+30 °С
Болотло
Юмореска
26 Ноябрь 2024, 05:00

Өй коньягы

Хәйҙәр ТАПАҠОВ (Юмористик хикәйә) Бер туған ҡайнағам - бер ҡатлы, эскерһеҙ кеше. Нимә хаҡында һүҙ башлаһаң да шуны ысынға алып, күҙҙәрен тупайтып, ғәжәпләнеп ҡарап ышана ла ҡуя. Ҡатынымдың үпкәләп тыйыуын ҡолағыма ла элмәй, уның менән әңгәмә ҡорғанда саманан аштырып шыттырырға, фәсте­рергә яратам. Шунан ләззәт алам, ҡыҙыҡ табам.

Өй коньягыӨй коньягы
Өй коньягы

Ҡунаҡ йыйып алырға иттек. Абруйлы табынға ике шешә затлы коньяк та һатып алдым. Ҡатыным, шартына тап килтереп, шешә­ләрҙәген гәлсәр графинға ҡойҙо.
Ҡайнағам эсемлекте тейешенсә, юғары баһаланы:
– Шәп бит был нәмәң, кейәү!
– Бәй, аҡса емеше түгел, баҡса емеше, абруйлы ҡунаҡтарым тәмләп ҡараһын, тип өй шарттарында маташтырҙым, теп-теүәл, һуңламай мәжлес көнөнә өлгөрттөм.
– Нишләптер тәүләп ауыҙ итеүем, был хаҡта элгәре тумбытманың да?
– Һорамағас өндәшмәгәйнем…
Ҡатыным ҡыҫыла һалды:
– Бынау француз салатын тәмләп ҡарайһыңмы, ағай? – Минең яҡҡа уҫал тексәйҙе. – Ә һин юҡ-барҙы тылҡығансы башҡа ҡунаҡтарҙы ла ҡара!
Һауа алыштырырға сыҡҡас ҡайнағам эргәмә килде:
– Ҡарындаш өҫтәл артында һөйләшеп бөтөргә бирмәне.
– Күп һөйләйһең тип ул мине гел шулайтып тыя ла ҡуя.
– Теге өй коньягын нисегерәк итеп эшләргә кәрәклекте төшөндөр әле?
– Бөтә кеше өйҙә генә коньяк етештерә башлаһа магазиндағын кем һатып алыр?
– Ә мин һине иң яҡшы кейәүҙәрем исемлегендә йөрөткән булам тағы.
– Ярай, сер генә итеп еткерәм, тик башҡаларға таратаһы булма, шундуҡ отоп алырҙар! – Тегене ситкәрәк алып киттем. – Ызнашит, былай: 10 литр биҙрәне мөлдөрәмә тултыр­ғансы һыра ҡояһың да шунда ун ҡап плиткәле шоколад төшөрәһең, шунан уны йылы ергә урынлаштыраһың. Ун көндән коньяк әҙер! Магазиндан шешәләп кенә һатып алаһың, ә бында мөлдөрәмә тулы бер биҙрә, күҙ алдыңа килтер!
Ҡайнағам бер биҙрә сифатлы эсемлекте күҙ алдына килтергәндер, күрәһең, ҡарашы янып китте.
Аҙна самаһы үткәс телефон шылтыраны:
– Кейәү, биҙрәләге нәмә артаған ҡымыҙҙай ҡызлап тик ултыра, өлгөрөргә йыйынмай ҙа!
– Ун көн көт, тинем түгелме?
– Бер аҙна, бер көн түгел.
– Ашыҡҡан – ашҡа бешкән!
– Әйтәм бит, шыпа ла ғына бешергә йыйынмай, теге саҡ берәй ғилләһен әйтеп еткермәнеңме әллә?
– Һыраңдың маркаһы йүнлеме?
– «Жигулевский».
– Тауарҙың һәйбәтен, ҡиммәтлеһен һайлағанһың. Шоколадтарыңдың атамаһы?
– Булғас булһын, тип «Альпен гольд»ты алғайным.
– Маладис. Әле өлгөрмәгән коньягың ниндәйерәк төҫтә?
– Нисек бар - шулай.
– Бына быныһы насар.
– Әйтмә лә, насар ғына түгел, хөрт, тегендә төшөргән кәнфиттәрем, йылға төбөнә ятҡан мәте һымаҡ, биҙрә төбөнә һылашҡан.
– Һауытты ҡайҙа урынлаштырҙың?
– Баҡсаға, сейә, ҡарағат ҡыуаҡтары араһына, бисә күҙенән йырағыраҡ ергә.
– Һауытты толобоң менән ура ла ауыҙына резина бирсәткә кейҙер. Эсемлек әҙер булһа, “привет”, тип әллә ҡайҙан ҡулын болғап торор шул саҡта. Шоколадтарҙы шул килеш төшөрҙөңмө?
– Һуң шулай тип өйрәттең түгелме?
– Хәтереңде эт талағыры, әйтеп еткермәгәнмен дә баһа! Уларҙы иң тәүҙә ит турағыстан үткәрергә, йә ҡырғыста ҡырырға кәрәк. Тиҙ иреп һыраны әсетһен өсөн шулай эшләнә. Шунан һыраны көнөнә дүрт тапҡыр, иртәнсәк, төшкөһөн, кискеһен болғап тороу мотлаҡ.
– Погоди, дүрт тапҡыр тинең?
– Дүртенсеһен төнгө ун икелә, бер минут алдан ашығырға, йә һуңларға ярамай.
– Был мәшәҡәт хас та аптекала дарыу етештереүгә тиң икән.
– Әсе ҡатыҡтан әүәләнгән айран түгел, хан ауыҙ итер һый бит, ни тиһәң дә.
– Нимә менән болғарға?
– Ҡымыҙ һоҫа торған ағас ижау менән!
– Ул һирәк осраған нәмәне ҡайҙан табайым, балауник барамы?
– Һин нимә, тимер, әлүмин шунда уҡ коньяктың тәмен боҙасаҡ.
– Уратҡансы-сурытҡансы улайһа өйрәт әмәлен?
– Күлдәк еңен терһәккәсә төрөп ебәреп ҡулың менән маташтыр!
– Нисегерәк болғарға?
– Болғансыҡ һыу менән эш итмәйһең, талғын ғына итеп уң яҡтан һул яҡҡа табан.
– Әгәр һулаҡайға табан һапыр­һамсы?
– Шөғөлөң ыңғай осланһын, тиһәң, бөтә башлағаныңды ла бисмиллаңды әйтеп уңға ҡарай йүнәлт, уңға ҡайыр.

– Һе, һин бигерәк килештерәһең.
– Килештермәйем, нисек бар шулай өйрәтәм: бына Молдавиялағы вино әсеткән ҡатындар виноградты тимер һыҡтырғыстан үткәрмәйҙәр бит, итәктәрен панталондарына ҡыҫтырып ебәреп, ойоҡтарын сисеп аяҡтары менән тапайҙар.
– Арттырыуҙың да сиге була.
– Һине ҡасан алдағаным бар?! Кишиневҡа барғанда үҙ күҙҙәрем менән күрҙем, шул шарапты ыңғайы бер тәмләп тә ҡараным.
– Йә, нисегерәк инде?
– Нисегерәк булһын, ҡул эшенә бер ни ҙә етмәй инде ул, урыҫтар әйтмешләй-“ручная”, мин әйткән тәңгәлдә “ножная работа”! Һүҙ сурытабыҙ ҙа ул, әлеге мәлдә ҡайынбикә өйҙәме?
– Эштә. Кискеһен генә ҡайта.
– Был мәшәҡәткә уны ҡатнаштырма, эште харап итерһең. Йәнә ҡатын-ҡыҙҙың ауыҙында һүҙ ятмай, бер-береһенә шылтыратыша һалып баралар.

Ҡыҙыҡтың аҙағын күрергә теләп ҡайнағаларға ашыҡтым. Ул мин барғанда ҡул-башын буяп яртылаш ирегән һоро боламыҡтарҙы ит турағыстан үткәреп аҙаплана ине. Мине күргәс һөрәнләп тә ебәрҙе:
– Теүәл ун көндән ҡунаҡ йыям, кейәү. Табынымдың түрендә булырһың, мин етештергән өй коньягын тәмләп ҡарарһың!

 

Автор:"ҺӘНӘК" журналы
Читайте нас