Ана, беҙҙең күрше Райман өйөндә тауыҡ та һуйғаны юҡ, сөнки ҡан күрһә, башы әйләнеп, күңеле болғанып, ҡан баҫымы һикереп, ҡолай ҙа ҡуя. Был эште уның өсөн ҡәйнеше Юламан, ул да булмаһа, ҡатыны Мәймүнә үҙе башҡара. Дөрөҫ, туңҡайып тауыҡ һуйып торған ҡатын бик матур күренеш түгел. Ләкин, ни хәл итәһең, тауыҡты бит һуйып ашар өсөн үҫтерәләр. Шул Райман баш ҡалала бик ҙур ойошмала һаҡсы булып эшләй.
– Ҡурҡыныс түгелме? – тип һорайым мин унан. “Тауыҡ һуйырға ла эшкинмәйһең, ҡурҡмайһыңмы?” тип һорап булмай бит инде бишенсе тиҫтәне ҡыуған ирҙән.
– Бер нимәһе лә юҡ, – тине ул күкрәген киреп. – Әгәр килеп сыҡһалар, бер ҡулда – травматик, икенсеһендә – күҫәк. Сығарып, бер һелтәһәм, ҡолайҙар ҙа бөтәләр.
Күҙ алдына килтереп ҡарайым, ләкин хулигандарҙы арҡыс-торҡос һуҙып һалған ул түгел, тауыҡ һуям тип йыйынған ирҙең, ҡан күреү менән, йыш-йыш тын алып, ҡалтыранып ҡолауы күҙ алдына килә лә баҫа.
– Түләйҙәрме һуң?
– Әлбиттә! Түләмәһәләр, мин эшләмәҫ инем.
Шулай итеп, дефициттың нимә икәнлеген асыҡланыҡ. Ул да булһа, аҡса, эш хаҡы, имеш. Эш бар, ләкин түләргә теләүселәр генә юғыраҡ. Ҡалаға барып, эшкә тотонорға йыйыныусылар өсөн бер нисә кәңәш. Һис тә ваҡ-төйәк түгел. Иң мөһиме, йәшәү һәм эш шарттары. Йәшәү шарттары тигәндә иң тәүҙә уңайлыҡтары коридор башында булған эшселәр ятағы күҙ алдына килә. Ундайға бик өмөт итмәгеҙ. Иң һәйбәте – хыялдың сиге, тип әйтәйемме, ҙур бүлмә, икешәр-өсәр ҡатлы карауат һәм һеҙҙең кәүҙәгеҙгә генә ҡулайлаштырылған йоҡо урыны. Был шифахана, йә ял йорто түгел. Бында кешеләр эшләй. “Тор, әҙәм аҡтығы!.. Ни эшләп һаман йоҡлап ятаһың?.. Хәҙер һинең смена!.. Ҡайҙан беләйем мин һинең ботинкаларыңды кем кейеп киткәнен... Шуны, полиэтилен тоҡсайға һалып, баш осона һалып ятып булмай инеме?.. Урлатҡанһың, асыҡ ауыҙ!..” Бындай хәлдәр – ғәҙәти күренеш. Уның ҡарауы, ай аҙағында ошондағы ҡаҡ һикегә баш терәп йөрөгәне өсөн бишәүле булмаһа ла, өс-дүрт йондоҙло ҡунаҡхана хаҡын тотоп алып ҡаласаҡтар.
Ярай, ятаҡ менән һеҙҙең бер мәшәҡәт бөттө, тип иҫәпләгеҙ. Иғланды ентекләп ҡарағыҙ. Сөнки ашап-эсеү, йәғни туҡланыу предприятие иҫәбенә тип яҙылған булһа, уҡып та бөтмәйенсә, артығыҙға боролоп та ҡарамайынса ҡасығыҙ. Сөнки бер тәрилкә өйрәне һәм ҡоро һыуҙа йөҙгән биш-алты макаронды ашаған өсөн кемдер түләргә тейеш. Ә түләүҙе хужа ойоштора. Тимәк, хаҡтарҙы ул ҡуя. Ә хаҡтар... Ана, күрәһегеҙме, 70-се ҡатта “Күктең етенсе ҡаты” тигән ресторан эшләй. Һеҙ һөйләнә-һөйләнә ашаған аҙыҡ шул ресторандыҡынан саҡ ҡына арзаныраҡҡа төшәсәк.
Ә хужа, үҙенсә, һеҙҙе ашатып, дөрөҫ эшләй, сөнки ашаған малда йүн бар. Ул эшләй. Барыһы ла һуңғы көндө, эшләгән өсөн аҡса түләгән саҡта билдәле буласаҡ. Әгәр һеҙ эш урынында йоҡлаған һәм шунда туҡланған өсөн төҙөлөш ойошмаһы хужаларына бурыслы булып ҡалмаһағыҙ, бик яҡшы. Сөнки һеҙ бурысһыҙ ҡотолғандарҙың бик һирәктәренең иң тәүгеләренең береһе.
Уйҙырма ҡатыш ысынбарлыҡ хаҡында бөйөк төҙөлөштәрҙә ҡатнашыусылар, йәғни бурыслылар үҙҙәре һөйләне. Әйткәндәй, ҡайһы бер ҡанлы ваҡиғаларҙан һуң ҡарауылсы, йәғни һаҡсы һөнәренә ихтыяж ҡырҡа күтәрелде. Ә ниңә мөмкинлектәрегеҙҙе шунда һынап ҡарамаҫҡа? Төҙөүселәр һымаҡ, айына 50–60 мең һум вәғәҙә итмәһәләр ҙә, 15–18 мең һум һис тә эсегеҙҙе тишмәҫ. Биғәйбә!
Р. МӨҒӘЛЛИМОВ