“Приветик, предки! От ма, па, привет. Не беспокойтесь в натуре, все по кайфу. Я каждый день перекидываю свои кости на Ленина стрит в Универ. Все о кей. Предки я в настальгии по вашим каймак, бавырсак. Я уже застремалась, тут вообще труба, надоели все городские жмурики. К вам охота. Ну ча, предки, главное, вы не застремайтесь! Собирайте бабки для любимой внучки. Если че – сигнальте. Все о кей! Без болды! с/п Айгуль”.
Бер нимә аңламаған Кәшфулла бабай ҡарсығына һораулы ҡараш ташланы:
– Һин берәй нәмә аңланыңмы, ҡарсыҡ? – тип һораны. Күҙлеген бер һалып, бер кейгән ҡартына ҡарап, унан да нығыраҡ ғәжәпләнгән Бибинур әбей ауыҙын асып ҡатып ҡалғайны. Ул, һушына килеп:
– Ә-ә-ә, – тип һуҙып ҡуйҙы.
– Урыҫсаны Михаил знакум менән яҡшы ғына һуҡалайым. Ә бына ейәнсәремдең хатын аңламаным...
– Әллә хат сит телдә яҙылғанмы икән?
– Юҡ. Улай булһа, хәрефтәр латинса булыр ине. Илебеҙ капитализмға боролғас, тел дә үҙгәрҙеме икән?
– Шулайҙыр, ҡартым, шулайҙыр, шулай булмаһа, һин аңлар инең.
Кәшфулла бабай менән Бибинур әбей шулай оҙаҡ ҡына гәпләшеп, хатты ҡат-ҡат уҡып, нимәлер аңларға тырышып ҡаранылар. Күп һүҙҙәрҙе аңламағас, хаттың эстәлегенә төшөнә алманылар. Шул саҡ Бибинур әбей күршеһенең ейәнсәре ҡышҡы каникулға ҡайтҡанын иҫенә төшөрҙө. Ул ҙур асыш яһағандай шатланып:
– Ҡартым, тиҙ генә кейен, күршегә инеп сығайыҡ. Моғайын, уҡый беләлер, ҡала балаһы бит, – тип хәлде аңлатып бирҙе.
– Шулаймы?! – тип Кәшфулла бабай дивандан егеттәрсә һикереп торҙо ла, көҙгө ҡаршыһына килеп, һаҡал-мыйығын төҙәткеләп, кейенә башланы. Кәшфулла бабай менән Бибинур әбей, ҡулдарына хат тотоп, ап-аҡ ҡарҙы шығырҙата-шығырҙата күрше йортҡа табан атланы...
Сығанаҡ: https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-04-16/hat-yumoreska-2283207