Ҡунаҡлашыу мәшәҡәте онотолдо. Кейәү балаҡайҙың үҙен күрһәткеһе лә киләлер. Ҡараңғы төшкәнсе эштәрен тамамлай яҙып ҡуйҙылар. Күршеләре шул арала төҙөлөшсөләрҙең нисек эшләгәнен ҡарап сыҡты, бик оҡшатҡандар, хаҡы ла арзан ғына.
Кейәү йүнсел икән. Аҙаҡтан Вәзирә былай тине:
– Тура килеүен әйт, ремонтларға кеше эҙләп йөрөгәйнем, кейәүҙең ағаһының магазины булған да ҡуйған. Ҡалай йәтеш ремонтланылар.
Ә Вәзирәнең алдан ҡыҙыҡһынып йөрөүе хаҡында иҫкә төшөрөп тороусы булманы. Кейәүе эшләгән, тинеләр ҙә ҡуйҙылар.