+28 °С
Болотло
Юмореска
27 Ноябрь 2024, 05:00

Штрафлы шиғыр

Төнгө өстә морон төртә башлаған шиғырын яҫтыҡ аҫтында ятҡан ҡуйын дәфтәренә теркәп ҡуйғас, Зөлфирә тағы татлы йоҡоға талды.Һандуғас һайрауына көйләнгән телефоны теүәл иртәнге етелә уны иркәләп уятты. Инде бөрөләнгән шиғырҙы иләҫләнеп, эстән ҡабатлай-ҡабатлай малайҙарын мәктәпкә оҙатты ла, үҙе эшкә йыйынды. Автобуста барғанда ла әлеге поэтик юлдар үҙенән үҙе теҙелделәр.

Штрафлы шиғырШтрафлы шиғыр
Штрафлы шиғыр

Тәүге күперҙе үтеп барғанда ҡапыл ғына йәйге сағыу көндәр күҙ алдына килеп:
Дим буйҙары һары сәскә,
Төшәһең дә өҙәһең, - тип йырлап та алды, күңелле ине Зөлфирәгә, шиғырҙа кәлепләнеп бөттө тиерлек, шәп булырға оҡшаған.
Бына руссанан башҡортсаға тиҫкәре тәржемә ителгән туҡталышты иғлан итеп, автобустан төшкәс, юл аша ғына күренеп торған эш урынына ҡарап торҙо ла, һулда ла уңда ла машина фәлән күренмәгәс йүгерә-атлай тураға ынтылды.
Ҡаршы яҡтың бордюрына аяҡ баҫып та өлгәрмәне, ҡайҙандыр пәйҙә булған ГАИ хеҙмәткәренең:

- Гражданка, почему нарушаем правила? - тигән тауышына терт итеп ҡалды Зөлфирә.
- Капитан Кабиров, предьявите ваши документы, тип честь биреп ҡулдарын бүрегенә тигеҙеп алған хеҙмәткәргә, йыланға арбалған ҡуяндай паспортын сығарып та бирҙе. Капитан, ни өсөн рөхсәт ителмәгән урындан йөрөргә ярамай икәнлеген аңлатып протокол төҙөй башлағас, ул иҫенә килеп, мин башҡа улай итмәйем, юл ҡағиҙәһен боҙмайасаҡмын, шиғыр яҙам, әҙәбиәт музейында эшләйем тиеүе, хатта бер таныш гаишныгының исемен әйтеүе лә Кәбировҡа бер ҙә тәьҫир итмәне.
Бына һеҙгә ҡағиҙәне боҙған өсөн биш йөҙ һумлыҡ штраф, башҡа улай итмәгеҙ тип ҡағыҙын тотторҙо ла ГАИ хеҙмәткәре, ары китте.
Зөлфирә үрһәләнеп, "козел", "ментяра" , бер юлға ебәрһә лә булыр ине тип эстән әрләне уны. Шәп шиғыр түгел, штрафлы шиғыр булды был, "ҡороғор" тиеп, эш урынына атланы беҙҙең шағирәбеҙ.

Фото: culture.ru

Автор:
Читайте нас