+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
23 Февраль 2022, 15:00

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ӘРМЕГӘ КИТӘМ! Юмореска

Әле 30–40 йыл элек кенә армия сафында хеҙмәт итеүҙән мәхрүм ҡалыу ҙур кәмселеккә һаналды, хатта ундайҙарға ҡыҙҙар ҙа ситләтеп ҡараны һәм егет тип иҫәпләмәне. Беҙҙең ауылда Вәзир менән шулай килеп сыҡты. Ул армияға ынтыла, ә ваҡыты етһә, өйөнә кире ҡайтаралар ҙа ҡуялар. Йылына ике тапҡыр – яҙын һәм көҙөн. Һуңғыһында ла Өфөләге йыйылыу пунктында ай буйы аҫрағандар ҙа ҡайтарып ебәргәндәр. Алыусы юҡ. Ни өсөн юҡ? Сөнки буйға бәләкәйерәк, кәүҙәгә лә йоҡа. Етмәһә, күҙлек кейә. Һөнәре лә киномеханик ҡына. Ата-әсәһенә күпме зыян килтергәндер, үҙҙәре генә белә. Сөнки йыл һайын ике тапҡыр хушлашыуҙы ойоштор, илай-илай оҙатып ҡал, ә ул саҡырыу бөтөр алдынан ғына «тып» итеп ҡайта ла инә. Һуңғы ҡайтыуында оятынан өйөнә ҡараңғы төшкәс кенә ҡайтып кергән, ай буйы сығып та күренмәгән.

Рәлиф КИНЙӘБАЕВ  ӘРМЕГӘ КИТӘМ! Юмореска
Рәлиф КИНЙӘБАЕВ ӘРМЕГӘ КИТӘМ! Юмореска

Ә был юлы призыв бөтөүгә бер аҙна ғына ҡалғас, Вәзирҙе төн уртаһында военкоматтан килеп алып, яҡындары менән хушлаштырып та тормай, ашығыс рәүештә Өфөгә оҙатҡандар. Ә бер көндән үтеп барған самолетҡа ултыртып Алыҫ Көнсығышҡа оҙатҡандар һәм хәрби хеҙмәт үтеү өсөн ҙур ғына погранзаставаға килтергәндәр. Ә бында киномеханик кәрәк булған. Ауылдаш ике йыл буйы сит һаҡсыларына, шундағы хәрбиҙәргә һәм уларҙың ғаилә ағзаларына кино күрһәткән, хәрби бурыстарын да үтәгән.

Вәзир хеҙмәт итеп ҡайтҡас, бер нисә йыл үткәс, әлбиттә, 28 майҙа күрҙем мин уны. Элекке Вәзир түгел инде. Үҫкән, ҡалынайған. Ыҡсым хәрби кейем ир-атты ирәйтә шул. Башҡаларҙан һис тә кәм түгел. Ә ике улы менән ҡыҙы һуң?! Ана, атайҙарына нисек ғорурланып ҡарап торалар! «Бөтә сәнғәттәрҙән иң мөһиме булып кино тора», тип кем әйткән? Эйе, Ленин бабай. Хәҙер уйлап торам, даһи ҡалай хаҡлы булған.

 

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: