-7 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
6 Апрель 2022, 12:00

Намыҫ

(Юмореска) Кеше талаусы Мансур ҡара төндә инде өс сәғәт һуңға ҡалған уҙғынсыны көтөп тора, тик береһе лә күренмәй. Аңлайһығыҙ инде, ул уҙғын­сыны сисендерергә уйлай. 

Намыҫ
Намыҫ

Мансур өмөтһөҙлөккә төшөп бара ине, ниһайәт, берәү күренде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был бәндә алама кейенгән. Был әҙәм аҡ­тығының аҡсаһы бар микән? Шулай ҙа Мансур ҡу­лындағы пистолетын (ул уны үҙе ололап «ашатыусым» тип йөрөтә) теге­нең күкрәгенә терәне лә:
– Аҡса янсығымы, әллә ғүме­реңме?! – тип ҡысҡырҙы.
– Аҡса янсығым юҡ, – тине теге йолҡош. – Минең намы­ҫым ғына бар.
Шул ваҡыт Мансур тегенең ҡанаттары барлығын күрҙе. Ап-аҡ ҡанаттар. Арҡаһының ҡалаҡ һөйәктәренән үҫеп сыҡҡандар. Мансур ҡурҡып китте. Үҙ юлыңда бул, тип әйтергә иткән ине, кинәт кенә үҙе лә һиҙмәй һорап ҡуйҙы:
– Ә һин миңә намыҫ бирә алаһыңмы?
– Күпме теләйһең, – тине теге. – Күпме теләйһең, шул саҡлы бирәм.
– Ә намыҫ ауырлыҡ менән үлсәнәме?
– Кубик сантиметрҙарҙа үлсәнә, – тип яуап бирҙе теге.
– Ә кешеләрҙә күпме намыҫ була?
– Кемдә нисек инде. Ҡайһы­ларында бер кубик миллиметр, ҡайһыларында ике кубик сантиметр, биш кубик сантиметр­ға еткән кешеләр ҙә бар. Ә бына һинең намыҫың бөтөнләй юҡ.
«Хәҙер бер кемдең дә на­мыҫы юҡ, – тип уйланы Мансур. – Ул бик дефицит тауар. Әллә, бирәм тип торғанда, алайым микән намыҫты? Һатып, бәлки, байып та китермен әле». Шулай уйланы ла йол­ҡошҡа:
– Биш кубик метр намыҫ бир миңә! – тине.
– Алдым тип иҫәплә, – тине теге зат.
Шулай тине лә, кинәт кенә күҙҙән юғалды.
Икенсе көндө Мансурға на­мыҫ һатыу мөмкин булмаған кеүек тойолдо. Нисек инде намыҫҡа аҡса һорайһың. «Те­ләгән кешегә бүләк кенә итермен намыҫты», – тип уйланы ул. Шулай уйланы ла, төрлө йәмғиәттәргә хат яҙыр­ға ул­тырҙы. Бер ай эсендә илле йәмғиәткә хат яҙып һалды. Хатында ул, йәмғиәттәргә теләгән хәтле намыҫ бүләк итәсәкмен, тип яҙҙы. «Бер ниндәй аҡса һо­рамайым, тауарым бөтөнләй бушҡа», – тип яҙҙы Мансур буласаҡ клиенттарҙы ҡыҙыҡ­тырыр өсөн.
Ике ай Мансур бик күңелле йөрөнө. Хәҙер күп кешенең бынамын тигән намыҫы буласаҡ. Ләкин йәмғиәттәрҙән яуап хаттары килеп төшә башланы. Барлыҡ хаттарҙа ла, беҙгә на­мыҫ кәрәкмәй, тип яҙылғайны.
Әйтәйек, эшҡыуарҙар йәм­ғиә­те уға былай тип яуап бирҙе: «Намыҫ ул бизнес ке­шеләренә зыян ғына итә. Уңышлы биз­несты намыҫлы кешеләр алып бара алмай. Һеҙ тәҡдим иткән тауар беҙгә бө­төнләй кәрәкмәй».
Пенсионерҙар йәмғиәтенән былай тип яҙҙылар: «Намыҫ беҙҙең үҙебеҙҙең дә етерлек. Ҡайҙа ҡуйырға белмәйбеҙ. На­мыҫ тәҡдим иткәнегеҙ өсөн рәх­мәт, ләкин яҙып үткәне­беҙсә, намыҫ беҙҙә күп».
Башҡа йәмғиәттәрҙән дә ошоға оҡшаш яуап яҙып ебәр­ҙеләр.
Шулай итеп, бөтә намыҫ уның үҙенә тороп ҡалды. Элекке һө­нәрен ташланы. Хәҙер ул йә­шелсә магазинында йөк ташыу­сы булып эшләй.
Кистәрен Мансур балалар дауаханаһында волонтерлыҡ менән шөғөлләнә. Сирлеләргә төрлө ярҙам күрһәтә. Бөтөнләй бушҡа. Шуның өҫтөнә, бала­лар­ға әкиәттәр ҙә уҡый, үҙ аҡсаһына уларға кәнфит, уйын­сыҡтар ҙа алып бирә.
Иң ғәжәбе шул: Мансур үҙ тормошо менән бик ҡәнәғәт. Бә­хетле итеп һиҙә үҙен. Дөрөҫ ғү­мер итәм, тип уйлай.

Юныс ЗӨБӘЙЕРОВ.

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: