

Байрас та ойоп ултырмай. Уйын эш түгел: иң ауыр, иң мөһим йөк уның иңенә һалынған. Ул булмаһа, белмәйем, был ойошма күптән лыпыр емерелеп төшкән булыр ине. Ана, өҫтәлен күрәһегеҙме? Бер өйөм ҡағыҙҙар араһынан уның башының пеләш урыны ғына ялтырап күренеп ҡала. Оҙон йыл буйына яҙа ла яҙа ул. Был ҡәҙәр ҙә өҙлөкһөҙ эшләүгә ябығып китте хатта, элек бүҫелеп барған сикәләре күҙгә күренеп һурылды, күҙҙәре ағас ботағы кеүек өңрәйеп эскә батты. Ал юҡ, ял юҡ. Уйын эшме ни: инде ҡасанан бирле иртәнән ҡара эңергә тиклем ҡулынан ҡәләме төшмәһен әле. Эштә генә өлгөрә алмағас, ял көндәрендә лә сыҡҡыланы шул. Инде башҡа коллегалары күптән отпускыла булып, ҡабаттан эшкә сыҡһа, ә ул, бахырың, әле һаман былтырғыһын ала алмай эт була.
Һуңғы осорҙа ойошманың үҫеш юлдарын, перспективаһын билдәләгән концепция менән хитланды. Уныһын теүәлләп, хәл алырға өлгөрмәне директор йәнә саҡыртып алды.
– Квартал планы кәрәк! Иртәгә кискә әҙер булырға тейеш.
Ул ғына нимә инде Байрасҡа, өйрәнгән баш. Ундай эш менән бер бөгөн генә ултырмай. Былтырғыһын йәһәт кенә соҡоп сығарҙы ла, йылын, числоһын үҙгәртеп, йәнә бер нисә һүҙ өҫтәгәйне – план шап әҙер. Кисте көтөп тора буламы ни! Төшкә тиклем үк уны директор өҫтәленә индереп тә һалды.
Хәҙер бына нисәнсе аҙна инде ул ахмаллаға ҡалып былтырғы эш һөҙөмтәләре тураһында отчет яҙа.
– Уф, ҡулым ҡалманы, күҙем атылып сығып барған һымаҡ. – Байрас, ауыр һулап, башын ҡалҡытты. Унан, бармаҡтарын яҙлыҡтырып, һелккеләп алды. Алдындағы графиндан һыу уртланы.
Бер аҙҙан отчетын тотоп, ҙур бер эш атҡарған ҡиәфәттә аяҡтарын кирә баҫып, хужа бүлмәһенә юлланды.
– Ил башлығы ниндәйерәк бурыстар ҡуя әле? – Директор ҡулына ҡәләмен алып, ҡағыҙҙарға тексәйҙе. Унан зиһене асылып китеренә өмөтләнеп, тәмәкеһен ҡабыҙҙы. – Тәк, илдәге демография, йәш ғаиләләргә ярҙам, ришүәтселәргә, тәмәкеселәргә ҡаршы көрәш... Унан Байрасҡа ҡарап: – ҡустым, ҡойтораҡ күренә, – тине. Бер нисә минут самаһы уйланып торғандан һуң:
– Давай шуларҙы-шуларҙы өҫтә, тине.
Ана шулай ҡағыҙға төшөргәндәрен хужанан тикшертеп ала ла тағы ла тотона яҙырға. Унан йәнә шулай ҡабатлана. Инде әллә туғыҙ, әллә ун тапҡыр ҡабаттан күсереп яҙа торғас, һис ниндәй икеләнеүһеҙ бик кәрәкле урынға ебәрер ҡиәфәткә килде.
Байрас ойошманың план-проспекты тигән папканы ҡулына алды. Ошо аҙнала быныһын ослап ҡуйһа, киләһендә медиа-планға тотонор.
Эш сәғәте тамам. Иртәгә шәмбе, рәхәтләнеп ял итермен, бәлки, берәй киноға барырбыҙ тигән уй менән Байрас ишек тотҡаһына үрелгәйне генә директор менән бәрелешә яҙҙы.
– Байрас Мөхтәрович, тағы ла бер мөһим эш бар. Өҫтән йыйылыштың протоколын һорайҙар. Дүшәмбегә әҙер булырға тейеш. Шуны ял көндәрендә әҙерләрһең әле.
Байрастың йөҙө йәмрәйҙе.
– Ярай, – тип кенә бышылдап яуап ҡайтара алды ул. Унан ҡабаттан боролоп, өҫтәлендәге ике-өс кирбес ҡалынлығындағы папкаларын тыңҡыслап сумкаһына тултырҙы ла ҡайтыр юлға сыҡты.
И. ЛОҠМАНОВ.