Уларына ҡымырйып та бармаҫ инем. Бер көн өс йәшен тултырған ейәнем Гансты етәкләп магазинға сыҡтым. Тыҡрыҡты кискәндә: “Гансик, осторожно будь, машина едет”, – тип киҫәткән булам. Ейәнем, артынан шыйыҡ төтөн ҡалдырып тырҡылдап үтеп киткән сусҡалай ғына кәүҙәле автомобилгә һынаулы ҡараш ташланы ла: “Ока” – не машина”, – тип һығымта яһаны.
Түҙемлегем бөттө. Һатып ебәрергә булдым. Аҡсаһы Ҡыҙыл диңгеҙгә барып ял итергә үк етмәһә лә, бәлки, үҙебеҙҙең Тоҙ күленә барып ҡайтырға етер. Көнө-төнө телевизор ҡарап, реклама һанап, донъяның ҡайҙа табан тәгәрәүен беләбеҙ. Нәмә генә тәҡдим итмәйҙәр ҙә, ташлама артынан ташлама яһап, нисек кенә игелек күрһәтмәйҙәр. Мин дә гәзиткә иғланды шундайыраҡ рухта бирҙем. “Әгәр егерме меңегеҙҙе янығыҙҙа ҡалдырырға теләһәгеҙ, минең “Ока”ны алығыҙ. Өр-яңы тип әйтерлек. Техник хәле иҫ киткес шәп!”
Аҙна буйына берәү ҙә шылтыратманы. Телефонға текләп ултырып күҙҙәрем талды. Инде лә асыуымдан уны иҙәнгә селпәрәмә бәрәйем тип ҡуҙғалғайным, ҡурҡты булһа кәрәк, телгә килде.
– Күпмегә бирәһегеҙ? – Тауышы таныш та кеүегерәк. Тик таныштарым араһында ундай тыңҡыш әҙәм юҡ.
– Илле һорайым, утыҙға бирәм. Егерме меңең янға ҡала...
– “Ока”ны? Утыҙға?! Кеше көлдөрмә, йүләр! – тине лә Тыңҡыш трубканы шап итеп һалып ҡуйҙы.
Машина алыу уйынан бөтөнләй ваз кисмәгән икән, иртәгеһен тағы шылтыратты был.
– Йә, уйланыңмы? Күпме ташлама яһайһың?
– Ниндәй ташлама ул тағы? Егерме мең етмәгәнме ни!
– Ул ташлама түгел, янда ҡалдырыу ғына...
Һөйләшеү өҙөлдө. Тыңҡыштан башҡа шылтыратыусы булһа, ул һөмһөҙгә төкөрөп тә бирмәҫ инем. Юҡ шул. Шуға күрә һөйләшеүҙең өсөнсө көнөндә һатып алыусымды илле процент ташлама менән шатландырырға уйланым. Ун биш меңгә генә ҡалдырҙым,
– Ун биш меңгә?! “Ока”ны?! “КамАЗ”-дың етем балаһын?!
– Һуң, етем булһа ла машина бит әле ул. Тәгәрмәсе лә дүртәү, түбәһе лә бар... “Скутер” хаҡы ла түгел...
– “Скутер” мопед ҡына булһа ла япондарҙыҡы. Ә һинең консерва ҡалайың...
Ҡыҙып уҡ киттем.
– Консерва ҡалайы булһа, алма! Һине кем көсләй?
– Алам! Тағы бер аҙ төш тә...
Вәт дегәнәк!
– Күпме ул “тағы бер аҙ”ың? – Башыма: “Бөгөн ҡотолмаһам, башҡа бер ҡасан да ҡотола алмам”, – тигән уй килтереп һуҡты.
– Тағы илле процентҡа төш...
– Әрһеҙләшмә. Утыҙға төшәм, иллегә юҡ...
– Илле!
– Ҡырҡ...
– Илле!
– Ҡырҡ биш...
– Алмайым!
– Ал инде... Ярай, һинеңсә булһын, илле-е-е...
Ярты сәғәт тә үтмәгәндер, Хөснөтдин бажа килеп инде. Тауышы таныш кеүек тойолғайны, телефондан шул мөртәт менән алыш-биреш яһаған булып сыҡтыҡ. Танытмаҫ өсөн танауын ҡыҫып һөйләшкән.
– Ҡайҙа, ас гаражды, бир асҡысты! – ти. Ауыҙы йырыҡ йүнһеҙҙең.
– Деньги вперед! – мин әйтәм.
– Ниндәй аҡса? Йөҙ процент ташлама яһаның бит. Башта – илле, шунан – илле. Договор дороже денег. Егет һүҙе бер була.
Алыш-бирештең үҙ ҡанундары шул. Ҡыҙып китеп уяулығымды юғалтҡанмын. Биреп ебәрҙем күҙ алмамдай ҡәҙерле дөлдөлөмдө бер йүнһеҙгә...
Закир ӘҠБӘРОВ.