0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
1 Февраль 2022, 12:10

Ҡоҙоҡ

Юмореска Баҡсала ҡоҙоҡ ҡаҙырға булдым әле. Эште ниҙән башларға икән? Ҡаршылағы күрше Рәмил менән кәңәш иттем.— Нимәһе бар уның, — тип ҡулын йәйеп ебәрҙе ул. — Нейҙәр һатып алаһың да, биш-алты ней саҡырып, ике көн нитһәгеҙ — эше лә бөттө.— Аңламаным, — тим, елкәне тырнап.

Ҡоҙоҡ
Ҡоҙоҡ

Күршем, үәт, аңра тигәндәй, күҙҙәренең ағы менән аҡайып ҡарап ҡуйҙы.
— Йомро бетон ҡулсалар һәр мөйөштә һатыла хәҙер, — тип мине йәлләп аңлата башланы артабан. — Яртышар метрлы ун штук ал, сөнки һыу бында биш метрҙан сыға. Унан биш-алты егет алып кил дә ҡаҙҙыр. Ҡаҙый бараһың, ҡулсаны берәмләп төшөрә бараһың. Ике көндә ҡоҙоғоң әҙер ҙә булыр. Оҙаҡ уйлама, йортоң менән мунсаң араһында тот та ҡаҙ.
Ике баштан өс баш яҡшы. Уң яҡ күрше Фазылдан да кәңәш һораным.
— Аҡсаң сығып барамы ни? — тип бот сапты Фазыл. — Ҡулсалар ҡыйбатҡа төшә. Һатып ал, тейәп килтер. Ер ҡаҙыуы ла анһат эш түгел, бына мин һыу сыҡҡансы һигеҙ метр ҡаҙыттым үзбәктәрҙе яллап, алтын хаҡына төштө. Бур алып ҡаҙ ҙа торба төшөр. Иң осһоҙо шул булыр. Рәмилде тыңлама һин. Шул да булдымы баҡсасы! Былтыр бер тоҡ бәрәңге сәсеп, бер тоҡ ҡаҙып алғанын онотма.
Өсәүҙән дүртәү яҡшы. Һул яҡ күрше Ғәлимйән ағайға йүнәлдем. Арабыҙҙағы иң тәжрибәле баҡсасы ул. Баҡсасылыҡ серҙәренә арнап китап сығарған кеше. Алмағас алма бирһен өсөн уға һыу һибергә кәрәк, тип башлана китабы.
— Ҡоҙоҡто август айында, һыу ҡатламы аҫта саҡта ҡаҙырға кәрәк, — тип белдерҙе мунса яғып йөрөгән Ғәлимйән ағай. — Һыу юлының ҡайҙан үткәнен ике алюмин тимерсыбыҡ ярҙамында ла белеп була. Ә Фазылды тыңлама һин, помидор менән ҡыярға аш ҡалағы менән һыу һибеп, аҙаҡ, нишләп уңыш әҙ икән, тип аптырап йөрөгән кеше бит ул. Баҡсасы булып йөрөүен әйтәйем! Ҡарәле, күрше, — Ғәлимйән ағай йәнләнеп китте. — Баҡсабыҙға торбалар һуҙып, крандан ғына һыу алырһығыҙ, тип вәғәҙә биреүҙәренә биш йыл булды бит. Белмәйһеңме, вәғәҙәләрен үтәргә йыйынмайҙармы икән?
Мин өндәшмәйем. Үәт, әй, ваҡыт үтә бит. Һыу үткәргәндәрен көтөп, көн һайын бер күршенән һыу ташып, һәр береһенән ҡоҙоҡ ҡаҙыу серҙәрен һорашып йөрөүгә лә биш йыл булған икән. Уның ҡарауы, Ғәлимйән ағай һымаҡ китап яҙырлыҡ мәғлүмәт тупланым. Ул китап шундай һүҙҙәр менән башланасаҡ:
“Йәшелсә-емеш үҫтереү өсөн уға һыу һибергә кәрәк. Һыуҙы ҡоҙоҡтан алалар. Бына ҡоҙоҡ эшләүҙең утыҙ туғыҙ варианты...”

Марат ӘМИНЕВ.
Фото: karopka.ru
Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: