-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Юмореска
20 Октябрь 2022, 08:50

Телевизорһыҙлыҡ

Борон-борон заманда түгел, тап беҙҙең көндәрҙә телевизор булмауы үҙәккә үтте. Туйға төшкән бүләк ине, күҙебеҙ ҡараһылай ҡәҙерләп тотондоҡ, көн һайын саңын һөртөп торҙоҡ.

Телевизорһыҙлыҡ
Телевизорһыҙлыҡ

Үҙе, бахыр ғынам, тоҡандырған һайын сылтырлап берҙе тауыш бирә лә, тәүҙә ҡыҙыл, унан зәңгәр, һәм ахырҙа аҡһыл төҫтә балҡып уяна ине ҡәҙерлекәйем. Инде өсөнсө көн “сигнал юҡ” тип күрһәтә. Минең менән иртән бергә уяна ине. Ҡояш менән бергә торам, тигән һымаҡ, мин дә телевизорым менән бергә уянам, бергә йәнләнәм. Ҡарағусҡыл-ҡыҙғылт сәйгә ҡуйы аҡ ҡойоп, бер телем әпәкәй алып, иртәнге тапшырыу ҡарауҙары! Ҡайҙа икән шул бәхетле саҡтарым!

Эшкә ана шул телевизорыбыҙ янына тиҙерәк ҡайтып, йомшаҡ диванға һеңешә яҙып ятып, киске ток-шоуҙар ҡарар өсөн иртәрәк сығып китә инем дә, бер нимәгә ҡарамай, киске тапшырыуға ҡайтып етә инем.

Телевизорһыҙ ауыр, юҡҡа-барға ҡыҙып барыла. Һәйбәт нәмә етмәгәнлеге тойола. Күршеләр менән ишек алдындағы эскәмйәлә зарланышып алдыҡ:

– Ашағанда, күҙ өйрәнгән, – ти, бер күршем, – телевизор булмағас, 90-сы йылдар урталарындағы видео-плеерымды сығарып, саңын һөртөп, шул замандан ҡалған “Том менән Джерри” тигән йәнһүрәт ҡарап күңел баҫам.

– Минең ейәнсәрем ҡысҡырып гәзит-журнал уҡымаһа, – ти, күршеләремдең икенсеһе, –тамаҡҡа аш бармай.

            Ә тағын бер күршем, элекке “партийный” ағай:

– Миңә телевизор кәрәкмәй, мин хәҙер мәғлүмәтте интернеттан алам, – тип шаҡ ҡатырҙы.

– Хәҙер кем беҙгә ток-шоуҙарҙа яңғыраған яңылыҡтарҙы һөйләр, донъялағы хәлдәр менән таныштырыр? – тигәйнек.

            Ул ыжламаны ла:

– Заманса фекер йөрөтөү, мәғлүмәт алыу өсөн телевизор түгел, интернет ҡарарға, минән фекер һорағансы, үҙеңдең башыңды эшләтергә кәрәк, – тине лә смартфонына текәлде.

– Телевизорҙарығыҙ күрһәтә башланы, өйҙәрегеҙгә таралышығыҙ! – тине кемдер. Эш кейемендәге оҫта икән.

– Индектәр! – тине бер күршем.

– Ура! – тине икенсеһе.

            Мин дә индем. Ҡарамаһам да, һөйләп торған телевизорымдан баш тартырға иҫәр түгелмен әле.

“Партийный” ағай ғына шул телефонына текләп ултырып ҡалды. Индек, тиһәм дә, ултыра бирәм әле, ти ҙә ҡуя. Ярай. Өшөһә, ул да инер әле.

 

 

Изображение от Freepik

Автор: Илгиз Ишбулатов
Читайте нас