-1 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
21 Июль 2022, 12:00

Табыш

Ғәли ҒАТАУЛЛИН Баш инженер Тимер Томорбаев, машина-трактор паркына килгәс, үҙ күҙенә үҙе ышанманы — колхоздың бер комбайнын урлағандар! Тағы бер тапҡыр һанап ҡараны, ысын — береһе етмәй.

Табыш
Табыш

Баш инженер, машинаһына ултырып, колхоз идараһына елдерҙе.

— Бер комбайнды урлағандар! — тигән хәбәрҙе ишеткәс, председателдең сәстәре үрә торҙо.

— Хәҙер үк эт менән милиция саҡыртырға кәрәк! Бурҙар әле алыҫ китә алмағандарҙыр. Табырға, нисек кенә булһа ла табырға кәрәк! Комбайн бит ул!

Был ғибрәтле хәл сәғәте-минуты менән бөтә районға таралды. Колхоз милкенә ҡул һуҙырға баҙнат иткән билдәһеҙ ҡараҡты һәр кем эттән алып эткә һалып һүкте. Шылтыратҡас та ҡар бураны уйнатып килеп еткән милиция тикшереүсеһенең дә бындай ҡатмарлы эшкә тап булғаны юҡ икән. Ул:

— Ҡайғырмағыҙ! Комбайн энә түгел, табырбыҙ, — тип баш инженерҙы йыуатҡан булһа ла, үҙе лә бер мәлгә аптырап ҡалды. Аптырамаҫ ереңдән аптырарһың — асыҡлар мәсьәләләр күп ине шул: комбайнды ҡасан, ҡайҙан һәм кем урлаған? Был һорауҙарға яуап табыр өсөн ваҡытты әрәм итмәйенсә тикшерә башларға кәрәк! Өмөт эттә генә ине.

Урланған комбайн торған урында ятҡан тимер киҫәген еҫкәткәс, эт, осло мороно менән ерҙе һөрөрҙәй булып, ҡапҡа яғына ынтылды. Машина-трактор паркындағы кешеләрҙең эсенә йылы йүгерҙе. Таба инде былай булғас, таба. Бер ниндәй икеленәүһеҙ комбайн эҙенән саба бит. Тикшереүсе, баш инженер һәм асыҡ ауыҙҙар ҙа ҡалышмайҙар, улар этте төрлөсә дәртләндерә, уны маҡтай, комбайндың тиҙҙән табыласағын уйлап, шатланыша.

Тик был шатлыҡ оҙаҡҡа барманы. Эт, оло юлға сыҡҡас, ҡайҙа барырға белмәй, бер урында өйөрөлә башланы һәм, туҡтағас, ғәйепле төҫ менән күҙҙәрен мөлдөрәтеп, тикшереүсегә ҡараны.

Баш инженерҙың күңеле кителде. Былай булғас, комбайн тиҙ генә табылмаҫ инде, тип уйланы ул һәм ауыл яғына ҡарай атлай башлағайны ла, бар көсөнә үкереп эшләгән мотор тауышын ишетеп, туҡтап ҡалды. Туҡта, комбайн түгелме һуң был?

Баш инженер үҙ күҙҙәренә үҙе ышанманы: юлдан колхоздың комбайны килә ине. Рулгә толоп кейеп Зәки ултырған. Баш инженер уға туҡтарға ишара яһаны:

— Һин, туң баш, нимә эшләп йөрөйһөң?

Был асыулы һорауҙы ишеткәс, Зәки бер ҙә ҡаушаманы:

— Ураҡ ваҡытында тиҙлек коробкаһы ватылғас, комбайн баҫыуҙа ҡалғайны бит. Ни запчасть таба алманығыҙ, ни паркҡа һөйрәп ҡайтарып булманы. Гел: “Иртәгә лә иртәгә”, — тинегеҙ. Әле бына, күрше колхоздан запчасть табып, ремонтлап алып ҡайтып киләм.

Баш инженерҙың башы эйелде.

Фото: riapo.ru

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас: