+30 °С
Болотло
Юмореска
1 Май 2024, 08:00

Ғәләү һәм уның әтәстәре

(Юмористик хикәйә) Иң тәүҙә ун бөртөк тауыҡ, ун бе­ренсегә әтәс алып, ең һыҙ­ғанып та тормай, ҡошсолоҡ эшенә тотондо Ғәләү. Тауыҡтарҙы хәләл ефете һайланы – “корол”мы, “король” мы тоҡомлоһон – йомортҡаны күп һала торғанын. Алған саҡта себештән саҡ ҡына ҙурҙар ине. Бер айҙан ғына та­уыҡҡа оҡшай башланылар. Улар менән ярышып әтәс тә егет ҡорона инде. Ул, көслө затҡа хас сифаттарға эйә булып, кәүҙәгә дастуйын, буйға тауыҡтарҙан ике-өс башҡа ҡалҡыуыраҡ булып үҫте. Үҫеүен үҫте лә ул, ләкин, уҡлау йотҡан­мы ни, бер ниндәй ҙә өн сығармай, тауыҡтар янында уйнап, уларҙың емдәренә булышып тик йөрөй.

Ғәләү һәм уның әтәстәреҒәләү һәм уның әтәстәре
Ғәләү һәм уның әтәстәре

“Был ҡолағы ишетмәгән, теле һөйләшмәгән “немтуй” түгелме икән?” – тигән хафа­ға төштө Ғәләү. – Берәй төрлө ауаз сығарһа ла күңеле тынысланыр ине исмаһам. Юҡ инде, юҡ бер ниндәй ҙә өнө лә хатта. Өҫтәүенә, тауыҡтары ла һаман йомортҡа һалмай...”
Уҙамандың борсолоуҙары урын­һыҙ булды. Тағы ла аҙна – ун көн тигәндә тауыҡтар берәм-һәрәм йомортҡа һала, ә әтәс ниндәйҙер тауыштар сығара башланы! Ки– ки-күк! – булды тәүге өндәре уның. Ләкин уҙаманды был ғына тынысландырманы. Сөнки “немтуй” аҙна – ун көн генә һуҙманы был туҙға яҙмаған көйөн. Инде ай үтеп бара, ә ул һаман да “ки-ки-күк” тә “ки-ки-күк”...
Әтәс тауыштары сыҡҡан кеүек сыға сығыуын, ләкин һуҙып ҡына “Ки-ки-ре-кү-ү-ү-ү-к” тип зыңлата алмай. Эйәрмәҫме икән был тип, бер-ике көн эргәһенә ба­ҫып, уҙа­ман, әтәс моңо­ноң бө­тә нескә­­лек­тәренә тап килтереп, икешәр-өсәр сәғәт бу­йы янын­да йырлап та ҡараны. Ләкин тегеһе әллә Ғә­ләү­ҙең тауышы оҡ­ша­маны, әллә тоны тура килмәне – эйәр­мәне уға.
– Миңә ҡушылырға те­ләмәй, бәлки музыкаль ҡоралға эйәрер, – тигән фекергә килде лә өйҙән баянын һөйрәп сығарҙы. Тыс­ҡылдата ғына теге­не:”до-ми-соль-до-о-о-о-о”, “до-ми-соль-до-о-о-о”... Тауыҡтар, пырылдап, ҡайһыһы-ҡайҙа ниндәй тишек тапты – шунда сумдылар ҙа кем­уҙарҙан йән-фарманға ҡытҡылдай башланылар.
– И-и-и, – тип Ғәләү баян төймә­ләренә баҫты. – До-ми-соль-до-о-о-о...
Тәүҙә аптыраған булды әтәс. Унан ауыҙ эсенән ниҙер мығырҙаны. Ә Ғә­ләү һаман бер үк төймәләрҙе баҫы­уын дауам итте. Әтәс инде иғтибар­лыраҡ була барҙы. Хатта баян ҡо­саҡ­ла­ған Ғәләү янына яҡыныраҡ уҡ килеп баҫты. Яй ғына тауыш юғары­лығына көй­ләнеп, бер заман “ки-ки-ре-кү-ү-ү-ү-к” тип бар донъяны зыңлатмаһынмы... Ғәләүҙең түбәһе күккә тейҙе, төймә­ләр­гә өҙөп тә, һуҙып та тағы дәртлә­не­берәк баҫты, басын да ҡушып ебәрҙе. Әтәс тә үҙ моңонан бик ҡәнәғәт: ҡанат­тарын ҡаға-ҡаға бер-бер артлы “кикирекүген” һуҙҙы ла һуҙҙы. Уға ҡасабаның барлы-юҡлы тағы бер-нисә әтәсе лә ҡушылды.
Музыка дәресе иҫ киткес ҙур уңыш менән тамамланды. Тырыш­ҡан – тапҡан, ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан, тип юҡҡа ғына әйтмәйҙәр икән. Айыуҙы ла бе­йергә өйрәтәләр, был йоҙ­роҡ ҙурлыҡ әтәскә баш була алмаймы ни Ғәләү, – хужа ла үҙе менән ҡаты ғына ғорурланып ҡуйҙы.
Хәҙер көн дә иртән әтәс­тең моңло тауышы күңел­дәргә һары май булып яғыла. Ә моңло тауыш ху­жаһына ото­ро дәрт, ҡеүәт өҫтәлде. Хәҙер ул иртән, Гастелло ише таранға барамы ни, ке­тәк­тә ултырған еренән шундуҡ бер-нисә тауыҡ өҫтө­нә менеп төшә. Тауыҡ­тарҙың әтәскә ҡараштары үҙгәрҙе, кәйефтәре шәп. Йоморт­ҡа һалыу эшендәге производство күр­һәт­кестәре көндән-көн үҫте. Әтәстең абруйы бермә-бер арт­ты. Әллә үтә маҡталыуҙан күҙекте был шайтан ал­ғыры – Ғәләү әтәсе, суҡы­шын күтәреп, холоҡһоҙ­лана башланы.
...Бер көндө ҡунаҡҡа ҡайтҡан ейән­сәре, тауыҡтарҙы ҡарайым тип ҡураға сыҡһа, ни ғәләмәт, теге яңы ғына йүн­ле-рәтле әтәс тауыштары сыға­рыр­ға өйрәнгән нәмәҫтәкәй ҡыҙыҡайҙы со­ҡор­ға осоп-ҡуна. Бәләкәс, йөҙөн ҡап­ла­ған да, бер ни эшләй алмай ҡатҡан да ҡалған. Ғүмерҙә ҡыланмағанын ҡылана бит ә, муйыны аҫтына килгер, мәлғүн. Йән-фарман ҡураға килеп инде булды Ғәләү, муйынынан эләк­тереп, болғай-болғай һелтәне әтәсте бер яҡҡа. Ләкин ул бының менән генә сикләнеп ҡалманы – ҡыҙыл кикректе әрләүен дауам итте:
– Ах һин – ҡара йөрәк. Нисек баҙнат иттең ейәнсәремә – ташланырға, яһил. Тауыҡтарың­ды ҡыҙғандыңмы ни!?. Бел, ул һинең тауыҡтарыңа тейергә йыйынмай ҙа... Оҙаҡ, бик оҙаҡ “тәрби­ләне” Ғәләү әтәсен. Һуғыш суҡмары, бер өн дә сығармай, башын баҫып, мөйөшкә текәлеп тик торҙо. Ғәйебен аңланы булһа кәрәк...
Ләкин тәрән хаталанған булып сыҡ­ты Ғәләү. Икенсе көндө ем һалам тип кетәклеккә барып инһә, уның үҙенә ташланды яуыз. Был хәл икенсе, өсөн­сө көндө лә ҡабатланды. Ыҡҡа килер­ҙәй булмағас, түҙмәне Ғәләү – әтәстең башын түмәргә һалды.
...Бирер Хоҙай ҡолона, сығарып ҡу­йыр юлына, тип юҡҡа ғына әйтмәгән­дәр, күрәһең. Әмәлгә ҡалғандай, көн­дәрҙән бер көндө Ғәләүгә ауылда йәшәгән дуҫына юл төштө. Ихаталарына барып инһә, йорт тулы тауыҡ быларҙың. Әтәстәре генә биш-алты ыштук.
Ғәләү дуҫына үҙенең “әтәс мажа­раһын” һөй­ләп бирҙе.
– Нимә, брат, тауыҡ­та­рың хәҙер әтәсһеҙ ҡал­дымы ни?
– Әлегә шулайыраҡ...
Дуҫы Ғәләүгә һүҙен дауам итергә бирмәне:
– Ярамай, брат, тауыҡ­тар­ҙы әтәсһеҙ ҡалдырыр­ға – күрәләтә етем итмә, – ти. – Ана алты әтәстең тот любойын, һыйлайым бере­һен үҙеңә.
Тауыҡ тотмаған кешеме ни Ғәләү. Яй ғына ҡоштар янына яҡынлашты. Һикерҙе бере­һенең өҫ­төнә. Тотто. Төҫкә лә нисауа. Ҡау­рый­ҙары ҡуйы ҡыҙыл, һарыраҡ буй-буй һыҙаттары ла бар. Ҡалған ерҙәрен бик тикшереп торманы уҙа­ман. Ысҡынып китмәһен тип, тиҙерәк тоҡҡа тығыу яғын ҡараны.
Ҡайтып, тоҡтоң ауыҙын астылар. Тос ҡына әтәстең мул ғына кикрекле башы күренде. Тик ни ғәләмәт: мул кикрек һул яҡҡа һәленеп төшкән дә шул яҡ күҙҙе ҡаплаған. Әллә тоҡ эсендә имгәткән, әллә паруты шундай – белмәҫһең. Төпсөнөп, әтәс хужаһын борсоп торманылар. Яҙғаны шулдыр инде, тинеләр ҙә ҡуйҙылар. Иң мөһиме тауыҡтарҙы ҡараһа – шул еткән. Ни булһа ла булыр – ебәрҙеләр тегене тауыҡтар янына. Тауыҡтар пыр туҙып бер яҡҡа өйөлдө, әтәс, меҫкен, күҙе күргән яҡҡа боҫто.
Бәхеткә, бындай күренеш итһә, ике-өс көн дауам иткәндер – тауыҡтар күнектеләр яңы әтәскә, хатта эҫенде­ләр тиергә була. Ни тиһәң дә, әтәс – әтәс инде ул – көслө заттан. Ана кеше­ләрҙә лә яңғыҙ бисәләр: “Иҫерек бул­һа ла, ирең булһын, – тип тик-тәккә тәҡрарламайҙар. Ғәләүҙеке лә йәмһе­ҙерәк, ҡартыраҡ булһа ла – әтәс! Иң мөһиме – тауыҡтар ситкә типмәй үҙен – шул еткән. Ә һалбыр кикреккә Ғәләүҙәрҙә нығыраҡ оҡшаны. Элекке хужаһындағы кеүек ялан ҙурлыҡ ихатала аҡ күбеккә батып тауыҡ ҡыуыу юҡ хәҙер – бында бәләкәй генә ҡура­ла бөтә тауыҡтар ҙа эргәңдә. Саҡ ҡына ынтыл – тауыҡ һинеке. Эйе, был йәһәт­тән алтын йүгертелгән ҡыҙыл әтәстең эштәре ал да гөл. Әммә ҡураның бәлә­кәйлеге, әтәстең ауырлығы уға ярайһы уҡ ҙур ҡыйынлыҡ­тар ҙа тыуҙырҙы.
Кетәктән төшә алмай этләнде ул, бахыр. Физика законы буйынса, осоп төшкәндә уның тиҙлеге генә шәбәй­мәй, хәрәкәт инерция­һы ла оҙо­ная. Тимәк, төшөү траек­торияһы ла оҙоная. Шунлыҡтан ҡартлас, ва­ҡы­тында туҡтай алмай, инерция менән “ба-бах” сте­наға килеп бә­релә. Эйе, ишек ара­уы­­ғына тура кил­те­­ре­бе­рәк йүнә­леш ал­­ғанда осош траек­то­рия­һын оҙонай­тып, “йом­шаҡ посадкы” эш­ләү мөм­кин­селеге бар бар­лыҡҡа. Әммә бының өсөн, әлеге лә баяғы, һул күҙен ҡапла­ған ялбыр кикрек ҡамсаулай.
Ауыртыныуҙан, һыҙла­ныуҙар­ҙан та­мам йонсоно бахыр әтәс. Өҫтәүенә, йәше лә апаруҡ ҡына булған, ахыры. Ә ҡартлыҡ, билдәле, шатлыҡ түгел. Ҡыҫ­ҡаһы, тауыҡтар ҡайғыһы китте унан. Улары ла уның тирәләй уралманы. Шулай итеп, ике ҡыш сыҡҡансы эш­лек­тән сыҡты ҡыҙыл әтәс...
Бөгөн Ғәләүҙең тауыҡтарын зифа буйлы, оҙон аяҡлы, туп-тура кикрекле, аҡлы-ҡыҙыллы йылтырап торған ҡау­рыйлы, ыҫпай ҡойроҡло йәп-йәш әтәс ҡарай. Торғаны менән кәртинкә инде!!! Тауыҡтар йәш әтәс өсөн өҙө­лөп тора – өф итеп кенә тоталар үҙен. Шул-шул көслө заттың ҡәҙерен белеү лазым. Быны тауыҡтар ғына түгел, беҙҙең һылыу заттар ҙа ҡолағына киртһен ине...

Мөхәммәт ҒИМАЛОВ.

Автор:
Читайте нас