— Ярай, йәш саҡтарҙың бер иҫтәлеген һөйләйем дә — етер. Ул саҡ мин нисәлә уҡыным икән, моғайын, туғыҙҙалыр. Эйе, туғыҙҙа. Морон еҫ һиҙә башлаған бер мәл ине, хи-хи-хи... Ҡап-ҡара ҡашлы, ҡашына ҡарағанда ла ҡарараҡ күҙле, килеш-килбәте шаҡ ҡатмалы Сажиҙә исемле ҡыҙға күҙем төштө шул йылды. Ул һигеҙҙә уҡый ине. Мин, яйы сыҡҡанда, уның менән осрашырға тырышам. Ҡосаҡлашыуҙыр, ниҙер ҡайҙа ул! Мин өндәшергә лә ҡурҡам! Ул баш күтәреп ҡарарға ла ҡыймай. Йә, йә, Юнир, ауыҙыңды йырма, тик кенә ултыр!
Бер көндө Сажиҙә мине, баҡсаларына алып кереп, алма менән һыйланы. Шул ҡәҙәр тәмле ине, түҙмәнем, Сажиҙә кереп киткәс, төнгө икеләр булғандыр, күрше егет Ғосманды уятып алып сыҡтым. Ыңғайҙа тағы бер иптәшебеҙҙе саҡырҙыҡ.
Күрһәгеҙ ине — алмаларҙың ауырлығынан ботаҡтар һығылып, һалынып тора. Кеҫәләргә, күлдәк иҙеүенә тултырабыҙ... Бер мәл ишек асылған тауышҡа әйләнеп ҡараһаҡ — Сажиҙәнең әсәһе — Шәмсиә апай. Бына ул этен бәйҙән ысҡындырҙы, шунан һуң, ҡарауыл, тип ҡысҡыра-ҡысҡыра, баҡсаға атылып керҙе. Төрлөбөҙ төрлө яҡҡа ташландыҡ.
Беҙ баҡсаға ҡойманың ике-өс таҡтаһын ҡуптарып кергән инек — шунда йүгерҙем. Әллә инде ҡурҡыуҙан онотҡанмын, ул урынды тапманым. Ә Шәмсиә апай инде миңә яҡынлашып килә...
— Һеҙҙе эләктерҙеме, Алик ағай? — тип һораны Юнир.
— Вәт, әй, һин, ашыҡма! Һөйләгәнде көт! Инде хәҙер нишләргә? Сығырға урын булмаҫмы, тип ҡойма буйлап йүгерә бирәм. Шәмсиә апай минең артта мыш-мыш килә, ысҡына алмаҫһың, тип ҡысҡыра үҙе. Эт салбар балағынан эләктереп алды, Шәмсиә апай ҙа ҡулын һуҙа...
Алик Ханыч йәшлек хәтирәһен һөйләп бөтөрә алманы, мәктәптә, дәрес бөтөүен аңлатып, звонок шылтыраны. Уҡыусылар, был ваҡиғаның ахырын бик ишетергә теләһәләр ҙә, уҡытыусылары Алик Ханыч өйгә эш бирергә ашыҡты.
— Туҡһан туғыҙынсы параграфты үҙегеҙ уҡырһығыҙ! Аңлатып тормайым, еңел ул, аңларһығыҙ, аңламаҫтай бер ние лә юҡ, — тип ул дәрескә кергәс асып та ҡарамаған класс журналын ҡулына тотоп, сығып китте.
— Вәт беҙҙең Алик ағай, исмаһам. Уның дәресен гел көтөп алам. Үткәне һиҙелмәй ҙә инде бына, — тине Юнир иптәшенә.
Ә тегеһе:
— Шулай шул, миңә лә бигерәк оҡшай. Бәй, туҡта әле, Юнир, Алик ағай беҙгә ниндәй дәрестән керә һуң ул?
Уҡыусылар аптырашта ҡалды.
Фото:

Фото: Яндекс Дзен