+30 °С
Болотло
Юмореска
31 Ғинуар 2025, 09:00

Тәгәрмәсһеҙ сана

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ Билдәле ғалим һәм уйлап табыусы, йылдар буйы үҙенең бер ҡоролмаһына патент ала алмай йонсой торғас, ниһайәт, Эксперттар советынан саҡырыу алды. Ундай саҡырыуҙарҙы тәүгә генә алмай ғалим. Шуға ла юғары урынға нисегерәк әҙерләнеп барырға кәрәклеген яҡшы белә. Был юлы ла юғалып ҡалмаҫ.

Тәгәрмәсһеҙ санаТәгәрмәсһеҙ сана
Тәгәрмәсһеҙ сана

Эксперттар менән интернет аша хатлашыуҙарын тулыһынса ҡағыҙға күсерҙе, чертеждарын ватманға һыҙып сыҡты. Йә компьютерҙары эшләмәҫ, йә тағы берәй юҡ-бар ғына һылтау тапҡан булып, үҙе менән һөйләшеп тә тормай, ҡайтарып ебәрерҙәр. Һинең күпме көс-тир, аҡса түгеп, меңләгән саҡрым ара үтеп килеүеңә, буш йөрөп ҡайтыуыңа улар ыжламай ҙа. Ситтән, бигерәк тә бәләкәй ҡалаларҙан, килгән кешене, үҙҙәренән ун тапҡыр белемлерәк һәм аҡыллыраҡ булһа ла, торғаны бер наҙан тип иҫәпләй эксперт тигәндәре. “Үҙебеҙ ҙә ғәйепле инде шул, баш ҡалаға барып кереү менән, быуындар ҡалтырай башлай, кәмһетелергә әҙер торабыҙ”, – тип әсенеп һөйләнде беҙҙең ғалим.
Эксперттар советы тигәне бер йәш кенә егет булып сыҡты. Сәсенең яртыһы тап-таҡыр итеп ҡырылған, ҡырылмаған өлөшө йәм-йәшелгә буялған, бер ҡолағында ҙур алҡа, ҡулында электрон тәмәке.
Уйлап табыусы өҫтәлгә ҡағыҙҙарын таратып һалды, белгестең һорауҙары һәм үҙенең яуаптары тупланған ҡалын папканы ла мөйөшкә ҡуйҙы. Әңгәмәсеһенең аптыраулы ҡарашынан тегенең чертеж да уҡый белмәүен аңланы. Һәм үҙенең быға ла әҙер булыуына һөйөндө.
– Ә миндә һүрәте лә бар, – тип шатланып өндәште ул, портфеленән төрлө төҫтәге ҡәләм менән ҡаты ҡағыҙға төшөрөлгән бер нисә рәсем сығарып.
Эксперттың йөҙөнә нур йүгергән кеүек булды:
– Тәк-тәк, – тигән булды ул һәм һүрәттәргә ҡарап тын ҡалды. – Шулайҙыр тип уйлағайным да, – тип өндәште ниһайәт, – санағыҙҙың тәгәрмәстәре юҡ бит! Нисек йөрөһөн инде ул?
Автор экспертҡа ысын күңелдән ярҙам итергә теләп, былай тине:
– Был бит сана. Уның тәгәрмәсе булмай. – Һәм, үҙе лә һиҙмәҫтән, шыуыу тураһында һөйләп алып китте. – Уның теорияһы ярайһы уҡ ҡатмарлы. – Тағы портфеленә тығылып, бер нисә монографияны эксперт алдына һалды. – Мин сананың табандарына үҙгәреш индерҙем, улар хәҙер бермә-бер тиҙерәк шыуа.
Монографиялар ҙа, авторҙың тырышып-тырмашып һөйләүе лә экспертҡа тәьҫир итмәне.
– Беҙ ҙә арыу ғына беләбеҙ! – тине ул эре генә. – Сана бит ул – ҙур ҡала, ул... ул... – Һүҙ тапмай, туҡталып ҡалды.
– Йемен республикаһының баш ҡалаһы! – тип йәнә ярҙамға килде ғалим, йылмайыуын мыйыҡ аҫтына йәшереп. – Тик ҡаланың бында ни ҡыҫылышы бар?
– Ана бит, үҙегеҙ ҙә белеп тораһығыҙ! – Эксперт мәрхәмәтле йылмайҙы, йәнәһе, был “деревенщинаны” бөтөнләй томанаға һанамай. – Мин иғтибар менән Сана тураһында уҡып сыҡтым, видео ҡараным, унда бер ниндәй ҙә тәгәрмәсһеҙ сана юҡ. Барыһы ла тәгәрмәс өҫтөндә.
– Ғәфү итегеҙ, – күпме түҙеп ултырһа ла, был юлы авторҙың таң ҡалыуы төҫөнә сыҡты. – Йемен бит ул йылы яҡта, унда сана булмауы бер ҙә ғәжәп түгел...
– Һеҙ мине алйотҡа һанамағыҙ! – тип ҡапыл ҡыҙып китте эксперт. – Минең өс юғары белемем бар! – Ул өҫтәл тартмаһынан алдан әҙерләп ҡуйған дипломдарын килтереп сығарҙы. Әйтерһең дә, улар – бәхәстә еңеп сығыу өсөн төп аргумент.
– Әйткәндәй, минең дә дипломым өсәү, – тип йомшаҡ ҡына һүҙ ҡыҫтырҙы ғалим, – үҙегеҙ беләһегеҙ, мин – фән докторы.
– Һеҙгә диплом биргән ил күптән юҡ инде, ә минекеләр өр-яңы. – Эксперт өс дипломын чертеждар өҫтөнә таратып һалды, уларҙың ниндәй фәндәрҙән булғанлығы билдәһеҙ ҡалды. Береһе ҡыҙыл төҫтә ине хатта.
– Минең тағы бер нисә почетлы исемем дә бар, тип маһайҙы тегеһе.
– Беләм, – автор эксперттың биографияһы менән дә танышып өлгөргәйне, – Һеҙ – почетлы дегустатор.
– Ул ғына ла түгел. Мин – почетлы ҡотҡарыусы ла!
Йәне көйә башлаған ғалим түҙмәне.
– Кемде нәмәнән ҡотҡарҙығыҙ? Айҙы ҡояштанмы?
– Телегеҙҙе тыйығыҙ! Барыһын да! Бөтә нәмәнән дә! Әле бына кешелекте бер уйҙырманан, тәгәрмәсһеҙ сананан, ҡотҡарып ултырам. Йәш булһам да, оҙаҡламай һеҙҙе уҙып китермен әле. Атҡаҙанған уйлап табыусы булып ҡына алайым...
Ғалимдың башына елле уй килде:
– Һеҙҙең тәгәрмәс тураһындағы идеяғыҙ бик шәп булмаҡсы, – тине ул бик етди ҡиәфәт менән. – Мин уны ҡулланырға уйлайым. – Ҡыҙыл ҡәләм алып, сананың руле янында төймә ҙурлыҡ ҡына тәгәрмәс төшөрөп ҡуйҙы. – Һеҙгә минең авторҙашым булырға тәҡдим итәм.
Эксперттың йөҙө балҡып китте.
– Аҡыллы кеше менән эш итеүе лә еңел! Был санағыҙға... санабыҙға тиҙ арала патент алырбыҙ, тип ышанам!
Бер айҙан беҙҙең ғалим, унынсы авторҙашының атҡаҙанған уйлап табыусы исемен алыуын ишетте һәм... үҙен ҡотланы.

Автор:
Читайте нас