+8 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
23 Февраль 2022, 10:10

Әрме һинән кеше яһаясаҡ

Юмореска Әрмегә алыныусылар зыу килешеп вонекоматта медицина тикшереүе үтә. Күҙ табибы бүлмәһенә бер егет килеп инде. – Был ниндәй хәреф?– А.

Әрме һинән кеше яһаясаҡ
Әрме һинән кеше яһаясаҡ

– Юҡ, "Б". Ә быныһы?
– В.
– Түгел, "И"!.. Ҡуй, етер! Яҡындан һуғышыуға яраҡлыһың. Годен!
Ошо уҡ егет ҡолаҡ тикшереүсегә барып керҙе.
– Ҡолағыңда сайыр бар. Ниңә таҙаламайһың?
– Ул сайыр түгел, шампан бөкөһө. Әрмегә оҙатыу кисендә дуҫтарым иҫтәлек өсөн ҡултамғаларын яҙып тығып ҡуйҙы.
– Баҫ анау мөйөшкә. Ишетеү һәләтеңде тикшерәм. Мин шыбырлап әйткән һандарҙы ҡабатла: 76.
– 86.
– Туҡта, ниңә һикһән алты? Мин етмеш алты тинем бит!
– Долларҙың курсы бөгөнгә 76, евроныҡы – 86.
– Разведкаға эшкинәһең. Годен. Тай бынан!
Киләһе сәйәхәт – невролог бүлмәһе. Табип, ҡулына бәләкәй генә, сүкеш алып егеттең бармаҡтарына, ҡул суҡтарына һуҡҡылап ҡараны:
– Беленәме?
– Эйе.
– Ә хәҙер?.. Ой!!! – Тубыҡ ҡапҡасына эләккән һуғыуҙан егеттең аяғы кинәт күтәрелеп китеп табиптың үҙен осора типте.
– Реакцияң ут кеүек. Годен! Башҡаса инеп йөрөмә бында!
Артабан психиатр ҡабул итте.
– Башың ауырытмаймы?
– Ауырыта. Кисәгенән һуң.
– Чепуха. Әрмелә каска кейерһең.
– Яман төштәр күрмәйһеңме?
– Күрәм.
– Маладис! Әрмелә йоҡламаҫҡа шәп булыр.
– Йоҡлаған ваҡытта тороп йөрөмәйһеңме?
– Йөрөйөм. Урамға сығып китәм.
– Бик шәп. Төнгө ҡарауылға годенһың. Бар, тай бынан!..
Ниһайәт, нисек кәрәк шулай тикшереү үтеп бөткәс, егет дәғүәһен белдерер өсөн военкомға барып инде.
– Минең күҙҙәрем насар күрә, ҡолаҡтарым ишетеп етмәй, нервыларым ҡаҡшаған, психикам боҙолған. Ә миңә “годен” тинеләр!
– Шунан нимә булған?
– Ә һеҙ ҡарағыҙ, мин бит бөтөнләй кеше түгелмен!
– Күрәм, ләкин әрме һинән барыбер кеше яһаясаҡ! Ә хәҙергә хуш!

Дәүләт САФИУЛЛИН.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: