+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
21 Февраль 2022, 14:30

ИРЕ ТАШЛАП КИТКӘН Юмореска

Зәйнәпте ире ташлап киткән. Аҙаҡ асыҡланыуынса, ташламаған, Илһамын һалдырып алғандар. Хәйер, айырмаһын күрмәйем. Илай-илай апаһы Зәкиәгә килеп инде. – Ярай, ҡотолғанһың, артынан көл һибеп ҡал, – тип тынысландырҙы уныһы. -20 мең аҡсамды алған,– тип илаулай һаман һеңлеһе. -Аҡсаһы бөтөү менән килеп инәсәк.  –Ҡайтмаҫ шул, ун ҡулъяулыҡты, биш пар ойоҡто, ун ете ыштанды, алты күлдәкте эләктергән. –Үҙен күрҙеңме? Нимә тигән була?

ИРЕ ТАШЛАП КИТКӘН Юмореска
ИРЕ ТАШЛАП КИТКӘН Юмореска

–Ғүмер буйы хыялланған мөхәббәтемде таптым, миңә ҡамасаулап, тормошомдо боҙоп йөрөмә, тип мине ҡыуҙы, – тине тегеһе, нығыраҡ иларға тотондо.

–Күрһәтермен әле мин уға ғүмерлек мөхәббәтте,–тип яҫҡынды апаһы.– Ошонда апҡайтып, аяғың аҫтына һалмаһаммы!

Әллә ҡайҙан адресын тапҡан, суперсихырсыға киттеләр. Уныһы көтә икән:

 –Тәүҙә үҙен күреп һөйләшегеҙ. Хәҙер эшемдә нанотехнологиялар файҙаланам, ир-атҡа тәьҫире бик билдәле түгел. Репродуктив һәләтенә зыян тейеп ҡуймаһын.

 –Уныһы нисек була?–тине апаһы.

–Нисек аңлатырға икән? Ә-һә! Алимент түләйме?

–Өс балаға тейеш, береһе бер тин күргәне юҡ!

–Өс бала? Маладис. Ярай, зыяны юҡ. Хәҙер беҙ уны, аппаратымды ғына йылытам да. Мәгеҙ, хаҡтарҙы ҡарай тороғоҙ.

Хаҡтарҙы күргәс, тәгәрәшә яҙҙылар. Кредит алырға тура килмәгәйе. Шиктәрҙе  сихырсы тиҙ таратты:

–Ҡайтмаһа , аҡса кире ҡайтарыла.

–Ҡайтып ҡуйһа?

– "Демография" дәүләт программаһына ярашлы, һеҙгә йөҙ мең субсидия ҡаралған, – тине сихырсы.

 Апалы-һеңлеле ҡыуаныштылар.

 – Бының өсөн нәмә талап ителә? – тине Зәкиә.

 – Миңә ун клиент йәлеп итһәгеҙ, шул еткән.

Шунда уҡ килешеүен төҙөп, ҡултамғалар менән раҫлап ҡуйҙылар.

– Ә ҡайтһа?

– Борсолмағыҙ, бәхеткә күрә, ундай хәлдең булғаны юҡ.

 Аптырашып бер-береһенә ҡараштылар.

Апаһы Илһамдың адресын алып ҡайтты. Өйҙә юҡтар икән, байтаҡ көттөләр.

– Ана,ҡайтып киләләр, – тине апаһы. Уларҙы күреү менән Илһам әлеге ҡатынының артына йәшенде.

 –Һеҙгә нәмә кәрәк? – тине ҡатыны.

 – Белергә теләйбеҙ, Илһам үҙ ихтыяры менән һеҙҙә йәшәйме? –тине апаһы.

-Әлбиттә, үҙ теләге менән,– тине Илһамдың яңы ҡатыны.

-Яҡшы, улайһа, элекке кейәүебеҙ өсөн күңелебеҙ тыныс, –тине апаһы. – Ә һеҙ уның алимент түләүгә лә эшкинмәгәнен беләһегеҙме, тип һорарға мөмкинме?

– Мөмкин,– тине теге ҡатын. –Түләй алмаһа, нәмә булған?

– Бер нәмә лә булмаған. Хатта унан бала ла булмаясаҡ , тимәк, алимент та түләргә кәрәкмәйәсәк. Әле ул өс балаһы өсөн дә түләмәй. Һеҙгә уны ашатырға тура киләсәк. Сер итеп кенә әйтәм ул күп ашай, өҫтәүенә, һайлана, мыжый һәм көн дә итле һурпа һорай.

– Итле һурпа?. Ә көн һайын иртәле-кисле билмән кәрәкмәйме?

– Кәрәк,– тине ире, яланып ҡуйҙы. – Мин барын да ашайым.

– Ҡарарбыҙ,– тине теге ҡатын,– тәүҙә үҙеңде күрһәт әле.

Инеп киттеләр, быларға иһә ҡайтыуҙан башҡа әмәл ҡалманы. Төн уртаһында телефон шылтыраны, ҡараһа, ире шылтырата.

– Нимә кәрәк тағы?

– Мине сығарып ебәрҙе, ҡайтһам буламы?– ти.

Ҡайтма, тип әйтергә теле әйләнмәне Зәйнәптең.Ҡайт ,тине инде, аш һалды бешерергә.Үҙенең аламаһы, башҡа кемгә ҡәрәкһен? Анау субсидияһын ҡайҙан барып алырға икән? Һеҙ ишетмәнегеҙме?

 

                                                                                               Р. МАРАТОВ

 

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: