+11 °С
Ясно
Юмореска
24 Июня 2023, 05:00

Кинолағы һымаҡ

Рәйлә хакимиәттәге йыйылыштан ярһып ҡайтып инде. Ҡыҙған баш менән ишек төбөндә күҙенә, әй, аяғына эләккән ҡомғанды тибеп осорҙо.– Ошо нәмәһен, ҡайҙа етте шунда ултырта ла китәсе!.. Әйттем бит, үҙенең тәғәйен урыны булһын тип!..Ҡомғандың шатыр-шотор барып ятыуына төпкө бүлмәнән ҡәйнәһе килеп сыҡты. Ҡапыл ғына өндәшмәне, килененең ни әйткәнен һәйбәтләп ишетер өсөн, ҡолаҡ тирәһендәге яулығын асыбыраҡ ҡуйҙы.

Добавить в предпочтительные источники Google
Кинолағы һымаҡКинолағы һымаҡ
Кинолағы һымаҡ

– Ситкә генә ултыртам мин уны, килен, аяғыңа эләктеме әллә?
Килене өндәшмәне. Шулай ҙа, уның ҡыҙыуы һыуынмаған ине әле. Аяҡ кейемен сисеп тә тормай, ныҡ баҫып, түрбашҡа үтте, шкаф башынан ынтылып, буш кәстрүлде алды ла, соланға сыҡты.
– Һы, быныһы миңә нимәгә ине әле?!.
Шул ваҡыт, солан ишеген ипләп кенә асып Шәфҡәте инде. Машинаны гаражға бикләп инеп килеүе.
– Ә-һә, бына нимәгә!..
Рәйлә ҡулындағы кәстрүлен ишек яғына ташланы. Шәфҡәт, физкультура уҡытыусыһы булғанғамы, әллә ун йыл эсендә өйрәнеп тә бөткәнме, үҙенә табан осоп килгән кәстрүлде йәтеш кенә итеп тотоп алды.
– Башыңа эләкһә, шәп булыр ине! Эшләмәгән баш һиңә нимәгә ул? Ни башың менән Хәлфитдинде һайлап ултырған булдың? Дошман!
– Класташым бит һуң...
– Миңә тимәһә, серҙәшең булһын! Минең ағайымдың кандидатураһы бар икән, һин шуны һайларға тейеш инең! Хәлфитдин, Хәлфитдин... Донъялағы бар ялҡауҙарҙы йыйып ҡунаҡ иткән дә, тегеләре күҙҙәрен дә аса алмай тауыш биреп ултырған булалар! Ул һине мәктәп директоры итеп үрләтер, тиһеңме? Көтөп тор! Иң тәүҙә үҙенең бер туған биш ҡустыһын урынлаштырыр әле. Етмәһә, уның Самат ҡустыһы эшһеҙ ята. Ул да – физрук, онотмаған булһаң. Үәт, иң тәүҙә һине эшһеҙ ҡалдырасаҡ, мин әйтте, тиген!
– Бисәкәй, нишләп тыныслана алмайһың ул?! Ул ундай кеше түгел икәнлеген үҙең дә беләһең. Бына мине үҙенең ярҙамсыһы, йә спорт бүлеге етәксеһе итеп ҡуйыр әле, күр ҙә тор.
– Мин тыныс! Ә һин... һин бына борсолорға тейеш! Беҙ минең ағайым һалып биргән өйҙә йәшәйбеҙ! Бар, әсәйеңде йыйып ал да, марш, үҙеңдең “тауыҡ кетәгенә”! Йә, класташыңа бар, мин һине һайланым, өй давай, тиген! Шунда уҡ әйтергә онотоп ҡуйма, ҡатыным Филүс ағай йортонан ҡыуып сығарҙы, тиген! Һине һайлаған өсөн мин өйһөҙ, бисәһеҙ, балаларһыҙ!..
Рәйлә, ишеге асыҡ торған келәткә йүгереп инде лә, ҡысҡырып уҡ илай башланы. Хәс тә кинолағы һымаҡ. Бер-бер кеше булһа, келәттең ишеген ябып, шунан үкһер ине, ә был ишекте япманы.
– Ул киноны икәүләп ҡарағайныҡ. Ышанмайым! – тине лә Шәфҡәте, ишекте ябып, был яҡтан келәһен эләктерҙе. – Ысынлап ила хәҙер. Һәм тағы... Балалар баҡсаһында музыкаль етәксе булып оҙаҡ эшләргә тура килер инде һиңә, ун йыл эсендә ялҡытып бөтһә лә...
Рәйлә ишекте тибә-тибә ысынлап илай башланы. Ишекте емереп алып бара.
– Эй, Хоҙайым... Туҡта, тороп тор, хәҙер асам! Балаларҙы ҡурҡытып ҡына бөтмәһәгеҙ, ярар ине лә... Ошо ишектең келәһен йүнәтеп ҡуй тинем Шәфҡәткә, ҡолағына ла элмәне. Мин теге саҡ шулай әллә нисә тапҡыр бикләнеп ултырҙым. Туҡта, балаҡайым.
Ҡәйнәһе сығып асмаһа, Рәйлә бөгөн һыуыҡ келәттә төнләр ине. Йәй булһа, бер хәл, ҡыш бит әле.
– Былай барһалар, йәйгә тиклем айырылмай йәшәрҙәрме, юҡмы инде...
– Һин һаман бындамы ни, ҡәйнә? Хәҙер үк сығып китегеҙ, тинем, аңламанығыҙмы?
– Аһ-аһ, ҡайҙа сығып китәһең инде бынау селләлә? Яҙ етһә, былай ҙа аласыҡҡа сығабыҙ. Өй иркен, бөтәбеҙгә лә урын етә.
– Бөгөн йыйылышта ҡала хакимиәте башлығын һайланыҡ. Шәфҡәт Хәлфитдинде һайланы. Ана шул Хәлфитдингә сығығыҙ. Минең Филүс ағайым өсөн тауышын йәлләп ултырғас, ул һалып биргән өйҙә һеҙгә урын юҡ! Аласыҡта ла урын юҡ!
Рәйлә һаман тынысланмай. Төн уртаһы тип ҡарап тормай, ҡаңғырҙы ла ҡаңғырҙы. Ҡәйнәһе уға сәй ҡайнатып та эсереп ҡараны, килененең бер ҡалҡҡан ярһыуы ҡоторҙо ғына. Шулай таң атты. Аптыраған ҡәйнә әйберҙәрен бер төйөнсөккә төйнәне. Иртәнге сәй эсеп, Шәфҡәт шым ғына балалар менән мәктәпкә йыйынды. Шул мәлдә ишек шаҡып, өйгә Хәлфитдин килеп инде.
– Һаумыһығыҙ. Рәйлә Рәшитовна өйҙәме?
Үҙенең исемен ишетеп, Рәйлә шешенеп бөткән күҙҙәрен ышҡый-ышҡый йоҡо бүлмәһенән килеп сыҡты.
– Өйҙә.
– Һине, уй, хәҙер һеҙ була инде, ҡаланың мәҙәниәт бүлегенә етәксеһе итеп тәҡдим иттем. Мәҙәниәт өлкәһендә әллә күпме йыл эшләгәнегеҙҙе бөтәһе лә белә. Риза булһағыҙ, үҙем менән бергә алып китәйем, тигәйнем.
Шул урында Рәйлә ялп итеп, кире бүлмәһенә инеп китте.
– Ә м-м-м-мин? – Шәфҡәт тотлоғоп һораны.
– Һине Филүс Рәшитович мәктәптән ебәрмәйем, тине. Шунда ҡалаһың инде, класташ, – Хәлфитдин класташының яуырынына ҡулын һалды.
– Нисек инде? Һине мин һайланым, ни тиһәң дә.
– Әгәр ҡайнағаңды һайлаһаң, мәктәп директоры булып ҡалыр инең. Ә былай, ул урынды Филүс Рәшитович бушатырға уйламай.
– Н-н-нисек инде?
Шәфҡәттең һорауы яуапһыҙ ҡалды.
Шул арала Рәйлә, йәһәтләп матур кейенеп, биҙәнеп-төҙәнеп бүлмәһенән килеп сыҡты. Үҙенән күҙҙәрен алмаған ҡәйнәһенең ҡолағы тапҡырына эйелеберәк, сабыр ғына тауыш менән:
– Йорт-ҡура һинең ҡарамаҡҡа күсә, ҡәйнәм. Төйөнсөгөңдө кире тағат. Балаларҙы ла яҡшылап ҡарарһың. Эштән һуң ғына ҡайтам. Аласыҡҡа яҙға ғына күсеп сығырбыҙ, – тип йылмайҙы. Ҡәйнә күҙ ҡыҫҡан булды. Ситтән ҡарап торһаң, хәс тә кинолағы кеүек инде...

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА.

Автор:
Читайте нас