Брак-фәләнде тоттороп ебәрҙеләр инде. Булыр, булыр ул хәҙерге заманда, аҡса тип кешенең күҙе-башы тоноп бара бит. Анау егет ишараты бик мут ҡыланған һымаҡ тойола ине. Магазинға барып инеү менән эргәһенә тып итеп килеп тә баҫты.
–Ағай, берүк ошоноһон ғына һайлағыҙ, барыһы ҡырылып шуны ала, – тип кәштәләге иң ҡиммәтле телефонды күҙенә төртөп килтергәс, алды ла ҡуйҙы. «Ҡиммәтерәк бит әле», тип әйтергә уйлағайны ла, йәпһеҙһынды.
Туҡта әле, гелән генә былай йөрөп булмаҫ, гарантияһы бөтмәҫ элек алмаштырып ҡалырға кәрәк. Дуҫ-иштәр, туған-тыумасалар шылтырата алмаһа, йәпһеҙ һымаҡ та. Донъя бит, төрлө хәлдәр була. Бер-бер хәл була ҡалһа... Тәүбә, тәүбә... Юрамал, һүндереп ҡуйған тиерҙәр.
Ғәббәс шулай уйлай-уйлай, телефонын ҡумтаһына матурлап тығып, ишек тотҡаһына үрелгәйне генә, таныш көй һуҙылды. Атаҡ, атаҡ, әллә минеке инде! Ир ашыға-ашыға телефонын ҡулына алды.
–Иҫәнлекме-һаулыҡмы, ағай? Хәлдәр нисек?– Исеме яҙылмағас, Ғәббәс ят тауышты аңҡара алмаһа ла, кем булаһың әле, тип һорарға уңайһыҙланды.
–Арыубыҙ әле, арыубыҙ. Былай бирешкән юҡ.
Хәл-әхүәл белешеп, бер сама донъя яңылыҡтарын барлағас, ҡусты тейеш кеше башына төшкән хәсрәттән аҙарынды.
–Бынау ҡәһәр һуҡыр кредит тигән нәмәнән яман һоҫолдом бит, әй. Инде түләп бөттөм икән тиһәм, яҙыу килә лә төшә, килә лә төшә. Хәҙер әллә күпмегә арттырып ҡайтарҙым инде. Алғанда ғына эрәхәт икән ул.
–Кит, һантый, башҡаса алма! Сығып барған аҡсаң бармы ни! –Ғәббәс ҡустыһын ысын күңелдән йәлләне.
–Үҙем дә шулай улайым да ул. Тик бына әлегеһен түләп ҡуйыр өсөн ҡапыл да аҡса таба алмай эт булдым. Һорамаған кеше ҡалманы, береһендә лә юҡ. Хәлемә үҙемдең ағайым ғына инһә инер тип, һиңә шылытыратыуым инде. Ағай, берәй утыҙ мең аҡса биреп тор әле...
–Янда әҙерәк йыйнаған-төйнәгән бар ҙа ул. Өйҙә мебелдәрҙе яңыртһаҡмы тигәйнек.
–Ярай, мебелең ҡасмаҫ әле. Ә бына миңә бер көнгә лә һуңлатырға ярамай. Биреп торсо инде, ағай, изгелеңде үлгәндә лә онотмам...
– Ярай әтеү...
Эшләп китте ахырыһы. Былай булғас, барып тормайым, лутсы рәхәтләнеп телевизор ҡарайым.
Ғәббәс кире боролоп инде лә телевизорын ҡабыҙҙы. Унда хәбәрсе төбәктәге һуңғы ҡаҙаныштар, Ҡотлоюл ауылында яңы мәктәп асылыуы тураһында тулҡынланып һөйләй ине. Бөтә халыҡ шат, йырлайҙар, тыпыр-тырып бейейҙәр, күңел асалар, ауылда йәшәүҙәренә шатланып бөтә алмайҙар. Ир, бөтә ерҙә тормош гөрләп тора, әллә нишләп беҙҙә генә насар тип уйлап өлгөрмәне, телефоны йәнә үҙенең брак түгеллеген белдерҙе.
–Алло, алло!
–Нихәл, энекәш?Нимәләр ҡыйратаһың? –Быныһы ауылдағы өс туған ағаһы Насип ине. Уны шундуҡ таныны. Рәхмәт төшкөрө, үҙен һис онотторорға ирек бирмәй ул, ауылға ҡайтҡан-киткән арала, ҡустым, ҡана саҡ ҡына бензин кәрәк ине тип килә лә етә.
– Ана тәгәрәйем, бына тәгәрәйем, тип йөрөйбөҙ инде. –Ғәббәс, һикһәнде ҡыуған әсәһе ише, шаяртыбыраҡ яуапланы.
– Һин улай тимә әле, ҡустыбай! – Ағайҙың тауышы көр сыҡты. –Арыҫлан кеүек ир ҙә шулай тигәс, башҡаға ни һан. Үҙеңде бына киләһе ялға бесән сабышырға саҡырырға тип торам әле. Әҙерәк ҡан яҙлыҡтырып алырһың. Гелән өҫтәл артында ғына ултырған кешегә физик эш хатта килешә торған. Бер ыңғайҙан ҡунаҡ булып, һөйләшеп ултырырбыҙ...
Ғәббәс йәнә йомшаҡ диванына ҡунаҡланы, йәнә теге тере ҡумтаға ҡапланды. Бер аҙҙан телефоны тағы таныш йырҙы яңғыратты.
–Алло, алло!
– Кейәү, хәлләр-мәлләр? –Быныһы ауылдан ҡайнағаһы Сәлимдең тауышы ине.
– Шул бер килеш инде, этһәң бара тигәндәй. Ә үҙегеҙҙең тормоштар нисек?
–Беҙҙең дә шул бер сама инде. Кисә оло һыйыр быҙаулап бирҙе. Бер ҡаҙыбыҙ теүәл егерме бәпкә сығарҙы...
–Ә балалар?
– Шәптәр инде, шәптәр. Малай аттестат алды. Бына әле шуны ҡайҙа апарып тығырға белмәй ҡаңғырыған баш. Стәрлегә барһаң, унда нәҫел-нәсәп юҡ тигәндәй.
– Ә ниңә Өфөгә килмәйһегеҙ? – Был һүҙҙе ишетеүгә, баянан бирле, нисегерәк итеп ҡырлатып әйтһәм, йәплерәк килеп сығыр икән тип баш ватҡан ҡайнағаһы ҡыуанып ҡуйҙы.
–Ҡара, дөрөҫ әйтәһең дәүел кейәү. Нишләп бығаса башҡа килмәгән!Ҡыр типмәҫһегеҙ әле. Как никак Марсель үҙеңдең иң яратҡан ҡәйнешең. Үҙе лә еҙнәм дә, еҙнәм тип өҙөлөп тора. Ярай, хәҙер үк юлға әҙерләнәбеҙ, берәй һимеҙ генә тауыҡты өтәҫләйем, ҡала кешеһенә ауыл һурпаһы танһыҡ була торған...
Ғәббәс диванына сүгәләп тә өлгөрмәне, фатир эсенә ҡайтанан таныш моң һибелде. Ир еңел һулап ҡуйҙы. Хәҙер телефонының боҙоҡ булмауына уның тамсы ла шиге юҡ ине.
Венер ИСХАҠОВ.
Фото: infourok.ru