+23 °С
Дождь
Юмореска
10 Декабря 2022, 07:00

Персональ эш

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Юмореска) Сәғәт туғыҙ тулғас та ойошма етәксеһе Мөбәрәкшин хеҙмәткәрҙәрен йыйҙы. Көн тәртибендә бер генә мәсьәлә — Фәхретдиновтың кисә прогул яһауын тикшереү. Ул, йыйылыш башланғас: — Йығылып ҡулды ауырттырҙым. Бына справка, — тип аҡланды.

Персональ эшПерсональ эш
Персональ эш

— Кистән күберәк “һалған” булғанһыңдыр? — тине Мөбәрәкшин.

— Беләһегеҙ бит, минең йөрәк сирле — ярамай.

Ләкин Мөбәрәкшиндең күҙенә бик еңел генә төтөн ебәрермен тимә.

— Иптәш Фәхретдинов! Инде нисә йыл бергә эшләйбеҙ, ә минең йығылып эшкә килмәй ҡалған сағым булдымы? Юҡ! Иртәнге туғыҙҙан киске алты ла ун бишкә тиклем мин урынымда булам. Кеше тикмәгә генә йығылмай ул.... Берәйһе менән һуғышҡанһыңдыр әле. Йәшермә, әйт! Эйелгән башты ҡылыс сапмай.

Фәхретдинов ҡып-ҡыҙыл булды.

— Минең кешегә тырнаҡ менән дә сирткәнем юҡ. Әйттем бит, иртән эшкә килгәндә боҙлауыҡ юлда тайып йығылдым Ҡулым бик ныҡ ауыртҡас, больницаға барҙым. Бына, бер көнгә справка бирҙеләр.

Мөбәрәкшин, бер аҙ уйланып ултырҙы ла, уң ҡулы менән һауаны яра-яр, һөйләй башланы.

— Инде нисәмә йыл план үтәй алмайбыҙ. Оят, иптәштәр! Беҙ бергәләп производствоны алға ебәрергә, юғары етештереүсәнле эшләргә тейешбеҙ. Ләкин һин, Фәхретдинов, эшкә ҡул һелтәп ҡарайһың. Инде һиңә тейешле һөҙөмтә яһарға ваҡыттыр. Әле үткән аҙнала ғына биш кешенең прогул яһауын иртән кискә тиклем тикшерҙек. Ә бөгөн һин справка килтергәнһең. Уға ышанмайым мин. Тикшерергә кәрәк!

Эште тиҙ тоторға яратҡан Мөбәрәкшин дружинник Дилмәйҙе больницаға справка биргән врач янына ебәрҙе, ә местком председателе прогулсы Фәхретдиновтың ҡатыны янына юл тотто...

Төштән һуң улар көтөп ултырған иптәштәре янына әйләнеп ҡайттылар — Фәхретдиновтың йығылыуы дөрөҫ икән.

— Бәхетең, алдашмағанһың, — тине Мөбәрәкшин. — Башҡаса эш ҡалдырырға тырышма, унһыҙ ҙа план бына-бына өҙөлөргә тора. Беҙҙең һәр минут ҡәҙерле. Ярай, эшкә тотонайыҡ, иптәштәр!

Местком председателе ултырған урынынан ҡысҡырҙы:

— Сәғәт етенсе бит. Эш көнө бөттө!

Мөбәрәкшин Фәхретдиновҡа асыулы ҡараш ташланы:

— Кисә һинең эшкә килмәүең арҡаһында бөгөн барыбыҙҙың да көнө бушҡа үтте. Бының өсөн һиңә яуап бирергә тура килер. Фәхретдинов, Иртәгә, иптәштәр, сәғәт туғыҙҙа минең кабинетҡа йыйылығыҙ. Фәхретдиновтың персональ эшен тикшерәбеҙ!

Фото: www.shutterstock.com

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас