

Инде был акт та төҙөлгәс, тағы 3-4 көндән йәнә һыуыҡтар килтереп бәрҙе. Сатнама һыуыҡта төн һайын Яҡупов арымай-талмай төш күрҙе: имеш, төлкө, фермаға килеп, ике һарыҡтың ҡанын эскән; имеш, айырым тотолған тәкә ишекте емереп сығып, бер ғәйепһеҙ биш һарыҡты һөҙөп үлтергән, имеш... имеш...
Идара ағзалары бер көндө тағы ла өс һарыҡтың үлеүе тураһында акт төҙөнөләр ҙә, уға имзаһын ҡуйҙыртыр өсөн ҡарауылсы Ямайҙы саҡырҙылар.
Ямай, актты уҡығас, ғәйепле тауыш менән:
— И-и-и, балалар, һарыҡтар бит инде үткән аҙнала үк һалҡын һарайҙа өшөп үлеп бөттөләр, — тине.
Идара ағзаларының күҙҙәре маңлайына менһә лә, ҡаушап ҡалманылар. Улар, фәлән-фәлән сәбәптәр арҡаһында һарыҡтарҙың үлеп бөтөүе факт, тип акт төҙөнөләр ҙә иркен тын алдылар.
Аңлаған кеше өсөн был ялған булыуы сатнап аңлашылып тора. Әммә төҙөлгән акт — факт.
Фото: mustafaibrahim.ru