

Йәнәһе, ҡыр эшенә әҙерлекте тикшерәләр. Нишләһен, Закир инженер бит, ҡул аҫтында булған сәскес, урғыс, тырма, комбайн, трактор кеүек техниканы, ҡайһыһын баҫыу башынан, ҡайһыһын ырҙын артынан табып, ауыл башындағы тимерлек янындағы майҙанға теҙҙерҙе. Һуңынан инвентарь кенәгәһе буйынса барлап ҡараны — бөтәһе лә күҙ алдына, тик бер трактор ғына етмәй.
Бына шул тимер өйөмө етте лә инде Закирҙың башына. Тракторсы үҙ техникаһын ҡайҙа ҡалдырғанын хәтерләмәй — уның үҙен һөйрәп ҡайтарып ташлағандар. Кемдәр, ҡайҙан — белмәй. Тракторын эҙләй-эҙләй Закир йылға буйындағы баҫыуға барып сыҡты. Барһа, ни күҙе менән күрһен, ул эҙләгән ДТ-75 баҫыу ситендә тора. Закир еңел һулап ҡуйҙы — бер бәләнән ҡотолдо былай булғас. Ул кабинаға ултырҙы ла ҡуҙғалып та китте. Ярай әле тракторҙы таламағандар. Әгәр һуңға ҡалған булһа, саҡ ҡына арыраҡ һыу ҡойоноп йөрөгән бәндә килеп аҡтарған да булыр ине. Ышан хәҙер халыҡҡа!
Семинар шыма ғына үтте. Трактор ҙа ҡулынан килгәнсә тырмашып йөрөй. Эштәр ал да гөл ине. Тик көтмәгәндә прокуратураға саҡырттылар Закирҙы. Күрше колхоз етәкселәре:
— Ул беҙҙең трактор! Тракторист һыу ҡойонғанда урлағандар, — тип дәғүәләшәләр икән.
Закирҙың да үҙ туҡһаны туҡһан. Ике яҡ та бирешмәй. Был бәхәстең аҙағы, билдәле, судҡа килеп терәлде. Колхозда инженер булып эшләһә лә, тимергә тотонорға сирҡанған ап-аҡ ҡуллы кәттә егет Закир суд залында. Судьялар кереп өҫтәл артынан урын алғас:
— Ултырығыҙ! — тинеләр.
Закир ултырҙы.
Фото: flickr.com