-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
16 Февраль 2022, 16:00

Тыуған көндән һуң

Иртән Хәй йоҡоһонан һыу эскеһе килеп уянды. Сатнап торған башын күтәреүе була, ятҡан ере ҡап-ҡараңғы ине. Бер нимә лә аңламайынса, кире ауҙы. – Әллә айнытҡысҡа эләктемме икән, – тип уйланды бошоноп. – Их-х-х, эштән генә ҡыумаһалар ярай ине, хәҙерге заманда эш табыуы ай-һай ауыр.

Тыуған көндән һуң
Тыуған көндән һуң

– Ниндәй ҡараңғы бүлмә һуң? Мебеле лә йомшаҡ. Айныт­ҡыс начальнигы әллә сәрхүштәргә ыңғай ҡараштамы? Туҡта, нисек инде? Булмаҫ. Унда эләккән кешегә, ниндәй зауыҡ ҡайғыһы ти!
Тыуған көн ҡаршылап, әҙ эсмәнеләр шул. Нисек эләктерҙеләр икән? Урамға сығып йөрөмәнем. Аптырарлыҡ, ә-ә, туҡта-туҡта, ҡунаҡтар араһында ғаилә дуҫтары Адик та бар ине. Уның ҡатыны Рәлиә, йүнһеҙ, саҡ ҡына тауыш сыға ҡалһа, телефонға үрелә. Ул ирен йәлләмәй, участковыйҙы саҡыртып ҡына тора. Рәлиәлер әле.
Хәй, күберәк эсеп алһа, үҙе лә холоҡһоҙ. Әммә бисәһе полиция саҡыртмай. Берәй хәл булғандыр, күрәһең.
– Ни булды, йоҡла. Ниңә йоҡламайһың, әллә “белкаң” башландымы?
Йәмәғәте Нәбирәнең тауышы түгелме? Һаташамы, Хәй. “Тейен” генә була күрмәһен.
– Ҡәҙерлем, мин ҡайҙа, ниндәй ҡараңғы урын? Яҡында булһаң, кил эргәмә, зинһар.
Нәбирә шарҡылдап көлөп ебәрҙе.
– Өйҙәһең, Хәйкәйем, өйҙәһең. Ашамай эсәһең дә күҙҙәрең тона, башың эшләмәй, хәтерең юғала. Үҙеңдең фотокарточкалар эшләп сығара торған бүлмәңдә. Оноттоңмы ни фотограф икәнеңде? Тыуған көнөңдөң иң матур миҙгелдәрен улыбыҙ төшөрөп барҙы. Һин, үҙ һүҙле, ҡыҙған баш “проявить” итәм тип “лаборатория”ңа инеп киттең дә сыҡманың. Арыу ғына төшөргәйнең, иҫереүең еткәйне, һинең йоҡлауың – беҙҙең өсөн мең хәйерле.

Илбарис СӘЛИМХАН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: