+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
25 Ғинуар 2022, 15:00

Гаджет

Юмореска – Шылт, шылт... Эй, яратам да инде ошо тауышты! Һеҙгә лә ул таныштыр. Те­лефоныма эш хаҡы килгәнен белдереп банктан килгән смс тауышы ул. Тик "шылт" итеп аҡса төшөр өсөн “шып" итеп барып ултырыр­лыҡ эш урыны кәрәк шул!

Гаджет
Гаджет
Бер көн етәксебеҙ беҙҙе йыйып алды ла:
– Эшләгегеҙ килһә, минеке кеүек крутой телефон алығыҙ! – тип бойорҙо. – Эш сәфәрендә күп йөрөйөм, етәксе юҡ, тип тик ул­тырмағыҙ. Нимә менән шөғөл­лә­неүегеҙҙе телефонға төшөрөп даими ебәреп тороғоҙ.
Һай, башлы ла икән беҙҙең тү­рә! Шулай булмаһа, юғары урында ултыртмайҙар инде уны.
Иртәгәһенә барыбыҙҙа ла шәп телефон пәйҙә булды. Ә ни­ңә, алдыҡ шул! Хәҙер нимә эшлә­һәк тә телефон камераһына тө­шө­рә барабыҙ. Һәләк матур килеп сыға. Хатта ҡайһы берҙәребеҙ, фотолар сағыуыраҡ булһын өсөн, модный күлдәктәр ҙә һатып алды.
Эш өҫтәле янында ла, күмәк­ләп йыйылып та, ҡағыҙҙар ара­һына башыбыҙ менән сумып та фотоға төшәбеҙ, ҡыҫҡаһы, һәр сөскөргәнде лә телефонға теркәй барабыҙ. Уларҙы биҙәкле рам­дар­ға ҡуйып, кабинет стеналарын тултырҙыҡ, вәт! Әйҙә күрһендәр әле нисек эшләгәнде.
Ысынлап та, уңыш оҙаҡ көт­төр­мәне. Беҙҙең “эш" өҫтөндә төш­кән фотоларҙы баһалап, "иң яҡшы коллектив” тигән исем бир­ҙеләр һәм арыу суммала премия ла эләкте. Йәшәһен телефон һәм уның камераһы, хи-хи-хи...
Бер көн эштән ҡайтыуыма улым:
– Әсәй, тағы бер телефон кәрәк! – тимәһенме.
– Бәй, бәй, яңы ғына өр-яңы мо­делдәге смартфон алып бир­ҙем бит, – тим, ғәжәпләнеп.
– Быныһы ябайыраҡ булһа ла ярай, – ти улым, күҙ йәштәрен ялтыратып.
– Аһ, аһ, ту һиңә крутой, ту һиңә ябай... нисек аңларға?
Шул ваҡыт улым серен асып һалды:
– Беләһеңме, әсәй, уҡытыусы яҙма эш алдынан барыбыҙҙың да телефондарын йыйып ала. Шул ваҡыт беҙ ябайыраҡ телефонды уға тапшырабыҙ ҙа, икен­сеһен йәшереп кенә үҙебеҙҙә ҡал­дырабыҙ. Ну... крутойырағын, интернеттан күсерергә, “икеле” алғы килмәй бит.
Вәт, шилмалар! Нимә уйлап сығарғандар! Әйтәм, гел "дүртле" менән "бишле" алып ҡайта. Вәт, килде бит замана йәштәргә. Кү­рәләтә алдашырға өйрәтеү ҙәһә был баланы. Йә, ярай, кеше ни ҡылһа, шуны ҡыланһын, әйҙә! Аттестатына йүнле билдәләр кәрәк, имтихандарҙа ла шул телефон ярҙамға килә, уҡыу йортона инһә лә шунһыҙ уҡый ал­маҫ, шунан эшкә керһә – әпәт шул телефон...
Ата-әсәләр йыйылышында уҡытыусылары:
– Аралашыр өсөн ябай ғына телефондар алығыҙ. Белем сифатын бер нисек тә дөрөҫ асыҡ­лап булмай, интернет аша яуаптарын ғына алалар, – тигәйне. Уҡыусыларҙың теле­фон­ға иҫ киткес һалышыуына зарланып:
– Хәҙер балалар өйгә эштәрен дә интернеттан алып, күсереп яҙып та тормай телефонға ҡарап яуап бирәләр, – тип аптыратҡайны.
...Бөгөн бер коллегабыҙ хәбәр һалды:
– Яңы модель телефон сыҡ­ҡан. Тиҙ генә аҡса алыу менән һатып алайыҡ! Быныһы үҙебеҙ эшкә килмәгәндә лә эшләп ултыр­ған итеп күрһәтә икән, – тине.
Уй, алырға өлгөрөргә кәрәк! Йүгерҙем...
 
Минира БИКӘНӘСОВА.
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2019-04-19/gadzhet-yumoreska-547720
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: