Ул – беҙҙең часта “Смартфонлаштырыу” кампанияһын йәйелдергән беренсе кеше. “Смартфонлаштырыу” – “смартфонды алыштырыу”ҙың ҡыҫҡартылған формаһы. Эш шунда, әрмелә смартфондар ҡулланыу ҡәтғи тыйыла. Шуға күрә, яңы килгән һалдаттарҙың смартфондарын “уставлы” “кирбес”тәргә, йәғни төймәле телефондарға алыштырыу хәрәкәтен прапорщик Һатаровтан да оҫтараҡ ойоштороусы булманы беҙҙә.
Әллә уның ошо фиҙакәрлеге йоғонто яһанымы, әллә бүтән сәбәптәр арҡаһындамы, уткәнендә эргәләге ҡалала ҡулланылған смартфондар һатыу нөктәһе асылды. Суд приставтары тарафынан ябылмаһа, был нөктә клиенттарын һаман да осһоҙ смартфондары менән ҡыуандырыуын дауам итер ине әле. Ниндәйҙер “тумыртҡа” тишкән, тинеләр. Әйткәндәй, прапорщиктың хәлдәре шәп хәҙер. Уны, ниһайәт, үрләттеләр. Бөгөн ул бер билдәле урында “хаттар”, “малявалар” оҙата һәм “телеграммалар” тартып ала – ҡыҫҡаһы, колонияла барак-ара бәйләнеш системалары өсөн яуап бирә.
Илеш БУЛАТОВ.
Фото: news.myseldon.com