

– Ейәнемдең тыуыуына ҡорбан салдырырға ниәт иттем. Анау һимеҙ тыу һарыҡты көтөүгә ебәрмәҫһегеҙ. Башта ауылдың етем-еҫерҙәрен йыйып алырмын, унан туған-тыумасаны саҡырабыҙ, – тине Сәмиға инәй улы менән килененә.
Йәш итте танһыҡлаған яңғыҙ-ярым көн итеүсе ауыл әбейҙәре әйтелгән ваҡытҡа һуңламай килеп тә етте. Йәй буйы былтырғынан ҡалған ҡаҡланған иттең ҡырҡыу тәменән биҙрәгән Хәтимә әбейҙең тәмле ит еҫенән ауыҙ һыуҙары ағып китте:
– Йәш ит һағындырғайны, бер туйғансы ашайым икән! – тине ул.
– Аллаһ бирһә, тиң, Хәтимә апай! – тип төҙәтте уны Ғәйшә әбей.
– Кит әле, алға килеп ултырған ашты ни, Аллаһ бирһә лә, Аллаһ бирмәһә лә ашайбыҙ инде уны. – тине Хәтимә әбей.
– Әстәғәфирулла тәүбә, ашарһың ашамай ҙа Аллаһ бойормаһа! – Ғәйшә әбей көфөр һүҙ әйтеүсе күршеһенә екһенеп ҡарап ҡуйҙы. Ул арала хужабикә өҫтәлгә бишбармаҡ, һимеҙ ит килтереп ултыртты. Нәҡ шул саҡта ғына Хәтимә әбейҙең бороп-бороп эсе ауырта башланы. Бисараҡай, бер кемгә бер ни әйтеп тормайынса, тышҡа сығып йүгерҙе.
Байтаҡ ваҡыт үтте, Хәтимә әбей юҡ та юҡ. Аптырағас, хужабикә урамға сығып ҡарап инде, әбекәй бер ерҙә лә күренмәне. Ҡунаҡтар үҙ-ара бышылдап ҡына һөйләшеп алды:
– Әллә Ғәйшәгә үпкәләп ҡайтып китте инде, – тине берәүһе.
– Шулайҙыр…
Табында һәүетемсә һөйләшеп, әңгәмәләшеп ултырған ҡунаҡтар бер аҙҙан Хәтимә әбейҙе бөтөнләй онотто. Һыйланғандан һуң, улар, хужаларға күптин-күп рәхмәттәр әйтеп, ҡайтырға булды.
Ихатаға сыҡҡас, улар, кемдеңдер аласыҡ ишеген эс яҡлап йән-фарманға дөбөрҙәтеүен ишетеп, туҡтап ҡалды. Аптырауға ҡалған хужабикә барып аласыҡты асып ебәрҙе. Унан ҡобараһы осҡан, сәс-башы туҙған, күҙҙәре шәмәргән Хәтимә әбей килеп сыҡты.
– Аллаһ бирһә, ишек асылды! – тине лә илап ебәрҙе.
– Әстәғәфирулла, ни эшләп тораһың бында? – тине Ғәйшә инәй.
– Тәҡәт иттермәй эсем бороп алып киткәнгә сыҡҡайным, аласыҡтың ишеге тыштан шарт итеп бикләнде лә ҡуйҙы. Ҡысҡырып та ҡарайым, туҡылдатып та ҡарайым, исмаһам, бер әҙәм заты килеп сыҡмай, – тип теҙеп китте Хәтимә әбей. – Үҙем ғәйепле. Аллаһ бирһә лә ашайым, бирмәһә лә ашайым, тип, Аллаһы Тәғәләм алдында гонаһлы булдым. Ғәфү ит мине, эй, Аллам!..
Миһырбанлы хужабикә табында ултырыуҙан мәхрүм ҡалған ҡунағын өйөнә индереп, аш йылытты ла, тәүбәһенә ҡайтҡан бисараның алдына ҡуйҙы.