-15 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
14 Ғинуар , 18:10

Сатирик хикәйә

«Яңы йылды нисек ҡар­шылаһаң, йыл буйына шулай йәшәйһең» тигән хөрәфәткә Дәүриә менән Дәүйән дә ышана. Яңы йылды дан итеп ҡар­шыларға ғәҙәтләнгәндәр: аш-һыуҙан өҫтәл һығылып торорға тейеш, өр-яңы кейем тегергә тырышалар.

Сатирик хикәйә
Сатирик хикәйә

– Йәшел бәрхәт камзулымды Мәғәфиә тегеп бөтөрҙө. Һәләк килешә. Кибеткә барайым, тәм-том алайым. – Дәүриә, үҙ алдына һөйләнә-һөйләнә, йәһәт кенә кейенеп, ишеккә йүнәлде.
Кеше күп – лабырлашалар, көлөшәләр.
– Эй-й, тиҙ үтә лә ғүмеркәйҙәр… – тип уфтанғандай һөйләнә яшыҡ ҡына ҡатынҡай.
– Үтһә, ҡалайтаһың, үтә лә китә инде… – ти икенсеһе сибек бисәне йыуатырға теләптер.
– Былтырғы Ҡыш бабай килер микән? Хи-хи-хи… – Өсөнсөһө күңелһеҙ хәбәрҙе көлкөгә әйлән­дерергә ниәтләнә, шикелле.
Сираты еткәс, Дәүриә лә тәмле-татлы ризыҡтар алды. Шунан төрлө әйберҙәр бүлегенә керҙе. Керҙе лә «аһ!» итте – йәшел ерлеккә аллы-гөллө сәскәләр төшөрөлгән суҡлы шәлъяулыҡты шәйләне.
– Мәғәфиә һеңлем, мынау ебәк шәлъяулыҡ камзулыма төҫтәш. Әле аҡсамды бөтөрҙөм. Зинһар, ситкәрәк һалып тор, кеше күрмәһен. Кибет беҙҙең өйгә йыраҡ бит – сәй эсеп, хәлләнәйем дә йәһәт килеп етермен, – тип үтенде.
– Затлы әйбер берәү генә шул. Ярай, мына ошонда ятыр, хафаланма, – тине һатыусы.
Дәүриә, йәмәғәтенә ифрат матур шәлъяулыҡ ҡалдырыуын кинәнеп тәфсирләне лә өҫтәл әҙерләне.
Дәүйән, күҙҙәрен йылтыратып, ирмәк кенә көлөмһөрәп, тыңланы…
Йылҡы итенән бешкән ашты буйтым ашағас, баллап-майлап сәй эскәс, Дәүриә диванға ауҙы. Йылҡы ите тиҙ йоҡлата. Ул да әүен баҙарына киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Бер аҙҙан ҡапыл уянды. Хәләл ефете күренмәй – ихатала йөрөйҙөр.
– Дәүйә-ә-ән! Һин ҡайҙа? Мин кибеткә киттем!
Уныһы яуап бирмәне. Аптырағас, ишеген бикләне. Дәүйәндең асҡысы бар, асыр ҙа керер.
Элек, бала сағында, ишеккә һепертке генә һөйәйҙәр ине. Һеперткене күргәс, хужаларҙың өйҙә юҡлығын һәр кем аңлай ҙа ишеккә яҡын да килмәй. Хәҙер замана башҡа… Оҙонморон ауылы оло юлдан алыҫ, ҡалаларҙан йыраҡ: шуғамылыр яман ваҡиғаға тарыған­дары юҡ. Улай тиһәң дә…
…Ошо йылды ҡаршылағанда булған ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та хәл әле лә халыҡ хәтерендә. Район хакимиәтенән кемдер ауыл биләмәһе етәксеһенә хәбәр иткән. «Оҙонморон ауылы халҡын Яңы йыл менән ҡотларға Ҡыш бабай киләсәк. Өй беренсә йөрөп, барыһын да байрам менән ҡотлаясаҡ. Ҡыш бабайҙы яҡшы ҡаршылағыҙ, ҡыуандырып оҙатығыҙ!» – тигән.
Ҡыш бабай ауыл биләмәһе хаки­миәте бинаһы алдына еңел машина менән килеп туҡтаны. Машинаға һөйрәтке тағылғайны. «Тимерҙән эшләнгән йәшник эсендә күстәнәс күптер», тип ымһынды бала-саға.
Оҙон таяҡ тотҡан, иҫке генә тун кейгән, башына алама ғына башлыҡ ҡаплаған Ҡыш бабай ҡойто ғына һаҡалып һыйпап, буялмаһа ла ҡып-ҡыҙыл танауын ыуып ҡуйҙы. Ул өй беренсә йөрөй башланы. Тәүҙә тауышы йәшелле-күкле, сығыр-сыҡмаҫ ине – һүҙҙәрҙе бутаны, китапҡа яҙмаҫлыҡтарын да ысҡындырҙы. Өйҙәгеләрҙең бөтәһенә лә берәр генә осһоҙло кәнфит бирә лә:
– Ә миңә өйрәк булһа ла ярай, ҡаҙ булһа, бигерәк яҡшы, – тип ҡотлау телмәрен тамамлап ҡуя.
«Аңлағанға – ишара», тиҙәр. Йорт хужалары һис йәлләмәй, күстәнәскә ҡаҙ менән өйрәк һона. Йылҡы итенә ҡаҙылыҡ ҡушып биреүселәр ҙә булды. Яңы йыл бит, әйҙә кинәнһен Ҡыш бабай.
Машинаһының багажнигы менән һөйрәткес, йәғни тағылған арбаһы лыҡа тулғас, артҡы ултырғысына өйәләр.
Ауылдың ситке өйөнә еткәндә Ҡыш бабайҙың тауышы асылғайны:
– Юл ыңғайы Ҡыҫҡаморон ауылына һуғылырмын, тигәйнем, урын ҡалманы, иртәгә килермен, – ти ул ҡәнәғәтлек менән.
Дәүриә ҡарсыҡ, шуларҙы иҫкә төшөрөп, кибеткә килеп еткәнен дә һиҙмәне. Йәһәтләп керҙе лә Мәғәфиәгә аҡса һондо.
– Шәлъяулыҡты һаттым шул, ғәйепләмә инде. Һиңә тип ҡал­дырғанымды онотҡанмын. – Һатыусы күҙҙәрен бәзрәйтеп, серле йыл­майҙы.
Дәүриә телһеҙ ҡалды, аптырап ҡатынҡайға ҡарап торҙо-торҙо ла һаубуллашмайынса, ишекте зыңҡыл­дата ябып сығып китте: «Әй, Мәғәфиә – мәғәнәһеҙ бәндә икәнһең. Йыл­маяҡ… Ниндәй үсең булғандыр, оятһыҙ! Яңы йыл алдынан бит әле...»
Кәйефһеҙ мәлдә мәғәнәһеҙ нәмә­ләр иҫкә төшөүсән. Магазиндағы ҡатындың: «Былтырғы Ҡыш бабай килер микән?» – тип хихылдағаны Дәүриәнең йөрәген өйкәне. «Әҙәм­дәр эшләмәй генә байырға ниндәй генә әмәл тапмай. Былтырғы хөрәсән бабай килһә, был юлы ҡаҙ менән өйрәк тоттормам! Мейеһенә мәңгегә һеңерлек итеп әрләрмен: тырҡыш, эшләп ашарға тырыш!» – тейермен.
Аҙаҡ асыҡланды: ауыл биләмәһе башлығына район хакимиәтенән берәү ҙә хәбәр итмәгән. Тимәк, шылмаяҡ Ҡыш бабай үҙе шыл­тыратҡан.
Дәүриә Дәүйәндең өйҙә булыуына шатланды, – исмаһам, йәмәғәтенә хәстәрен һөйләр.
Ҡарсығының хәбәрен бүлдермәй генә тыңланы ҡарт.
– Ярай, тыныслан, Дәүриә. Барыһы ла яҡшы буласаҡ. Былтырғы Ҡыш бабай йораты килмәйәсәк. Әйҙә, өҫтәлде әҙерләйек, – Дәүйән, һүҙгә оҫта кеше, хәләленең хәлен аңлап, йыбанмай ғына йыуатты. Шунан матур пакеттан шәлъяулыҡ сығарҙы ла Дәүриәһенең иңенә һалды. Был Мәғәфиәлә ҡалдырған шәлъяулыҡ ине.
Дәүриә «аһ!» итте – шәлъяулыҡты ипләп кенә һыйпаны: «Шөкөр, үҙемә яҙған. Мәғәфиә тиктәҫкә серле йылмаймаған икән».
Ситтән күҙәткән Дәүйән ҡарт ҡарсығын хәс тә йәш саҡтағы һымаҡ ихласлап, яратып үбеп алды.
Сикһеҙ шатлыҡтан йөҙө нурланған Дәүриә:
– Һиңә лә, йәндәй йәмәғәтем Дәүйән, һылыу Мәғәфиәгә лә бөткөһөҙ рәхмәт! Былай булғас, Яңы йыл һәйбәт килер, – тип юраны ла кеткелдәп кенә көлөп ебәрҙе.

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в