– Бик яҡшы, һәйбәт улай булғас. Бөгөнгө күргән-белгәндәрҙе, тамсыһын да түкмәйенсә, бөртөгөн дә сәсмәйенсә, энәнең осло еренән алып, ебенең төйөнөнә еткәнсә һиңә еткерәм.
– Эйе, бирелеп китеп, йотлоғоп тыңлармын. Һушты китәрерлек ерҙәре булһа, иҫемде йыя алмай торормон шунда, яҙып алырлыҡтарын, мәрйен теҙгән кеүек итеп, матур, йомро, һимеҙ хәрефтәр менән аҡ, сыйылмаған, бөгәрләнмәгән, линейкалап юлдары һыҙылған ҡағыҙ битенә теркәп ҡуйырмын. Мөһим, тапҡыр, фәһемле, ҡолаҡҡа ятышлы тип табылған юлдарҙы, һүҙҙәрҙе ҡыҙыл, һары, йәшел фламастерҙар менән билдәләрмен, аҫтарына һыҙырмын, кәртәләп алырмын. Уларҙы ҡолағыма киртеп, күңелемә уйып, мыйығыма урап, башыма һалырмын.
– Әйтһәң – һүҙ, төртһәң, күҙ инде, оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы, резина итектең тишелмәгәне, сәйҙең һөтлөһө яҡшы, тигәндәй... Ат дағалағада ботон ҡыҫтырып, бар урамға яу һалған баҡаны тиҙ ярҙам саҡыртып, балнисҡа әпкиткәндәр. Төштө нимәгә юраһаң – шул була икәнен белеп алған да Маһипәрүәз, бизнес асҡан – төш юраусы. Ишеген көндөҙ ҙә, төнөн дә яптырмайҙар, ти. Көндөҙ йоҡларға яратыусылар төндә баралыр инде. Әллә көндөҙ кеше төш күрмәйме икән? Әй, ней, теге Сәйҙәнең улына әйткәнен килене генә түгел, күршеләрендәге Әсмә лә ишеткән икән. Өсөнсө ауыҙға еткән һүҙ – бөтә ауылға еткән һүҙ бит инде ул, баяғы ерҙә. Назар бушамай ҙа һуң, донъяһын ҡалдырып, ҡунаҡҡа ла йөрөй алмай. Анауынса этте көн дә һуғармаһаң, тотоп ашарҙар. Әстәғәфирулла тәүбә! Йә, ярай, ҡалғанын икенсе юлы һөйләрмен әле. Бик күп бит ул беҙҙең тапҡыр һүҙҙәребеҙ, аҡыллы мәҡәлдәребеҙ, тос фекерҙәребеҙ!
Дилә СӘЛИХОВА.