-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
26 Ғинуар 2022, 15:00

Гарнитур

Ғаилә ҡороп, дәүләт ярҙамы менән яңы фатир йүнәткәс, Миңлебай яңы гарнитур алып ебәрҙе. Өйҙә боролорлоҡ та урын ҡалманы. - Иҫке мебелде ауылға, әсәйҙәргә илтеп ауҙарырға кәрәк, - тине бисәһе, - унда артыҡ булмай ул...

Гарнитур
Гарнитур
Миңлебай, мебель күтәрешергә тип, бергә эшләгән иптәшен алып килде. Ауыр эш алдынан сәй эсергә ултырҙылар.
- Мәшәҡәтләгәнгә үпкәләмә инде, Хөсәйен дуҫ, - тине Миңлебай, өҫтәлгә төшкән борос бөртөгөн бармағына йәбештереп, ялап ҡуйғас.
- Былай мәшәҡәтләнеү уңайһыҙ уңайһыҙлыҡҡа, - тип һүҙгә ҡушылды Зәлифә ханым. – Ике йөҙ саҡрым араға йөк машинаһы ҡыуырға тура килә. Берәй һораусы булһа, бынау иҫке ултырғыстарҙы бушҡа ғына биреп ебәрер инек… барыбер ҡамасаулап ҡына торалар.
Хөсәйен бер аҙ уйланып торғандан һуң:
- Ултырғыстарығыҙҙы үҙем алам! – тине ҡапыл ғына. – Хаҡына тормам, нисек тә килешербеҙ.
- Ал, ал! Һәйбәт булды әле! – тине хужалар икеһе бер юлы.
Ултырғыстарҙы машинаға сығарып һалғас, иҫке шифоньерға тотондолар. Был шифоньер, ипләберәк ҡағылмаһаң, таралырға тора ине.
- Быныһын да үҙем алам! – тине Хөсәйен, шифоньерҙың бер мөйөшөнән күтәреп.
Зәлифә ханымдың йөҙө көмөш аҡсалай балҡып китте.
Сират диван-карауатҡа етте.
- Быныһы бер-ике йыл торор ине лә бит, урын юҡ шул, - тип һөйләнде Зәлифә ханым.
- Шулай шул. – Миңлебай уны йөпләне.
- Быныһын да үҙем алам! – тип ҡыҙып китте Хөсәйен. – Күҙ күргән кешеләр хаҡына…
- Ниндәй хаҡ ти ул тағы? Ал, ал, аҡса кәрәкмәй!
- Рәхмәт! – тине Хөсәйен. – Һеҙҙең урында булһам, мин дә шулай эшләр инем. Хаҡына тормам, нисек тә килешербеҙ.
Шулай итеп иҫке сервант ҡына тороп ҡалды.
- Быныһын алмайым инде, - тип баштан уҡ ҡырт киҫеп ҡуйҙы Хөсәйен. – Таралып бөткән нәмәне ауылда утынға ғына ҡулланмаһалар инде…
Зәлифә ханымдың ҡото осто.
- Ә бала карауатын ҡайҙа ҡуйырбыҙ? Уға урын кәрәк тәһә! Сервантты алмайынса тороп…
- Ҡара әле Хөсәйен дуҫ, - тип ыңғайына һыпырырға тырышты Миңлебай. Әллә быныһын да…
- Юҡ, - тине Хөсәйен.
Зәлифә ханымдың күҙендә яһалма йәш тамсылары пәйҙә булды.
- Уй, Хоҙайым! Сығарып ташлаһаҡ, әрәмгә генә китә бит инде!
- Ярай! – тине Хөсәйен, йөҙөнә ҡыҙғаныу ҡиәфәте сығарып. – Баҡсалағы мунсаға утын кәрәк ине как раз. Минән булыр изгелек.
Иҫке мебелде тейәп, Хөсәйендәргә илтеп ауҙарҙылар.
- Отолманыҡмы икән? – тип хафаланды Зәлифә ханым, Миңлебай әйләнеп ҡайтҡас. – Аҡса кәрәкмәй тип торған булаһың бит әле, йүнһеҙ!
- Нишләп отолайыҡ, ти? Хаҡына тормам, тине бит. Ишетмәнеңме ни?
…Бер-ике ай Хөсәйен дә, Миңлебай ҙа был хаҡта һүҙ ҡуҙғатманы. Өсөнсө айға киткәс, Миңлебай түҙмәне, тәмәке тартырға сыҡҡан ерҙә, яйын тура килтереп:
- Эйе-е-е, яңы гарнитур ҡиммәткә төштө, малай, - тип һөйләнеп алды.
Хөсәйен өндәшмәне. Уның өндәшергә уйында ла юҡ ине.
Ниһайәт, был тарихи ваҡиғаға бер йыл тулды тигәндә, Хөсәйендәргә Миңлебай үҙе килеп инде.
- Мебелде кире алырға булдыҡ, Хөсәйен дуҫ, үпкәләмә, - тине ул, - үҙебеҙҙән дә артмай, ти бисә.
Тиҙҙән Миңлебайҙың фатирында боролоп йөрөрлөк тә урын ҡалманы. Иҫке мебелде һатырлыҡ түгел ине инде: Хөсәйендең малайҙары һыҙғылап, бысратып бөткәйне уны.
Ни эшләргә? Миңлебай яңы гарнитурҙы һатып ебәрҙе.
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: