-14 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Ғинуар 2022, 17:00

Яңылыш

Вәсиләгә иртәгә ашҡаҙанын тикшерер өсөн ФГС үтергә, кистән үк ашамаҫҡа ҡуштылар. Үс иткәндәй туғандары береһе артынан береһе килде. 

Яңылыш
Яңылыш

Береһе аш, икенсеһе билмән, былау бешереп китергәндәр ҙә, һыуынмаҫ борон ашарға өгөтләйҙәр. Аштарҙың тәмле эҫенән Вәсиләнең ауыҙ һыуҙары ҡойолдо. Ашағыһы килә лә бит, ярамай! Түҙергә кәрәк! Һыуынғас тәме бөтә, бында йылытып булмай. Шуның өсөн ул китергән аҙыҡтарҙы палаталағы ауырыуҙарға таратып бирҙе. Бигерәк тә эргәһендәге Ғәлимә апай маҡтай-маҡтай яратып ашаны. Ул Вәсиләне ирештергән кеүек: 

- Бынау мантыйҙары бигерәк тәмле булды! Килендәшең ҡайһылай тәмле бешергән! – тип, ауыҙ һыуҙарын ҡоротто. Ғәлимә апай янына ла туғандары күп килде, ҡоҙағыйы ҡыҫтыбыйына тиклем бешереп килтергән:

- Ҡоҙағый, свежий кишер ҡушып яһаған ҡыҫтыбыйымды ҡатыҡлап ҡына ашап ебәр! - тип ҡыҫтаны. Ғәлимә апай уны ла йомдороп ҡуйҙы. Тик Вәсилә генә китергән тәмләткестәр менән палаталағы ҡатындар тәмле итеп сәй эскәндә лә ҡатышманы:

- Эх! Ҡасан иртәгә етер икән? Мин дә тәмле итеп ашар инем! - тип хыялланды. Кеше ашағанда ашамай ултырыуҙың был тиклем ҡыйын икәнлеген белмәй ине. «Хоҙай һаулыҡтан айырмаһын» – тип теләне.

Бына йоҡларға ла ваҡыт килеп етте. Шәфҡәт туташы палатаға инде лә:

- Вәсилә апай! Иртәгә ФГС-ҡа һеҙгә түгел, Ғәлимә апайға. Мин яңылыш ҡарағанмын, ғәфү итегеҙ! - тине лә, Ғәлимә апайға бер нәмә лә ашамаҫҡа ҡушып, сығып китте. Ул сығып киткәс, палаталағы ауырыуҙар күмәкләшеп көлөп ебәрҙеләр. Сөнки улар ашағанда Вәсиләнең саҡ-саҡ түҙеп ултырғанын күргәндәр ине. Китергән тәмле аҙыҡтар ҙа ашалып бөттө, ә иң күп итеп, яратып ашағаны Ғәлимә апай булғайны.

https://sdamzavas.net/2-76528.html

Һүрәт: Яндекс.Дзен

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в