Ҡала дауаханаһына һалып, аҙна-ун көн укол ҡаҙап «бештеләр» үҙен: беләктәрендә тишер урын ҡалмағас, арт шәрифтәрен иләккә әйләндерҙеләр. Тырышлыҡтары бушҡа китмәне – Ғиндулла, яңы тыуған бәрәс шикелле, кәкрәйә-турая аяҡҡа баҫты. «Башҡаса бер ваҡытта ла шайтан һыуын ауыҙыма аласағым юҡ!» – тип Хоҙайға бағып та, ауырыуҙарға ҡарап та ант итте.
Ниһайәт, шәбәйеп, бөгөн дауахана ҡапҡаһынан сыҡты. Донъя иҫ киткес матур. Ағастарға ҡунып ҡоштар һайрай. Йәйге йоҡа кейемгә төрөнгән кешеләр тыз да быз ары-бире үтә. Йомшаҡ йылы ел, йәш ҡыҙҙарҙың үтә күренмәле күлдәк итәктәрен әҙ генә өҫкәрәк сөйөп, шәрә боттарын асып ебәрә...
Күҙҙәр шәрә боттарҙан ҡаршылағы араҡы-вино магазинына күсте. Ир-ат халҡы әленән-әле шалтыр ҙа шолтор «күңел күтәргес» йөкмәп сыға. Ғиндулланың да ҡулдары, үҙенең ихтыярынан тыш, кеҫә төптәрен ҡырыштырырға тотондо һәм, дарыуҙан ҡалған аҡсаларҙы иҫәпләр өсөн, күҙҙәр ҡаршыһына усҡа йәйеп һалды.
«Терелеү һөйөнөсөн йыуырға кәрәк!» – тине баш, антты боҙоп. «Ярай, ризабыҙ», – тине аяҡтар, һәм хужа магазин эсенә атланы. Ул арала ауыҙ бер тын алыу ҙа «сәкүшкә»не ҡорһаҡ тигән көршәккә ҡойоп та ҡуйҙы. Күңелдәр күтәрелеп китте. Закускаға осһоҙ «Прима» төтөнөн һурып туйғас, егет ауылға илтеүсе туҡталышҡа табан юлланды. Сәйер генә ғәҙәте бар Ғиндулланың: эсендә әҙ-мәҙ «шайтан ҡаны» йүгерә башланымы, күкрәк киреп йырлағыһы килә. Әле лә ул, тәүҙә ауыҙ эсенән генә моңланып, тора-бара тауышын көсәйтә биреп:
– Эх, гармун да булһа икән эргәмдә, һыуҙа ҡағыныусы ҡаҙ ҡанаттарылай бармаҡтарым көмөш телдәрҙе бейетер ине, – тип хистәргә бирелде.
Эйе, моң тигән күңел ҡылдарын тибрәтеүсе һәләтте ҡыҙғанмаған Хоҙай Тәғәлә Ғиндулланан, киреһенсә, өйөп биргән. Ауылда ғына түгел, ҡала һәм район күләмендә уҙғарылған үҙешмәкәр таланттар бәйгеләрендә ҡатнашып, һәр саҡ призлы урындарға лайыҡ була. Тартмаһы менән сервиз да биреп ҡайтаралар, Маҡтау ҡағыҙҙарының да иң кәттәһен тотторалар.
Шул ваҡыт үҙен, ямғырҙан һуң ҡалҡып сыҡҡан бәшмәктәр шикелле, әллә ҡайҙан килеп йыйылған ҡала шпанаһы уратып алды. Тәүҙә шырпы һоранылар. Уның артынса биш-алты тәмәкенән елдәр иҫте. Инде араҡы таптыралар, етмәһә, баштары егеттең ҡултыҡ аҫтына етер-етмәҫ көйөнсә, мөйөшкә ҡыҫып, төрткөләп алалар.
– Ә пинжәге нисауа бының, бер ҡап махраға һатырға була! – Ике жиган еңенән тартҡайны, Ғиндулла пинжәк эсенән кейелгән бер ҡат еңһеҙ күлдәктән торҙо ла ҡалды. Пинжәк һыйыр күргән үгеҙ күҙеләй һыңар төймәһен ялтыратып ҡулдан-ҡулға күсеп йөрөгән арала, бер жиган тел шартлатып, һыҙғырып уҡ ебәрҙе:
– Ә ул – ҡойоп ҡуйған наркоман. Әле лә, күрәһегеҙ, под кайфом. Ана, беләктәренә күҙ һалығыҙ әле!
– Мин наркоман ғына түгел, наркобарон! – тип төҙәтте Ғиндулла, шпаналарҙан ҡотолоу форсаты тыуғанға һөйөнөп. – Йәле, килтер пинжәкте!
Тегеләр пинжәкте йомарлап, егеттең битенә аттылар ҙа урам буйлап саптылар. Урам буйында һерәйеп торған милиционер эргәһенә туҡтап:
– Эй, мент, ана унда наркобарон баҫып тора, кайф ловит, йылы килеш тиҙерәк тота күр үҙен! – тигән һүҙҙәр менән Ғиндуллаға төртөп күрһәттеләр. Милиционер, наркобарондың үҙен тотоп бирһә, кәм тигәндә миҙал эләктерәсәген күҙ аллап, «енәйәтсе» улай-былай ҡасып китмәһен өсөн, йәһәт кенә кобураһынан пистолетын сығарып, ҡысҡыра-ҡысҡыра Ғиндуллаға табан йүгерҙе:
– Туҡта, бандит! Ҡуҙғалаһы булма, юҡһа атам!
Йылан шикелле ҡара көбәк күргәс, Ғиндулла ҡойолоп төштө, ауыҙ асып ҡаршы һүҙ әйтергә теле тотлоҡто. Хәйер, тәртип һаҡсыһының тыңлап торорға теләге лә юҡ ине – ҡулдарына бығау кейҙереп, тейешле ергә алып та китте. Ә ундағылар нисек эш итергә белә: пинжәген һалдыртып, ике беләгенә күҙ төшөргәс, алдарында кем баҫып торғанлығын тиҙ аңланылар.
– Тимәк, үҙең наркоман, етмәһә, наркобарон, – тип һүҙ башланы наркоконтроль вәкиле. – Мәк һатаһыңмы, әллә киндер үҫтерәһеңме?
– Дауаханала яттым... – «Наркобарон»дың ҡурҡыуҙан ҡалтырап сыҡҡан тауышы, тәмәке төтөнө шикелле, һауала эленеп ҡалды.
– Ялған күрһәтмә биргән өсөн иректән мәхрүм итеү статьяһы ҡаралған. Дөрөҫөн генә һөйлә! – Һорау алыусы хәнйәрҙәй үткер ҡарашын егеткә батырҙы. – Өйөңә барып мәк, киндер кеүек хикмәттәрҙе тапһаҡ, ялғаның фаш ителер, йә?!
Сәскәләр үҫтерергә ярата бит әсәһе, суҡынмыш. Түтәл-түтәл итеп ниндәйҙәрен генә сәсмәй! Йәшереп булмай.
– Мәкте матурлыҡ өсөн өй ҡаршыһында түтәлдә үҫтерәбеҙ, ә бына киндер орлоғон сәскәнебеҙ юҡ, сөнки бөтә ауылыбыҙ менән киндер эсендә ултырабыҙ. Баҡса башынан алып сүплеккә тиклем тирә-йүнде ғәләмәт ныҡ баҫты, ҡәһәрең, – тип зарланды апаруҡ шөрләгән егет.
– Йыш ҡулланаһыңмы?
– Нимәне?
– Әйтәйек, киндерҙе.
– Хоҙай биргән емеш тә инде, көн һайын тиерлек.
Был һүҙҙәрҙе ишеткәс, наркоконтроль вәкиленең ҡолаҡтары үрә торҙо:
– Йәле һөйләп бир, нисек?
– Нисек тип ни... әсәй менән кистәрен эс бошҡанда киндер орлоғон эҫе табала ҡыҙҙырып ашайбыҙ.
– Кешеләргә лә һатып бирәһегеҙме?
– Ни эшләп һата, ти! Бушлай! Кистәрен ҡапҡа төбөндә көтөү ҡаршылағанда күрше әбей-һәбейҙәргә услап өләшеп сығабыҙ. Улар менән бергәләшеп эскәмйәгә ултырып йә көнбағыш ярабыҙ, йә киндер сәйнәйбеҙ...
Шул саҡ Ғиндулланың уң ҡулы пинжәгенең аҫҡы кеҫәһендә бер-ике ус самаһы киндер орлоғо ятҡанлығын хәбәр итте. «Ҡыҙғанма, бир мәк менән киндер батшаһына. Ике ус орлоҡ биргәндән ярлыланмаҫһың, ашаһын! – тип бойорҙо башы, – юҡһа, ебәрә белмәҫ!»
– Бына, ауыҙ итегеҙ, һәйбәт итеп ҡыҙҙырылған, етмәһә, өйҙә тағы ла бар. – «Наркобарон» һорау алыусыларға «күстәнәс» һуҙҙы.
– Рәхмәт, – наркоконтроль вәкиле, усына киндер орлоғон алып, иптәштәренә күҙ ҡыҫты. – Тик бушҡа алмайым, аҡса түләп. Юҡһа, минең үҙемде лә ришүәт алыуҙа ғәйепләйәсәктәр. – Ошо һүҙҙәр менән ул Ғиндуллаға тамғалы аҡсалар һуҙҙы.
– Ярай, улай булғас, юҡты бушҡа бушатҡансы, бирегеҙ, – Ғиндулла шығырҙап
торған иллелекте кеҫәһенә һалып та ҡуйҙы. – Бер шешә сәмәй килә быға!
Шуны ғына көтөп торған наркоконтроль вәкилдәре наркотик һатышҡанда тамғалы аҡса менән «тотолған» егеттең ҡулдарына тимер бығау кейҙерҙеләр.
...Суд ултырышы ҡыҫҡа булды. «Үҙендә наркотик матдәләр етештергәне һәм халыҡҡа таратҡаны өсөн гражданин Мөшкөлбаев Ғиндулла Хикмәтулла улын дүрт йылға иркенән мәхрүм итергә!» тигән уҫал ҡарар сығарылды. Шулай итеп, ай күрҙе – ҡояш алды: дауахана түшәгенән Ғиндулла тура ҡаты режимлы холоҡ төҙәтеү колонияһына килеп ҡапты.
Ҡоймалары сәнскеле, барак тәҙрәләре рәшәткәле булһа ла, бындағы тотҡондар егетте тәүге көндәрҙә нисектер йылы ҡабул итте. Ауыҙынан сыҡмаһа ла, ҡайҙан белеп ҡалғандар тиген, «наркобарон» тип ҙурлап, дәрәжәләп өндәшәләр, хат та үҙҙәре ҡуйыһын һемереп туйғас, эсенән Мәскәү күренмәле ҡалдыҡ-боҫтоҡ сәйҙәрен дә уртаҡлашалар, күҙҙәре менән унан ниҙер өмөт итәләр. Өмөттәре аҡланмағас, тора-бара дәрәжәле исем мыҫҡыллы ҡушаматҡа әүерелде.
– Эй, наркобарон, итектәремде таҙартып, майлап ҡуй! – тип бойора “Бригадир” атлы әзмәүер.
– Мин йоҡлаған арала күлдәгемә төймәләр тағылған булһын! – Быныһын “Кувалда” ҡолаҡҡа киртә.
Дә-ә... Ете йортҡа бер энә, тигәндәй, ашау яғы ла кәзә йыуатырлыҡ: кәбеҫтә һыуы менән әлеге лә баяғы нужа бабай таяғы – шәкәрһеҙ сәй. Ә иң яфалатҡаны – тәмәке булмауы, «Прима» һағындыра. Йәнә лә тоҙло балығы, салоһы менән бергә «йәннәт һыуы» ла көнөнә туҡһан туғыҙ мәртәбә иҫкә төшөп кенә тора.
Аҡсаң булһа, төрмә магазинында кәрәк-яраҡ етерлек тә ул, тик бына пенсионер әсәй ҡарсыҡтан нимә һорайһың... Ошо эскелек арҡаһында ҡатыны ла, һыңар баланы етем яһап, айырылып, үҙе менән алып киткәйне. Өфөлә ике туған бай ағай бар-барлыҡҡа, әллә хат яҙып ҡарайһы инде үҙенә... Ярҙам ҡулы һуҙһын ауыр минутта. Шартына килтереп ярты бит самаһы сәләм өлөшөн яҙып, Ғиндулла төп темаға күсте: майы иреп һөйәге ҡалған бисара яҙмышы хаҡында зарланды, толоп еңе саҡлы боғаҙын туйҙырыу мәсьәләһен күтәрҙе, һуңғыһы иң мөһиме икән – хаттың теүәл өс бит өлөшөнә һыйҙы: «Ағай! – тип яҙҙы ул. – Эсемдә сүл бүреләре олой. Ҡорһаҡ сәсрәп тороп аҙыҡ таптыра. Һин кисекмәҫтән бер егерме кило ауырлығында посылка, ике кило самаһы бандероль һалып ебәр инде. Шунан артығына рөхсәт бирмәйҙәр. Юлың был яҡтарға төшкәндә минең колонияға һуғылып кит. Һиңә һәм еңгәгә таҙалыҡ-һаулыҡ теләп, бик ышанып көтөп ҡалыусы, һеҙҙең юлдан яҙған «наркобарон»ығыҙ Ғиндулла».
Яҙыуын яҙҙы ла бит, һин тигәндә – мин иҙәндә, тип әҙер тормайҙар икән ул, ҡосаҡ йәйеп. Юҡты бушҡа ауҙарыу булды. Ағайҙы ла, бер ҡараһаң, дөрөҫ аңларға кәрәк. Башына тай типмәгән. Байлыҡты хатта бармаҡ араһынан да һығып сығармаған өсөн бай ул. Посылка ебәреү түгел, хат та яҙманы, ҡарун.
Көн һайын тотҡондар үтәргә тейешле бурыстарҙы ятлатып, «Алла һантыйы күреп», әле эшкә, әле ашханаға, әле мунсаға илағың килгәндә лә сафҡа теҙеп, йырлатып ҡына алып баралар. Көн артынан айҙар, уларға эйәреп йылдар үтә торғас, ирек һулышын тойор ваҡыттар ҙа яҡынлашып килә, юғиһә. «Әгәр ҙә мәгәр был монахтар ояһынан иҫән-имен ҡотолһаммы, юлымда үҫеп ултырған һәр бер киндерҙең тамырына кәрәсин һибеп ҡоротасаҡмын»,– тип нисәмә тапҡырҙар тәүбәгә килде егет.
Бер көндө колония нәсәлниге, утҡа баҫҡан бесәй шикелле, арлы-бирле йүгерә башланы. Тимәк, ниҙер көтәһе ҡала. Ысынлап та, күп тә үтмәне, тотҡондарҙы сафҡа теҙҙеләр:
– Йырсылар, бейеүселәр, музыка ҡоралдарында уйнай белеүселәр, ғөмүмән, артистар бармы арағыҙҙа? Булһа, ике аҙым алға атлағыҙ! – тип бойорҙо нәсәлник. Күп тә үтмәне, төркөмдән тиҫтәләгән тотҡон ышанысһыҙ аҙымдар менән алға сыҡты. «Ни булһа ла булыр, йөн тибеп йөрөгәнсе, сығайым әле», – тип Ғиндулла ла бәхет ҡошон һынап ҡарарға булды.
– Колониялар араһында үҙешмәкәр артистарҙың йыр-бейеү бәйгеһе үткәрелә. Ҡаланың үҙәк мәҙәниәт һарайында сығыш яһаясаҡбыҙ. Еңергә кәрәк! – Нәсәлник һуңғы һүҙгә айырыуса баҫым яһаны. – Һынатмағыҙ! Еңеп ҡайтһағыҙ, аҙна буйы байҙарҙың төшөнә лә инмәгән тәмле, тел йотмалы аштар ашатасаҡмын. Селедкаһы ла, «наркомовский» ҙа булыр. Хатта, суҡынып әйтәм, еңеүсене ике-өс айға алдан иреккә сығарасаҡмын, килештекме?!
Бындай йылы вәғәҙәне ишеткән «артистар» ең һыҙғанып, йәғни көндө төнгә, төндө көнгә ялғап репетиция эшенә керештеләр. Осраҡлы килеп эләккәндәре беренсе иләктән иләнгәндә үк ҡойолоп төшөп ҡалды. Ниһайәт, сабыр ҡаҙаны шартлар хәлгә еткәндә, тотҡондар алдында оло сәхнә пәрҙәләре асылды. Һынатманылар егеттәр. Ғиндулланың «Һағындыра йылы ҡосағың» йырын аяҡ өҫтө баҫып алҡышланылар, ә ул гармунда бейеү көйҙәрен һыҙҙырып уйнай башлағас, тамашасылар баҫҡан урындарында тыпырҙап бейергә төштө. Шулай итеп, колония йыр-бейеүҙә беренселекте яуланы, Маҡтау ҡағыҙына һәм махсус грантҡа лайыҡ булды. Шатлығынан ҡыйыш тейәгән нәсәлник аҙна-ун көн самаһы иҫенә килә алманы, ошо сәбәпле үҙен йорто менән төрмә араһында күтәреп кенә йөрөттөләр.
Хәтере тишек иләк икән түрәнең.
– Ҡайҙа беҙгә тигән байҙар ашы? – тип һораны «артистар» сираттағы барлау ваҡытында.
– Һеҙ бында байҙар ашы ашар өсөн килтерелмәгән, ә аҡылға ултыртыр өсөн ултыртылған! – тип ҡырт киҫте бахмурҙан кәйефһеҙ йөрөгән нәсәлник.
Тормош элеккесә дауам итте. Көн һайын мең тапалған бетон өҫтөнән шап та шоп саф строй менән үтеү, тамаҡ йыртып йыр йырлау. Торғаны бер һарыҡ көтөүе. Берең бәэлдәүгә башҡаларың хор менән күтәреп ала. Ә эш хаҡы күркә көлөрлөк – ҡырҡ-алтмыш һум тирәһе генә.
Ниһайәт, Ғиндулланың дүрт күҙ менән зарығып көткән иреккә сығыр көнө килеп етте. Бына ул теле менән тирмән тартыусы нәсәлник ҡаршыһында: таштан йүкә һуйыусы хәйләкәр төрмә ҡомағына баш эйеп баҫып тора. Ә тегенең бөгөн ауыҙы йырыҡ:
– Йә, Мөшкөлбаев, срогың тулды. Мин һине бөгөндән ошо матур һарайҙан осорорға тейешмен.
– Рәхмәт, гражданин нәсәлник.
– Рәхмәтеңде кеҫәңә һалып ҡуй. Әле бер эш килеп сыҡты: һинең атҡаҙанған артист-наркобарон икәнеңде яҡшы беләбеҙ. Тиҙҙән колониялар араһында йыр-бейеүҙә өлкә-ара смотр-бәйге була. Ҡатнашыуың мәжбүри. Нисек тә бер-ике аҙнаға түҙ инде, унан дүрт яғың ҡибла. – Нәсәлник, күҙҙәрендә шайтан бейетеп, һүҙен дауам итте: – Ҡара әле, наркобарон, бәлкем, ғөмүмән, беҙҙә генә тороп ҡалырһың, ә? Айырым бүлмә... бүлмә тип, камера бирербеҙ үҙеңә, бик теләһәң – карцер, яҡшы ашатыу...
Көтөлмәгән ҡот осҡос яңылыҡтан Ғиндулланың күҙ алдары ҡараңғыланды, асыуҙан йөрәге дарҫлап тибергә тотондо. Бына бит ул ниндәй: бысаҡһыҙ һуйҙы ла ҡуйҙы. Асыуы, Везувий вулканы кеүек, ҡотороп тышҡа ашты:
– Һин, сүплек башындағы дегәнәк! Хәҙер үк сығар һаҫыҡ камераңдан! Юҡһа... – Йыуаш наркобарон беренсе тапҡыр йоҙроҡ төйнәп, уҫал ҡарашын нәсәлниккә
төбәне.
– Ҡара һин уны, эт һимерһә, эйәһен тешләй, тигәндәре ошо икән. Ишеттегеҙме, ул мине яман исем менән атаны. Икенсенән, «юҡһа» ни эшләрһең? – Нәсәлник мыҫҡыллы тауыш менән хахылдап көлөп ебәрҙе. – Юғарыға яҙыр инең, шикәйәтең минең ҡул аша үтә. Миңә ҡул күтәрер инең, һин, бетләгән, үҙ шәүләңдән үҙең ҡурҡаһың, мәймүн!
Асыуҙан аҫҡы ирендәре дерелдәүгә күскән тотҡон нәсәлниктең әпәй шүрлегенә нисек үрелгәнен үҙе лә һиҙмәй ҡалды. Ләкин һуң ине инде. Бәреп кенә үлтермәһә ярай ҙа надзирателдәр батшаһы. Ана бит, беләктәре ниндәй йыуан – автокран шикелле.
Үҙенән баш ярым юғарыла урынлашҡан әпәй шүрлегенә наркобарон йоҙроғо менеп етә алмаһа ла, нәсәлник уны еткәнгә һанап ҡабул итте:
– Күрҙегеҙме, тотҡон Мөшкөлбаев хеҙмәт бурысымды үтәгәндә миңә ҡул күтәрҙе. Бөтәгеҙ ҙә шаһит булырһығыҙ!
Ғиндулланы һаҡ аҫтында бүлмәгә алып ингән надзирателдәр «Есть!» тип честь бирҙе. Ә нәсәлниктең ауыҙы ҡолаҡта:
– Ах, ниндәй һөйөнсө! Ах, ниндәй бәхет! Хоҙай үҙе ебәргәндер беҙгә был былбылды! Уның сәпсек күкәйеләй йоҙроғо кәм тигәндә яңынан дүрт йыл срокка тартасаҡ! Тимәк, алда дүрт йыл буйы барасаҡ смотр-бәйгеләрҙә еңеү тағы беҙҙеке! – Шатлығынан ни ҡылырға белмәгән нәсәлник таштай ҡатып ҡалған наркобаронды ҡосоп, өҫкә сөйҙө. – Ҡаптырҙыҡ бит тутыйғошто тоҙаҡҡа! – Ул алдан ҡорған хәйләһен дә йәшереп торманы. – Видеотаҫма бөтәһен дә күрһәтә, – тип кенә ебәрҙе.
Нәсәлник бүлмәһендә әтәсләнергә ирек ҡуйған һаҡсылар егетте ҡабат камераға илтеп япты...
Фото: Яндекс.Дзен