+6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
22 Февраль 2022, 22:02

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕҘГӘ – АҠСА, ҺИҢӘ – ГРАМОТА Юмореска

Телефон, һәр ваҡыттағыса, көтмәгәндә һәм ҡапыл шылтыраны. Эстән генә, кемгә кәрәкмен , тип һөйләнде мәктәп директоры Саттар Ғәни улы Ялмырҙин. Мәғариф идаралығынан уҡыуҙы һөҙөмтәлерәк итеү бүлеге мөдире Назия Зөфәр ҡыҙы шылтырата, имеш. Уныһына нимә кәрәк икән тағы?! – Һаумыһығыҙ, Назия Зөфәр ҡыҙы, – тип таҡылданы Ялмырҙин. – Ҡайһылай йәтеш булды, үҙем һеҙгә барып сығырға тора инем. – Һаумыһығыҙ, килегеҙ, беҙҙең ишек һәр ваҡыт асыҡ, – тине мөдир. – Һеҙгә нимәгә шылтыратам, беләһегеҙме?

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕҘГӘ – АҠСА, ҺИҢӘ – ГРАМОТА Юмореска
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ БЕҘГӘ – АҠСА, ҺИҢӘ – ГРАМОТА Юмореска

 

– Юҡ, – тип һағайҙы Ялмырҙин.

– Динә Дамир ҡыҙы Сәфәрова һеҙҙә уҡыта бит әле. Шул уҡытыусы буйынса һеҙгә шылтырата инем.

– Бына мин дә уның хаҡында мөрәжәғәт итергә ине.

– Ә Сәфәроваға нимә булды һуң?

– Әлегә булманы, ләкин булыуы бик ихтимал.

– Йәгеҙ әле, Саттар Ғәни улы, ошо урында ентекләп һәм...

– Сафарованың тәртибе беҙҙе шикләндерә. Ҡушылғандан башҡаһына ла тотона, эш ҡушһаң, ҡырҡ һүҙгә етә. Шунан, шул ҡыҙҙан берәй төрлө ҡотолоп булмаҫ микән?

– Белмәйем-белмәйем, Динә Дамир ҡыҙынан һеҙгә ҡотолоу кәрәк микән?

– Нимә булған? – тип һағайҙы тағы ла директор.

– Бик һәйбәт булған. Уның башҡорт телен һәм әҙәбиәтен заманса уҡытыу- тәрбиәләү үҙәге беренсе урынды алды, һәм ул премияға лайыҡ булды.

Саттар Ғәни улы телһеҙ ҡалды. Нимә әйтергә лә белмәне. Шулай ҙа һүҙен тапты.

– Беҙ өйрәткәнгә еңде. Көн һайын талап итәмен: яңы институтты тамамлап килгән баланы ошо кимәлгә күтәрҙем. Бының һөҙөмтәһе беҙҙең тырышлыҡ нигеҙендә ята инде.

– Һөҙөмтә кем хеҙмәте икәне билдәле, – тине мөдир. – Премия хаҡында әйттем, кемдәр ҡатнашҡан, лайыҡ тип табаһығыҙ, ғәҙел генә итеп бүлегеҙ. Исемлекте раҫлап, тиҙ арала ебәрегеҙ.

Директор барыһын да йыйып алды һәм һөйөнөслө хәбәрҙе еткерҙе.

Күптәнге ғәҙәт буйынса иң тәүҙә уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар һикереп торҙо:

– Ҡотлайбыҙ, хөрмәтле Саттар Ғәни улы! Һеҙҙең талапсанлыҡ, эшһөйәрлек һөҙөмтәһе. Һеҙҙең бында көнө-төнө йөрөүегеҙ өсөн иң кәмендә ике оклад һеҙгә яҙылырға тейеш. Ура, иптәштәр!

Иптәштәр сәпәкәй итте, ә директор һүлпән алҡышлағандарҙы шым ғына барлап ултырҙы. Директор баҫалҡы итеп: «Рәхмәт, коллегалар, рәхмәт, хөрмәтле коллегалар, мин етәксе булараҡ, ике окладтан күберәккә лә дәғүә итә алам, ләкин төрлө кеше бар, оҡшатмаҫтар, килештермәҫтәр, берәү миңә таман булыр. Икенсеһен урынбаҫарыма бирәйек. Минең ҡабул итеү бүлмәһендә ултырған ҡыҙыҡай ҙа матур итеп кейенеп ултырырға тейеш, уға бер оклад ҡуяйыҡ».

Шул ваҡыт сепрәген уңлы-һуллы һөйрәп Ямал еңгә килеп сыҡты һәм:

– Ҡалай ныҡ эшләйһегеҙ, –  тип иҙән йыуырға тотондо. Ҡолағының сите менән генә премия бүлешеү хаҡында һүҙ барыуын ишеткәс. – Ә ул балаларҙан һуң кем иҙән йыуа? – тип директорҙың ҡаршыһына килеп баҫты.

Коллектив иҙән йыуыусыға ла бер 5 мең тейештер, тигән һығымтаға килде.

Ашнаҡсы Сәрби апай сәй индергән генә арала өс меңде үҙенең файҙаһына яҙҙыртты.

Мөлдөрәп ултырған Мәхмүт ҡартты ла онотманылар. Ғүмер буйы ошонда ҡарауылсы булып эшләгән, дөрөҫөрәге йоҡлаған ҡартҡа мең тәңкә таман булып ҡалды.

Шул ваҡыт директор Динә Дамир ҡыҙының йыйылышта юҡлығына иғтибар итте.

– Үҙе ҡайҙа йөрөй? Ни өсөн юҡ? – тине директор. – Ҡайҙа ул?

– Районға киткән, – тинеләр.

– Тәртип аҡһай, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, – тине директор, аҙарынып. – Кем рөхсәт иткән?

– Һөҙөмтәле уҡытыуҙы яҡшыртыу тураһында һөйләшергә саҡырғандар, – тине директорҙың урынбаҫары.

– Ярай, һөйләшһен, тырышһын, ә беҙ уға ярҙам итербеҙ, барыбер беҙҙән алыҫ китә алмаясаҡ.

– Уға күпме яҙайыҡ? – тине урынбаҫар. – Уға ла бер аҙ премия тейештер ул?

– Әлбиттә, һүҙ ҙә юҡ, уға ла тейеш! – тип һөрәнләштеләр премияға лайыҡ булғандар.

– Бүлешергә күпме ҡалды әле? – тине директор.

– Динә Дамир ҡыҙына теүәл мең тәңкә ҡалды.

– О-о мул ғына ҡалған! – тиештеләр. – Беҙ уның йәшендә премия түгел, «П» хәрефен дә күрмәй торғайныҡ.

– Ә Динә Дамир ҡыҙына былай ҙа мул эләгә, – тип йылмайҙы директор. – Бына Маҡтау грамотаһына уның фамилияһы яҙылған. Әйҙәгеҙ, беҙ уны линейкала уның үҙенә тотторорбоҙ. Бындай грамота эләкһә әле, һәр беребеҙ «эһем» тиер ине.

– Ҡалай дөрөҫ әйтәһегеҙ, Саттар Ғәни улы, – тине урынбаҫар. – Динә һеңлекәштең ҡутарып аҡса алыу көндәре алда әле. Эшләһен, эшен күрһәтһен, премияһын да түләрбеҙ.

Бөтәһе лә ҡыуанышып өйҙәренә таралырға тейеш ине. Шул ваҡыт осоп-ҡунып Динә Дамир ҡыҙы килеп инде.

– Бына Динә Дамир ҡыҙы, – тип етди генә һөйләй башланы мәктәп директоры, – беҙҙең ярҙам менән еңеү яулап, ҙур эшкә тарыттың, премияһын саҡ бүлеп бөттөк.

Динә Дамир ҡыҙы тәүҙә баҙап ҡалды.

– Юҡҡа мәшәҡәтләнгәнһегеҙ, минән мәғариф идаралығы начальнигы: «Яулаған еңеүегеҙ өсөн киләсәк аҡсағыҙҙы премия итеп өләшәйекме әллә яңы техник саралар алыуға тотонайыҡмы?» – тип һорағайны, мин ике лә уйлап тормай, уҡытыуҙың яңы мультимедийный сараларын тормошҡа ашырыу өсөн төрлө техника  һатып алырға тотонорға тәҡдим иттем.

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар барыһы бер ауыҙҙан «аһ» итте, һәм һәр береһенең кеҫәһенән мул ғына аҡса төшөп ҡалған һымаҡ булды.

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: