Ғәтифә ике тапҡыр һынап ҡараны, шуға яҡшы белә. Бөгөн бер рюмка, иртәгә инде 100 грамм, артабан ярты, аҙаҡ литр ҙа етмәй башлай. Ә күп ирҙәр, үҙегеҙ беләһегеҙ, үҙенең булмышы менән эскегә әүәҫ.
Бына арып, йонсоп, үҙҙәренең ойошмаһында үткән корпоративтан ҡайтып килә. Әлбиттә, яңғыҙы, әйтерһең, уның өсөн байрам юҡ һәм булмаясаҡ. Бындай һуң ваҡытта, әмәлгә ҡалғандай, барыһы ла парлы бит әле. Ха, ирҙәренә һыйынғандар, ике ҡуллап ҡултыҡлағандар, берәйһе тартып алып ҡалмаһын, тип ҡурҡаларҙыр инде. Кәрәктәре бар ине. Үҙҙәренә генә булһын инде. Ир ҡосағы күрмәгән ҡатын түгел Ғәтифә. Әйттем бит, бер түгел ике тапҡыр сығып ҡараны. Аҙаҡ ҡул һелтәне. Ниңә яҙмышыңды һынап ҡарарға. «Унға барырмын, уңғансы барырмын» Ғәтифә өсөн түгел. Әле бына әйттем бит, корпоративтан ҡайтып килә. Ярай ул эшләгән коллектив әллә ни ҙур түгел. Ун бишләп ҡатын-ҡыҙ, өҫтәп унлап ир заты. Хәйер, уларға ир тип әйтеп буламы икән. Ентекләберәк ҡара әле. Юҡ, ысын, үҙең өсөн, инаныр өсөн генә күҙ һал. Улар бит эсер өсөн генә яратылған һымаҡ. Бер-береһенә һаулыҡ-бәхет теләп, эсеп өлгөрмәнеләр, көслө зат ултырған мөйөштә лауылдаша ла башланылар. Тағы шуларҙың эскәнен, лауылдашҡанын, тоҙһоҙ шаяртҡандарын тыңлап, көлөшөп ултырырға ҡалғайны. Һылтауын тапты, ашхана яғына үтте, бүлмәһенә инеп кейенде лә ҡайтып та китте. Дөрөҫөн әйткәндә, әхирәте саҡырғайны. Хәлен белеп сығырға кәрәк. Баяғы иренә зарланалыр инде, ике бала менән ҡайҙа барһын, түҙә.
Тышта һыуыҡ ҡына, етмәһә, ишелеп ҡар яуа. Ҡышҡы һуҡмаҡ аша атлағайны, бер өйөмгә тура килде. Аша баҫтым тиһә, ҡар өйөмө тигән нәмә һелкенде һәм, «мин өшөнөм», тигән ауаз сығарҙы. Бәй, һуҡмағында һоро тунлы, аҡ бүрекле, тун төҫөндәге салбарлы, саҡ ҡына ҡарараҡ ботинкалы әлеге бер иҫерек ята түгелме һуң? Ғәтифә ирҙе һелкетеп ҡараны. Буй ғынаһын, хәҙергесә әйтһәк, форматын барланы. Юҡ, был нәмә ике метрҙан да кәм булмаҫ. Ауырлығы ла центнер самаһылыр. Быны оҙатып ҡуйыу түгел, һелкетеү ҙә мәшәҡәтле булыр һымаҡ. Ҡуйсы, кеше-маҙар ҙа күренмәй бит әле. Юҡ, Ғәтифә күпме генә изге күңелле булмаһын, был ирҙе ошонда ташлап ҡына китергә тура килер. Бер кеше күренһәсе?! Әһә, анау берәү күрмәмеш булып йүгерә-атлай үтеп бара. Ҡайҙа ҡабаланалыр, үҙе арыуҙан кейенгән бит әле.
– Хөрмәтле иптәш, мөмкин булһа, ярҙам итегеҙ!
– Һуң инде, табында ҡарарға ине, шул тиклем эсермәһәгеҙ...
– Юҡ, танымайым был кешене, белмәйем, үтеп барам, ошонда ята.
– Бәй, һеҙҙең ир түгелме ни? Бынау һыуыҡта шул хәтле эсмәһә... Беләһегеҙме, алкашты ҡәбер генә төҙәтә. Ярай бөгөн беҙ ҡотҡарҙыҡ, ти, ә иртәгә һеҙ һағалап уны эҙләп йөрөйәсәкһегеҙме? Барыбер эсеп иҫереп, урынын табасаҡ, туңып үләсәк.
– Күрәләтә кешене үлтереп булмай ҙа инде.
– Мәшәҡәтләнмә, өгөтләмә! Ошолар туңып, янып, машинаға тапалып, һыуға батып бөтмәйенсә, беҙ уларҙан ҡотола алмаясаҡбыҙ. Әйҙә, үҙеңде оҙатып ҡуям, миңә шундай ҡатын кәрәк ине.
– Юҡ, бәйләнмәгеҙ. Мин уны ташламайым.
– Кем һеҙгә бәйләнә әле, кәрәгең бар ине. – Фырт ир тиҙ-тиҙ атлап ҡараңғылыҡҡа инеп юғалды.
Ғәтифә көс-хәл менән ирҙең биленән тотто, эләгә-тәгәрәй тигәндәй, әхирәте Тәғзиә йәшәгән подъезға ыңғайланы. Юҡ, һис барып етерлек түгел. Ғәтифә хатта тайып тәгәрәне. Эх, анау эскәмйәгә булһа ла ултыртып китер ине. Әхирәте лә көтөп арығандыр, ана, шылтыратып та тора.
– Һин ҡайҙа? Оҙаҡланың бит. Әллә ҡалдыңмы?
Ғәтифә көлөп ебәрҙе.
– Ҡалды һиңә!
– Әллә берәйһен таптыңмы?
– Эйе шул, таптым, – тине Ғәтифә.
– Улайһа, килмәйһеңме?
– Килдем мин, һинең подъезд алдында торам.
– Аңлатып һөйлә әле, кемде таптың?
Ғәтифә һөйләп бөтөүгә, еңелсә кейенеп Тәғзиәһе килеп тә сыҡты.
– Ҡайҙа таныштың бының менән? Үҙегеҙҙең кисәләме?
– Юҡ, һиңә килә инем, анау мөйөштә ята. Ташлап китергә йәл, өшөнөм, ти. Ҡара әле, үҙе арыу кейенгән бит әле.
Тәғзиә лә үҙенекен һөйләй:
– Ярай алып ҡайтырбыҙ, бисәһе эҙләп килер, уныһы ниндәй ҡатындыр, белмәйбеҙ бит әле.
– Ярай әтеү, ошонда ташлап китәйек.
– Ҡуй, алып керәйек инде, – тине Тәғзиә, – ни булһа ла була инде. Ишек төбөндә булһа ла ятыр әле.
Көс-хәл менән өсөнсө ҡатҡа алып менделәр теге ирҙе. Йылыға эләккәс, имшене лә ҡуйҙы, һелкенмәне лә йоҡлап китте. Таңға ҡарай уянды ахыры, һыу алып эсте. Тәғзиә менән Ғәтифәгә алмаш-тилмәш ҡарап торҙо ла, тағы ла йоҡлап китте.
– Тапҡанһың ирҙе, бының йүне юҡ, йоҡонан тороу менән ҡайтарып ебәр, – тине Тәғзиә.
– Ярай, беҙгә булһа, ошондайы ҡала инде, – тип ризалашты Ғәтифә лә, – эшкинерлеккә бер ҙә оҡшамаған шул.
Иртән тороуҙарына теге ир арлы-бирле йөрөндө, тәҙрәнән ҡарап торҙо ла ишекте шаҡылдата ябып юҡ булды.
– Сығып китте, – тине Ғәтифә.
– Нәкәнис, ҡотолдоҡ, – тине әхирәте. – Беҙҙең ирҙәр шул инде, рәхмәт тә әйтмәне. Кисә уны күтәреп билемде ауырттырҙым, ахыры, массажға йөрөргә тура килмәгәйе. Әллә күпме аҡса кәрәк булыр инде. Таныш түгелме, бер ҙә күргән кешеңә оҡшамағанмы?
– Юҡ, мин ирҙәр ҡарап йөрөйөммө ни. Был яҡта кеше күп бит ул.
Ҡатын-ҡыҙҙың хәбәре бөтәме ни һуң инде. Үҙҙәре генә белгән серҙәрен барлап байтаҡ ултырҙылар. Эргәләге мәҙәниәт һарайына концертҡа барырға йыйынғайнылар. Кейемдәрен дә әҙерләп элделәр. Өлгөрмәнеләр. Төшкө ашҡа ултырғайнылар, кемдер һаҡ ҡына ишек шаҡығандай итте.
– Һиңә кемдер килде, – тине Ғәтифә Тәғзиәгә.
– Еҙнәң киләһе аҙнаға ғына ҡайта, кем булһын инде, ауылдан берәйһе бармы икән, – тп һөйләнә-һөйләнә ишекте асты.
– Һаумыһығыҙ, – тигән шат тауыш ишетелде.
– Һаубыҙ.
Бәй, был төндә Ғәтифә табып алған, икәүләп өйгә алып ҡайтҡан ир түгелме һуң. Ике ҙур сәскә гөлләмәһе, пакет тотҡан.
– Һеҙҙе байрамығыҙ менән ҡотларға рөхсәт итегеҙ. Ғәфү үтенәм, танышыуыбыҙ бик уңайһыҙ шарттарҙа булды. Беҙҙең ойошмала төштән һуң ултырғайныҡ, ҡайҙа барғанымды, нисек ҡайтҡанымды ла хәтерләмәйем. Ғәфү итегеҙ инде, зинһар. Минең исемем Рәйес булыр.
Ғәтифә менән Тәғзиә аптырап ҡалдылар. Кисә генә бер сәскә лә һоноусы булмағайны, бөгөн икеһенә ҙур-ҙур букеттар тотторҙолар.
– Башҡа ҡотларлыҡ ҡатынығыҙ юҡмы ни? – тине Тәғзиә Ғәтифәгә күҙ ҡыҫып.
– Эх, ҡатыным булһа, мин урамда ятаммы ни.
– Һеҙ өшөмәгәнһегеҙме һуң? – тип һораны Ғәтифә.
– Юҡ, хатта сөскөрмәнем дә, рәхмәт инде һеҙгә.
– Рәхмәт нимә өсөн? – тине Ғәтифә.
– Ташлап китмәгәнегеҙ өсөн рәхмәт. Күҙ алдына килтерәм, һеҙгә мине һөйрәп йөрөтөүе һис тә еңел булмағандыр. Хәйер, икәү булғас, көсөгөҙ еткәндер.
– Рәхмәтте Ғәтифәгә уҡы, – тине Тәғзиә, – ул һине һөйрәп килтерҙе. Шулай ҙа беләйек әле, нисә метр һеҙ?
– Метр уҡ түгел, ну 195 сантиметр.
– О-о, улай булһа 1 центнер.
– Центнер ғына булһасы, 105 килограмм мин. – Һеҙ бит мине үлемдән ҡотҡарғанһығыҙ.
– Һеҙ инде бигерәк, үлемдән ҡотҡарҙы, тиһегеҙ.
– Эйе. Беләһегеҙме, мин нимә уйланым. Борон шундай йола булған: әгәр батыр кемделер ҡотҡарһа, ул ҡыҙҙы ҡотҡарған кешеһенә биргәндәр.
– Ә әгәр ҡотҡарыусы ҡатын-ҡыҙ булһа, батыр булыуға дәғүә итеүсене нимә эшләтергә? – тип һораны Тәғзиә.
– Мин тап шул хаҡта уйлай инем, – тине Рәйес. – Мин, мәҫәлән, иҫке йоланың яңыса яңғырауына ҡаршы түгелмен. Мәҫәлән, мине ҡотҡарыусы үҙенә алһа, ҡуш ҡуллап риза буласаҡмын.
– Туҡта әле, һеҙ өйләнгән түгелме? – тине Тәғзиә.
– Эх һеҙ, өйләнгән булһам, мин урамда ятаммы инде. Кем дә булһа ҡарап йөрөтөр, аҙаҡтан алып ҡайтыр ине. Бына миңә ҡарағыҙ әле, нисек уйлайһығыҙ, минең һымаҡ ирегеҙ булһа, һеҙ уны ташлап китер инегеҙме?
– Мин уйлар инем, – тине Тәғзиә, – әлбиттә, 195 сантиметр менән 105 килограмды ҡала буйлап күсереп йөрөтөүе еңел түгел. Ә һин нисек уйлайһың, Ғәтифә?
– Минең талап билдәле, – тине уңайһыҙланып ҡына Ғәтифә. – Иң күрә алмағаным– эскән ирҙе тәрбиәләү.
– Ғәтифә, һеҙ бит минең һымаҡ уйлайһығыҙ, – тине Рәйес. – Мин, ғөмүмән, эсмәйем. Кисә яңғыҙ булғанға эстем. Хәҙер беҙ бергә булһаҡ, мин эсмәйәсәкмен. Эскән ир кемгә кәрәк инде.
– Эсмәйенсә йәшәп буламы? – тип һораны Тәғзиә.
–Була, – тине Рәйес. – Әгәр эргәңдә һине маҡтап, дәртләндереп, хуплап тороусы булһа, мин эсеүҙе күҙ алдыма ла килтерә алмайым.
Байтаҡ ултырҙылар. Шунан өсәүләшеп концертҡа барҙылар. Зал тулы халыҡ. Араларында бер иҫерек күренһәсе. Эсмәгәндәр һәм төшөрмәгәндәр араһында йәшәп була икән.