+30 °С
Ясно
Юмореска
14 Декабря 2022, 05:00

Кәләш көткәндә

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА Ғәҙәттәгесә, тап Яңы йыл байрамы алдынан Зәйнетдин ауыл малай­ҙарын ҡорға йыйҙы:– Тә-ә-әк, заманаларҙың ниндәйе­рәк икәнен күреп тораһығыҙ, егеттәр. Һеҙгә әле һиҙелмәгән кеүек булһа ла, ир ҡорона етә башлаһағыҙ, елкәгеҙгә килтереп бәрәсәк, мин әйтте тиер­һегеҙ. Шуға, һәр йылдағыса, үҙегеҙҙе күрһәтеп ҡалыу мөмкинлеген быйыл да бирәм.   

Кәләш көткәндәКәләш көткәндә
Кәләш көткәндә

Ышаныс ҙур, иң бәхетле егеткә бына-бына кәләш тыуырға тора. Еңгәгеҙҙе бөгөн иртән оҙаттым, әле ҡыуаныслы хәбәр көтәм. Яңы йылға бүләк, йәғни. Хәбәр килгәнсе, егеттәр, эште башлай торайыҡ.
Тә-ә-әк, һеҙгә һигеҙ-туғыҙ йәштәр самаһы, эйеме? Ызначит, Вәкил, Вәрис дуҫыңды етәклә лә, аҙна буйы сығарылмаған тиреҫте яйлап, әҙләп кенә һарайҙан баҡсаға һөйрәйһегеҙ. Еңгәгеҙҙе һүгәһегеҙ инде, ул һуңғы аҙна был эшкә тотона алманы.
Фәрит менән Ринат, һеҙ бынау өйөлөп ятҡан утынды урынлашты­ры­ғыҙ. Ҡайҙа икәнлеген мин белмәйем, үҙегеҙ ҡараштырығыҙ шунда. Мунсаға тигән яғыулыҡ ошолар булһа кәрәк. Ҡабаланмағыҙ, ауыр өйөм күтәреп, билегеҙҙе ауырттырып ҡуймағыҙ. Иң мөһиме – тәртип булһын, йәме. Әтеү, ауырлы ҡатын беләме ней ул, ярғаны ыңғайы урындарына һалып бармай, тау яһаған да ҡуйған. Артынан эш ҡалдырмаһа, минең бисәнең исеме юғала ул, аптырамағыҙ.
Азамат… Һәнәк тотоп килеп дөрөҫ эшләгәнһең, брат. Тимәк, һиңә лә кәләш кәрәк. Алдан уҡ әйтеп ҡуям, минең ҡыҙыҡай һиңә кәләш була алмай. Туғандарһығыҙ. Ну, килеүен-килгәс, мин һинең күңелеңде ҡалды­рып, кире бороп ҡайтара алмайым. Бесәнлектең ҡайҙа икәнен беләһең­ме? Белмәйһең? Еңгәңдең малдарға бесәнде ҡайҙан сығарып һалғанын да күргәнең юҡмы ни? Ыста, күршеләр улай булмай инде ул. Ә мин причем? Бар, ҡайтып атайыңдан белешеп кил дә, аҙнаға етәрлек бесән тарт. Түлкә алдаштан булмаһын, кире кил. Минең ҡыҙҙың иң яратҡан ағаһы булыу вакансияһы үҙеңә генә лә эләгеүе бар, эйе бит!
Марат, ә һин Моратты етәклә лә, малдарға һыу эсер. Эреһенә лә вағына ла. Ҡоҙоҡтан инде, ҡайҙан буһын! Үәт, кешеләр, әй. Ҡоҙоҡ ҡайҙа тиһеңме? Тәк-тәк-тәк… Еңелерәк берәй нәмә һорай алманыңмы? Мин ҡайҙан беләйем, ти? Һыу ташыйым ыштоли? Ихатаны ныҡлап ҡараштыр­ғылағыҙ, берәй урында булырға тейештер. Моғайын, еңгәгеҙ йыл әй­ләнәһенә ҡорһаҡтарын күтәреп һыуҙы улаҡтан ташымайҙыр бит. Юл ыңға­йына өйгә лә индерегеҙ. Иртән сәйнүккә ҡойорға һыу тапмай, Һө­мәйрә ҡарсыҡҡа барып сәй эскәйнек малайҙар менән. Эй, сәйе тәмле ҡарсыҡтың! Балаларҙың бишәүһен дә шунда ҡалдырып ҡайттым. Әсәләре ҡыҙыҡай алып ҡайтҡансы, әйҙә, йәшәһендәр. Береһенән-береһе бә­ләкәй малайҙарҙы мин бер үҙем нисек ҡарарға тейешмен? Эйе лә инде! Улар әйләнгән һайын ашарға һорай. Ни футбол ҡаратмайҙар, ни кино… Һөмәйрә ҡарсыҡ ғүмере буйы яңғыҙы, танһыҡҡа шәп иттем мин уны. Яңы йылды ҡаршы алыуы ла күңел­лерәк булыр, тигәндәй…
Эш барышы аңлашылды шикелле. Ярай, башлағыҙ. Ә мин өйҙә булам. Яңы йыл табынын әҙерләү ҙә, телефон ҡарауыллау ҙа минең өҫтә. Ҡыҙым тыуғанды мин ҡайҙан белергә тейеш тиһегеҙ? Әнә, былтыр шулай һеҙҙең менән юҡ-бар нәмәләр тураһында гәпләшеп тороп ней, тағы малай тыуҙы ла ҡуйҙы бит! Бишенсегә! Анһат тейһегеҙме әллә еңгәгеҙгә ярҙамсы­ларһыҙ бынау сама донъяны көтөүе? Юҡ инде, быйыл телефон төбөнән китеү юҡ. Һеҙ ҙә, кәләшле булғығыҙ килһә, әйҙә, тотоноғоҙ, ваҡытты һуҙ­мағыҙ!
Эшлекле ҡиәфәттәге Зәйнетдин йүгереп өйгә инде лә, телевизорҙы ҡабыҙа һалып, ғәҙәтенсә ҡулына һыра тотоп, диванға ауҙы…

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас