Ҡатын әйтә:
– Бер аҙна ашауҙы ҡыҫайыҡ, баҙарға барып һиңә ыштан алырбыҙ инде, – ти. Ҡулға килеп кергән аҡсаларҙы юҡ-барға тотонмайынса йыйҙыҡ та, иҫке “Москвич”ты ҡыҙҙырып, береһенән-береһе бәләкәй өс баламды, йөҙҙә ун килограмлы ҡатынымды ултыртып, баҙарға юлландыҡ.
Сәғәт ярым самаһы баҙарҙа ыштан ҡарап йөрөй торғас, арып бөттөк. Хаҡтарына яҡын килерлек түгел. Баҙарҙан ситтәрәк булған әйберҙәрен асфальтҡа йәйеп ултырған үзбәктәр янына килдек.
– Үзбәктәрҙә осһоҙораҡ була ул, шунан алайыҡ, – тип ҡатыным, бер үзбәк ҡатыны янына барып, нимәлер һөйләй, аңлата башланы. Ара-тирә миңә лә ҡарап алалар. Бер нисә минуттан ҡатыным, ыштан тотоп, яныма килеп тә баҫты.
– Бына, үҙе осһоҙ, үҙе йылы, икене алдым әле. Береһен быйыл кейһәң, икенсеһен алдағы йылда кейәрһең, – тине, күҙҙәрен ялтыратып йылмая биреп.
Балаларҙы баҙарҙан алып сығып булмай, әфлисун, алма, банан янында уралалар. Бәләкәсе:
– Атай, былар нимә ул? – тип һорай, бананға төртөп күрһәтеп.
– Ә, быны әйтәһеңме, негрҙар муйынға аҫып йөрөй торған, маймылдар ашай шикелле, – тигән булдым. Ҡыҙым миңә ҡарап торҙо ла:
– Киттек, улайһа, – тине, нимәлер аңлағандай.
Балаларымдың һәр береһенә берәр алма алып, хәлһеҙләнеп өйгә саҡ ҡайтып йығылдыҡ.
Яңы ыштанды ҡыҙғанып, ике көн кеймәй йөрөнөм. Шунан кейҙем. Йылы, рәхәт булып китте. Бер аҙнанан мунса керер алдынан йыуырға тип ҡатынға һуҙҙым.
– Ҡара уны, боҙа күрмә, башҡа керҙәрҙән айырып йыу, – тинем. Иртәгәһенә ҡатыным ғәйепле төҫ менән:
– Һин әйткәнсә йыуғайным, әллә нимә эшләгән, – тине, ыштанды ҡулына тотоп, күҙемә тура ҡарарға ҡурҡып. Ыштаным йыуғандан һуң бик ныҡ киңәйгәйне. Бер ыштанға, бер ҡатынға ҡарап торҙом да:
– Харап ҡына иткәнһең бит ыштанымды, – тип ҡысҡырып ебәрҙем.
Ҡатыным ғәйепле төҫ менән ыштан тотҡан килеш ҡатып ҡалған. Бер аҙҙан һушыма килеп көлөп ебәрҙем. Ҡатынымдың ағарынған йөҙөнә ҡыҙыллыҡ йүгерҙе.
– Был ыштан һиңә яҙған икән, үҙең кей, – тинем. Ҡатыным шатланып китте. Тиҙ генә икенсе бүлмәгә инеп кейеп тә сыҡты. Һыуытҡыс киңлегендәге ҡатыныма шып итеп кергән дә ултырған.
“Икенсеһе, бәлки, киңәймәҫ”, – тип уныһын үҙем кейеп алдым. Ни эшләйһең, бер бәхетең булмағас, булмай икән. Уныһы ла киңәйҙе. Икенсегә йыуғас, тағы ла нығыраҡ киңәйеп, ҡатынға ла ярамаҫлыҡ булып ҡалды. Аптырап ҡалманым, башыма яҡшы уй килде. Үҙемдең башлы булыуыма хатта һоҡланып ҡуйҙым. Бер ыштандың ике балағын тектек тә, ҡышҡылыҡҡа һаҡлар өсөн йыйған һуғандарҙы тултырып, элеп ҡуйҙыҡ. Ә икенсеһен ҡатыным күрше тегенсе апайға алып кереп үҙенә, миңә, өс балаға ыштан тектереп алып сыҡты. Ыштандарҙы кейеп ҡараныҡ та, балаларса шатланып, өй буйлап йүгерешеп алдыҡ.
Бер ыштандан барыбыҙ ҙа ыштанлы булыуға шатланып, тағы бер аҙна самаһы асыраҡ тороп аҡса йыйҙыҡ та баҙарға юлландыҡ. Был юлы башыма тағы ла яҡшыраҡ бер уй килде. Әлегә әйтмәйем, сер булып ҡалһын...