— Район үҙәгенән мин. Инспектор...
“Инспектор” тигән һүҙ Фәриҙә ханымдың ҡолағын өтөп алды.
— Әллә бер-бер хәл булдымы? Сәйет өҫтөнән һеҙгә лә ялыу яҙмағандарҙыр бит?!
Район үҙәгенең ҡайһылыр ерендә ултырған инспектор был һорауҙы яуапһыҙ ҡалдырҙы.
— Миңә Гәрәев үҙе кәрәк ине. Ашығыс...
Фәриҙә ханым ҡойолдо ла төштө. Сәйет үҙе кәрәк, ашығыс, ти инспектор. Юҡ, был тикмәгә түгел. Бында ни ҙә булһа бар! Йә, хоҙа, моғайын, теге тауыҡтарҙы соҡоп сығарғандарҙыр ҙа ялыу яҙғандарҙыр.
— Шул ҡәһәр һуҡҡан тауыҡтар тураһында белгегеҙ киләлер инде. Сәйет иртәгә үк колхоз кассаһына аҡсаһын түләйәсәк, иптәш инспектор!
— Һеҙ ниндәй тауыҡ хаҡында һөйләйһегеҙ?
— Ярай инде, иптәш инспектор, белмәгәнгә һалышмағыҙ. Сәйет аҙыраҡ яңылышты инде, нәфсе тигән шайтан ҡотҡоһона бирелеп, колхоз ашханаһы исеменә яҙҙырып, туғыҙ тауыҡты үҙебеҙгә алып ҡайтҡайны. Аҡсаһын иртәгә үк түләтәм мин уның! Хатаһын аңлар, тәүбәгә килер. Сознательный кеше бит ул...
— Сознательный икәнлеген беләм мин уның. Фәриҙә ханым, беләм! Бына әле алдымда ҡағыҙ ята...
Ирен өҙөлөп яратҡан Фәриҙә ханым, “ҡағыҙ” һүҙен ишеткәс, һығылып уҡ төштө. Келәм тураһында яҙғандар! Эх, йүнһеҙ бәндәләр бар ҙа инде донъяла! Ошо колхозда ун йыл өҫтәл артында бөкөрө сығарып ултырған Сәйеттең аҫтан ғына затлы келәм алырға хаҡы юҡмы ни?! Инде шуны районға алып барып еткергәндәр.
— Әллә үткән айҙа алған келәм тураһында яҙғандармы? Келәм түгел ул, иптәш инспектор, хәләл аҡсабыҙға һатып алған бәлә булды.
— Фәриҙә ханым, бер ниндәй келәм тураһында ла түгел...
— Әллә... йәй көнө Сәйеттең сиратһыҙ путевка алып ял йортона барыуымы?
— Юҡ, иртәгә районда кәңәшмә була. Сәғәт унда. Сәйет һуңламайынса килеп етһен инде.
Фәриҙә ханым телен тешләне лә телефон трубкаһын һалды.
Фото: Яндекс Дзен