-21 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
23 Март , 11:00

Килен

(Юмореска) Килен алдыҡ әле. Шатлығыбыҙ оҙон-оҙаҡҡа булһын тип, шул ҡыуаныстың ипкенендә йәшәп ятҡан көнөм. Киленебеҙ бар ине ул, тик... Ауырыны шул бахыр, мандый алманы. Сире башында, улай ғына түгел, мейеһендә, тинеләр.

Килен
Килен

Арыу ғына аҡса түгеп, дауалап та ҡараныҡ, белгестәргә лә күрһәттек. “Оҙаҡҡа бармаҫ, күп булһа, бер йыл, йыл ярым ғүмере ҡалған”, – тине бер тәжриәбле генә белгес. Шулай булып сыҡты ла... Ҡалай итәһең, тормош бит... Тәүге киленем менән эй матур, татыу йәшәнек. 15 йыл аҙ ғүмер түгел. Тәү күргәндән оҡшатҡайным үҙен. Баштан уҡ бер-беребеҙҙе аңлап, килешеп кенә торҙоҡ. Ябай булды үҙе, әммә эшкә әрһеҙ, уңған, егәрле ине. Улай ҡапыл ғына сирләп китер, тип уйламағайныҡ та. Бығаса бер ҙә ауырығаны булмағас ни... Был киленемде лә яманлағым килмәй. Төҫө барҙан төңөлмә, тиҙәр бит – төҫкә-башҡа бына тигән инде былай. Ҡупым ғына, бер аҙ көйәҙерәк тә күренә быныһы. Күҙе-башы уйнап тора. Замана балаһы инде. Тәүге көндәрҙә бер аҙ аңлашылмаусанлыҡтар булып алды инде. Мине, килен йомшау буйынса тәжрибәле генә ҡәйнәне лә, эргәһендә өйрөлтөп-сөйрөлтөп алды. Ундай ғына хәл ниндәй ҡәйнә менән килен араһында булмаҫ. Ҡалай булһа ла аңларға, яйын-көйөн табырға тырышып, янында улай ҙа, былай ҙа бөтөрөлдөм. Һаҡһыҙ ҡыланып, үпкәләтеп ҡуймайым, тип тә шөрләңкерәйем. Ярай, яйлап бер-беребеҙгә өйрәнербеҙ әле. Был киленем дә егәрле генә күренә былай, килгән көндө үк эшкә тотондо. Әле лә ана: “Эш юҡмы?” – тип ялпылдап тора. “Оҙон-оҙаҡ килешеп кенә йәшәргә яҙһын Алла бирһә”, – тип изге теләгемде теләй-теләй, бер ҡосаҡ керҙе һалып, янып торған күҙенә баҫып, өр-яңы кер йыуыу машинамды эшләтеп ебәрҙем дә, телевизорҙың пультын тотоп, яратҡан сериалымды ҡарарға тип диванға килеп ҡунаҡланым...

Гөлдәр ВАРИҪОВА.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас в