+15 °С
Облачно
Юмореска
17 Июля 2023, 12:00

Ялтыр баш

Ғәли ҒАТАУЛЛИН (Юмореска) Төн. Туҡталышта Жаббар арлы-бирле йөрөнә. Ҡайҙа олаҡты һуң был автобус?! Поезд китергә бик аҙ ваҡыт ҡалды. Вокзал — йәһәннәмдә. Сит ҡала шул, үҙ ерендә булһа, яйын табыр ине Жаббар. Хөрриәт балалары килеп сығып, бәргеләп китмәһендәр тағы, тип бер аҙ шөрләй ҙә үҙе, шулай ҙа күкрәген киереп йөрөгән була. Хоҙай, үҙең һаҡла!

Добавить в предпочтительные источники Google
Ялтыр башЯлтыр баш
Ялтыр баш

Жаббар килеп туҡтаған машинаның тормоздары һыҙғырыуына һиҫкәнеп китте. Такси икән.

— Нимә, ағай, әллә пес итәһең киләме? Тыз-быз йөрөнәһең, — ти таксист машинаның ишегенән башын тығып.

— Юҡ та, автобус көтәм. Вокзалға.

Егет Жаббарҙың һөйләп бөткәнен көтмәне.

— Әйҙә, ултыр! Автобус әллә була, әллә юҡ. Был ваҡытта юлға сыҡҡас, Өфө поездына инде һин.

Командировкала йөрөп кеҫәһе һайыҡҡан Жаббар таксиҙан ҡурҡа. Шулай ҙа ултырҙы. Аҡса етмәһә, сәғәтте биреп булһа ла бәхилләтермен, тип уйланы.

Такси, кирегә боролдо ла, яҡтыртылған үҙәк урам буйлап бер аҙ барғас, ҡараңғы бер тыҡрыҡҡа боролдо. Жаббарҙың йөрәге ҡыҫылып ҡуйҙы-ҡая бара?

Шофер егет бик телсән булып сыҡты. Һөйләнә лә һөйләнә.

— Һин сит кеше, командировочный инде. Беҙҙекеләр Өфө поезына кистән үк вокзалға төшәләр. Уға билет алыуы ҡыйын. Кем йылғыр — шул китә. Ха-ха...

Егет рәхәтләнеп көлдө лә, кеҫәһенән тараҡ алып, мыйығын тарай башланы.

— Ҡыҫҡартаһы бар, үҫкән. Зилә “Ҡырҡма, үбешкәндә рәхәт, ҡытыҡлай”, ти. Нишләргә икән, ә, ағай?

Таксист ҡулындағы тараҡты башта бысаҡ тип уйлаған Жаббар ыҡ-мыҡ килде.

— Ҡытыҡлағас ни, үҫһен.

— Ю-юҡ, өйләнгәс тә ҡырҡам. Бына, баш кеүек. Ҡара әле!

Егет күн кепкаһын һалды-ярабби, ялт итеп торған тап-таҡыр түгәрәк баш. Компартия осоронда кешеләр ун биш тәүлектән шул ҡиәфәттә сығалар ине. Жаббарҙың йөрәге ҡыҫылды. “Шпана был!” — тигән уй күңелен һыҙҙы. Ә таҡыр баш һөйләүен белә.

— Атайҙан ҡалған бәке бар минең. Шуның менән гел үҙем ҡырам, һай-вай, үткер бәке. Сәсте лә урталай телеп була. Гел үҙем менән йөрөтәм. Бына, күрәһең киләме?

Ҡояш байығас урамға аяҡ баҫырға ла ҡурҡҡан Жаббар  өнһөҙ ҡалды. Ул да түгел, такси уттары төн ҡараңғылығынан ҡул болғаған ике кеше шәүләһен эләктереп алды ла, шулар янына барып шып туҡтаны.

— Бармы? — ти ҡара шәүләләрҙең береһе, асыҡ тәҙерәнән машина эсенә башын тығып. Мине һорай инде был”, — тип ултырғысҡа һеңде Жаббар.

— Бик кәрәк булһа — момент. —Әйҙә ултырығыҙ!

Ике бәндә, ауа-түнә, Жаббарҙың артына кереп ултырҙы. Араҡы иҫе аңҡып тора. “Бөттө баш. Арттан элмәк һалалар инде былар”.

“Волга”, аҙмы-күпме барғас, өй ҡаршыһына туҡталды. Таҡыр баш, йүгереп кенә шунан ниҙер алып сыҡты ла, арттағы кешеләргә бирҙе.

— Тотоғоҙ! Әжере-төн хаҡы.

“Мине һалырға ҡапсыҡ тотторҙо”, — тип шыр ебәрҙе Жаббар һәм, төшөп ҡалмаҡсы булып, ишек тотҡаһын ҡармалай башлаған ине лә “Волга” ырғылып ҡуҙғалды.

Бер аҙҙан теге ике бәндә, рәхмәттәр әйтә-әйтә, таксиҙан төшөп ҡалдылар.

Жаббар еңел һулап ҡуйҙы. Шофер егет һаман һөйләнә.

— Өлгәшәбеҙ, ағай! Хәҙер барып етәбеҙ. Газға тағы баҫам да — һин китәһең Өфөгә. Хәҙер тормоз-мин ҡалам Ишембайҙа. Сөнки бында Зиләйлүк.

Такси, вокзал ҡаршыһындағы майҙанда кәттә генә боролоп, ишек төбөнә үк килеп туҡталды.

— Ағай, тиҙ генә аҡсаңды бир! Билет алып сығам, — ти ауыҙын йырып мыйыҡлы таҡыр баш.

Әле һаман һушын йыя алмаған Жаббар булған аҡсаһын сығарып тотторҙо.

— Ҡурҡма, ағай, ҡулдарың дерелдәмәһен. Ха-ха...

Егет, машинаһын һүндереп  тормайса, йүгерә-атлай вокзалға кереп китте һәм күҙ асып йомған арала әйләнеп тә сыҡты.

— Тот, ағай. Бына билет, бына сдача. Ҡабаланма, поезд әле китмәгән.

Телһеҙ-өнһөҙ ҡалған Жаббар ыҡ-мыҡ килде.

— Һ-һиңә к-күпме түләргә!

Таҡыр баш шарҡылдап көлдө.

— Ха-ха, теге ике сәрхүш һинең өсөн дә түләне. Ярай, ағай, хуш! Бисәңә сәләм әйт!

Егет күн кепкаһын һалып, башын ялтыратып алды ла, китеп барҙы.

Жаббар вокзалға керҙе. Ул кешенең күплеге! Касса янында этеш-төртөш. Поезд килеүе тураһында хәбәр иттеләр. Жаббар перронға сыҡты. Ләкин уның поезға ултыраһы килмәй, ә Ишембайҙың урамынан ҡара мыйыҡлы, ялтыр башлы егетте эҙләп табып, уның арҡаһынан һөйәһе килә ине.

Фото интернеттан.

Автор:
Читайте нас