+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
27 Февраль 2022, 15:00

ҺЫЙЫР Юмористик хикәйә

Беҙҙең фермер хужалығы ҙур түгел. Ваҡытына ҡарап, 5-6 кеше эшләй. Йөҙ һыйырға, мең гектар ергә еткән инде. Хужалыҡтың баш бухгалтеры Аҙнаҡаев хужалыҡ етәксеһе Тимер Сәйнүков эргәһенә керҙе. – Хужа, райондан һорайҙар, былтыр нисә кешегә матди ярҙам күрһәттегеҙ, тиҙәр. – Матди ярҙам? Уныһы нимәгә тағы? – Район мәрхәмәтлек күрһәтеү буйынса артта ҡалған икән. Тиҙ арала төҙәтергә ҡуштылар. – Нимә тәҡдим итәһең? – Һыйыр! Эйе бер һыйырҙы ярҙам йөҙөнән бүләк итәйек. – Кемгә? – тип аптыранды хужалыҡ етәксеһе. – Мәҫәлән, һеҙгә, – тине баш бухгалтер.

ҺЫЙЫР Юмористик хикәйә
ҺЫЙЫР Юмористик хикәйә

– Ә ни өсөн миңә?

– Беренсенән, һеҙ – хужа, икенсенән, өй төҙөйһөгөҙ, өсөнсөнән, ул һыйыр барыбер һеҙҙеке. Дүртенсенән, коллектив шатланып риза. Бишенсенән, һыйырҙы ситкә ебәреп булмай. Алтынсынан, һеҙгә ул һыйыр кәрәк буласаҡ.

Хужа ҡабалана ине. Һатыулашып торманы, бер нисә ҡағыҙға ҡул ҡуйҙы ла эш менән сығып китте.

Бер сәғәт тә үтмәне, хужалыҡтың социаль селтәрҙәрендә ошондай яҙыу барлыҡҡа килде:

«Хужалыҡ үҙ хеҙмәткәрҙәренә матди ярҙам күрһәтеүҙән баш тартмай. Мәҫәлән, ошо арала хужалыҡ етәксеһе Тимер Сәйнүковҡа ярҙам йөҙөнән бер һыйыр бүлдек. Коллектив был хәбәрҙе хуплап  ҡабул итте». Баш бухгалтер Аҙнаҡаев, тип яҙылғайны аҫтына.

Шул төндө йоҡлай алмаусылар телефондарын һыйпап ултырҙы һәм шундай яҙыу тапты. «Хужалыҡтың баш бухгалтеры Аҙнаҡаев хәбәр итеүенсә, ул хужалыҡ етәксеһе Сәйнүковҡа бер һыйырҙы үҙләштерергә ярҙам иткән».

Таң менән был хәбәр район башлығының күҙенә салынды. Хужалыҡ етәксеһе бер һыйырҙы үҙенеке итеү сәбәпле, ентекле тикшереү үткәрергә, тигән фарман осто.

Кисен сайтта шундай хәбәр таратылды. «Бер нисә тапҡыр һанағандан һуң һыйырҙарҙың теүәл 100 баш икәнлеге асыҡланған».

Хужалыҡ етәксеһенә, йәнәһе, бүләк ителгән һыйыр хаҡында фильм төшөрөү өсөн, Өфөнән биш кешенән торған ижади төркөм килеп төшкән һәм эшкә тотонған. Фильм төшөргәндә хужалыҡ етәксеһе эште йомоу маҡсатында һыйырҙы фермаға кире илтеп ҡуйған. Был ваҡиға урындағы эске эштәр бүлеге иғтибарынан да ситтә ҡалмаған.

Идара ултырышында Өфөнән килгән ижади төркөмдө аҫрау өсөн тағы ла бер һыйырҙы һуйырға булғандар.

Улар ҡайтып киткәс, хужалыҡ етәксеһенә дауаханаға ятырға тура килгән. Табиптар әйтеүенсә, хужаға инфаркт була яҙғанмы, әллә инсульт үткәргәнме.

Эргәһенә хәле бөтөп баш бухгалтер барып еткән. Уны күргән хужа нишләһен инде, тағы һыйыр килтерҙеме икән, тип уйлап ҡуйған. Уны дауалау өсөн ҡиммәтле дарыуҙар һатып алғандар. Машина менән Өфөгә оҙатҡандар.

Доға ҡылайыҡ, иптәштәр, хужаға һаулыҡ теләйек. Яҙған булһа, терелеп ҡайтыр әле.

  Рәлиф КИНЙӘБАЕВ

 

Автор:Ралиф Кинзябаев
Читайте нас: