-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
7 Февраль 2022, 15:00

“Ксерокопия”

Юмореска Пенсиямды еткерә алмауыма күрше Сәғиҙәгә зарланғайным, ул: — Инвалидность юлла, нисәмә йыл хәҙер йөрәктән яфаланаһың түгелме һуң? Исмаһам, дарыулыҡ аҡсаһы булыр, — тип кәңәш бирҙе.

“Ксерокопия”
“Ксерокопия”

Документ-фәләнемде йүнләнем дә, йорт-ҡурама Сәғиҙәне күҙ-ҡолаҡ итеп ҡалдырып, иртәнге автобуста район үҙәгенә юл тоттом. Иртүк килеп етеүемә ҡыуанып барып инһәм, апаруҡ йыйылған сиратты күреп, танау төштө. Өс сәғәт тигәндә асып керҙем табиптың ишеген. Инеүем булды, бер ҡағыҙ тотторҙо ла:

— Ошоно тултырығыҙ ҙа документтарығыҙҙы беркетеп тапшырырһығыҙ, — тип сығарып ебәрҙе.
Мәңге күрмәгән ҡағыҙҙы нисек тултырайым икән тип, эй, ҡайғырып бөттөм. Тегенән һораштым, бынан һораштым, төрлөһө төрлөсә өйрәтә. Аптырағас, бер йәш кенә шәфҡәт туташынан яҙҙырып алдым. Ҡабат инәм тиһәм, тағы өс сәғәтлек сират. Томра, хәл бөттө, тамаҡ кипте. Ниңә килдем тигән көнгә төштөм ахырҙа.
Тапшырһам:
— Инәй, дөрөҫ тултырмағанһығыҙ бит, бына һеҙгә тағы бер бланк. Ксерокстан үткәрегеҙ, әтеү беҙҙә дефицит, шундай наҙандарға вис биреп бөткәнбеҙ ҙә, бланкылар юҡ, — тип мыҫҡыллы ҡараш ташланы табипҡай.
— Бәй, ҡыҙым, нисек дөрөҫ түгел! Ә ул ксерик..., ксере...
— Инәй, ксерокс, ана һул яҡтағы магазинда ул, — тине лә телефондан һөйләшә башланы.
Йә, Хоҙай, мәйтәм, үҙ башыма йөрөйөм, тип әрләп бөттөм үҙемде. Сәғиҙәгә лә асыуым ҙур ине, юҡ-бар кәңәш бирәсе. Былай булырын белһәмме!.. Өйөмдә генә ятыр инем, пенсияма ҡәнәғәт кенә булып.

Шулай ҙа киттем, көн буйы йөрөгән эшкә ҡул һелтәп ҡайтып китеп булмай бит инде. Магазинында ксерокопия һүҙен аңлатҡансы йөҙ үлеп терелдем, валлаһи.
— Инәй, беҙҙә мәңге ксерокопия булғаны юҡ, — тип һатыусы ҡыҙ асыуымды ҡабартып йылмая ишеү.
— Нисек булмаһын, — тим, илар хәлгә етеп. — Миңә, ана, врач өйрәтеп ебәрҙе, — тиеүем булды, ҡыҙыҡай һыны ҡатып көлөп ебәрмәһенме!
— Эх, инәй, бая уҡ шулайтып әйтһәңсе, бына һеҙгә “ксерокопия” тигән нәмә, — тине лә һатыусы шарап менән бер ҡап кәнфит һондо...

Диана ХӘБИБУЛЛИНА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: