

Ниндәй нәмәнең ҡайҙа ятҡанын ҡатыны Зөбәржәт кенә белә шул. Ә Хәмәҙи: “Зөбәй, шуны бир, быны килтер!” – тип, әҙергә-бәҙер генә йәшәргә өйрәнгән...
Бер ҡайҙан да тапмағас, Хәмәҙи, ниһайәт, Зөбәржәттең әсәһенән ҡалған ҙур иҫке һандыҡты аҡтарырға тотондо. Тик был нимә?! Ниндәй ҡағыҙҙар был? Хаттар түгелме һуң?! Хәмәҙи ирекһеҙҙән уларҙың тәүге юлдарына күҙ һалды. Ҡана, нимә тигән? “Зөбәржәтем! Ҡәҙерлем минең!..” “Зөбәржәтем! Күҙ алмам!..” “Зөбәржәтем! Бәғерем!..” “Ҡара ҡарлуғасым! Һары һандуғасым!..” Ҡыҫҡаһы, донъяла ниндәй гүзәл һүҙҙәр бар, бөтәһе лә Зөбәржәт исеме менән йәнәш тора. Хәмәҙиҙең күҙҙәре маңлайына менде. “Әйтәм, Зөбәржәт ара-тирә ошо һандыҡтан ниндәйҙер ҡағыҙҙар алып, бер аҙҙан кире һалып ҡуя торғайны. Шул хаттарҙы уҡып йыуанған икән! Тимәк, миңә һиҙҙермәй генә кем менәндер хат алышып ятҡан! Ах, яуыз! Ах, зобаный! Ә ниңә әле булһа эштән ҡайтмай ул? Күптән өйҙә булырға тейеш тәһә!..”
Хәмәҙи, ялан аяҡ килеш кенә ботинкаһын эләктерҙе лә, такси алып, “зобаный”ҙың эшләгән еренә – заводҡа һыпыртты. “Бөтә коллектив алдында ысын йөҙөн асасаҡмын!” – тип уйланы ул.
Хәмәҙи килеп еткәндә, ҡатыны Зөбәржәт заводтың мәҙәниәт һарайынан сығып килә ине. Етмәһә, үҙен бер төркөм ир-ат уратып алған. Ниңәлер ҡотлайҙар, берәм-берәм килеп ҡулын ҡыҫалар.
Хәмәҙи, был тамашаға ғәжәпләнеп ҡарап торҙо ла, Зөбәржәт алдына атылып килеп баҫты.
– Бына рәхмәт! Минең Хәмәҙием нисә йылға бер мине ҡаршы алырға килгән! Етмәһә, такси менән! – тип йылмайҙы ҡатыны.
– Былар нимә?! – Хәмәҙи уның танау төбөнә теге хат төргәген килтереп терәне. – Кем хаттары?!
Зөбәржәт, уларға күҙ ташлау менән, ҡысҡырып көлөп ебәрҙе.
– Һуң, үҙеңдең йәш саҡта миңә яҙған хаттарың даһа, Хәмәҙи. Ул саҡтарҙа һин мине иркә һүҙҙәр менән генә атай инең. Хәҙер генә ул оноттоң. “Зөб” тә “Зобаный”...
Хәмәҙи ҡатынын тиҙерәк төркөмдән ситкәрәк алып китеү яғын ҡараны.
– Ярай, онот, Зөбәржәтем, – тип мығырҙаны Хәмәҙи, ҡатынына такси ишеген асып. – Үткән-бөткән...
Көнсөлбәк КИРЙӘНОВ.