

Икенсе ишекте шаҡымай ғына асһам, күҙҙәрем аҡайҙы: аҡ халаттағы ир кеше, бер ҡатынды бейек креслоға ултыртып, ауыҙын соҡоп маташа. Теге ҡатын аҡыра, ирекәй үҙе унан нығыраҡ ҡысҡыра. Мине күргәс, бер ыңғайы типмелер:
– Саҡырырмын, күҙһеҙ һарыҡ шикелле ҡайҙа киләһең? – тип екерҙе. Үҙенең күҙҙәренән осҡон сәселә.
– Мин… мине ғәфү итегеҙ. Ҡырҡынсы кабинеттан һеҙгә ебәрҙеләр. Мин эшкә ҡабаланам, минең…
– Дәлше, дәлше, – аҡ халатлы ирекәй һаман креслолағы ҡатындың ауыҙын шаҡарып, көс-хәл менән өндәште. “Дәлше”, – тигәс, мин ишекте теге яҡтан яптым. Тимәк, киләһе кабинетҡа ебәргәндер. Атаҡ, минең сумкала документтарҙан башҡа бер ни юҡ ине. Нишләп улай ҡулдан-ҡулға ебәрҙеләр икән? Улай тиһәң, поликлиникаға ингәндә, ишек төбөндә үк һаҡсы ҡарт сумкамдағы һәр ҡағыҙҙы еҫкәп, тотоп ҡарап тикшереп үткәргәйне…
Киләһе ишек эстән бикле ине. Ыһы, ошонда булырға тейеш. Моғайын, бындағыларға саҡ килеп еткәндер ҙә, әле минең документтарҙы тағы тикшереү менән булаларҙыр…
Бер нисә тапҡыр шаҡығас, астылар. Мине күреү менән, өҫтәл түңәрәкләп ултырған бер нисә йәш ҡыҙый гөр килеп көлөп ебәрҙе. Ыста, тимәк, документтар араһында минең купальник менән төшкән фотоларҙы күргәндәр былар...
Тегеләр көлөүҙән тыйыла алмайҙар ҙа ҡуялар. Шунан мин ымлап, теге кабинетҡа тапшырҙығыҙмы, тип күрһәткәйнем, күмәкләшеп баш һелкеттеләр. Ыһы, бында ла өлгөрмәгәнмен. Моғайын, киләһендә тотоп алырмын.
Шаҡымайынса ҡырҡ бишенсе кабинетҡа барып индем. Тамам хәлдән тайып, йәнем көйә башлағанды һиҙҙереп, ундағы табипҡа уҫал итеп ҡараным. Уныһы мине креслоға ултыртты ла, сүкеш тотоп, тубыҡтарыма алмаш-тилмәш һуҡҡысларға тотондо. Шунан ауыҙымды асырға ла ирек бирмәй:
– Ни булды? Тынысланығыҙ. Ҡара, ҡара, йөрәгең ҡағыуын үҙең ишетәһеңме? Иҫеңде юғалтыуың бар, – тип мыҫҡыллап маташа.
– Юҡ, – мәйтәм, – минең сумка юғалды. Һеҙгә килеп етмәнеме?
– Ниндәй сумка? Килеп етергә аяҡлымы ни ул?
– Шулайыраҡ. Ҡырҡынсы кабинетта ҡалдырғанмын да…
Шунан был апай, минең һөйләп бөткәнде көтмәй, өҫтәлендәге телефон трубкаһына:
— Тиҙ генә бригада ебәрегеҙ. Бында пациенттың ауырыуы шашҡан. Эйе-эйе… — тип әйтеп һалды.
— Мин ауырыу түгел! Үҙегеҙҙе белегеҙ. Һәр береһе миндә әллә нимә табып маташа… Ана, ҡырҡынсы кабинетта ауырыуҙар. Бөтәһе лә шунда башланды. Мин бер ҡултамға артынан ингәйнем. Сумкамды әллә ҡайҙа иттеләр. Хәҙер һеҙҙең арҡала эштән ҡыуылырға тейешменме? Китегеҙ юлымдан. Сығармаһағыҙ, олатайыма шылтыратам. Ул министерствола эшләй… торғайны элек...
Һуңғы һүҙҙәремде ишеткәс, табиб ҡул һелтәне лә, мине төрткөләп тигәндәй сығарып, ишеген эстән бикләп ҡуйҙы.
Киләһе кабинеттың ишеген минең танау төбөндә бикләп ҡуйҙылар. Моғайын, һуңғы күргән табип иҫкәрткәндер. Үҙҙәре ҡулдан-ҡулға йөрөтәләр, үҙҙәре мине ғәйепле кеше ҡиәфәтенә төшөрөп маташалар. Ҡыҙыҡ әҙәмдәр эшләй икән бында…
Тағы ике кабинет тупһаһына баҫтым. Уларҙа ла юҡ. “Сумка” тигән һүҙҙе ишетеү менән ауыҙҙарын ҡыйшайтып, ҡыҙыҡ итеп ҡарай башланылар миңә. Ике сәғәт буйы йүгереп йөрөп, тәк тә сумкамдың эҙенә төшә алманым. Уның ҡарауы, ҡулымда тотҡан ҡәһәрле справка таушалып, сепрәккә әйләнеп бөттө. Эй, кәрәгең бер тин ине, тип уны йомарлап сүп биҙрәһенә ырғыттым. Күҙ-ҡаш араһында ғына шундай юғалтыу мөмкинме һуң? Әйтһәм, кеше ышанмаҫ. Кешеһе кеше әле, фәрештә урынына күргән ап-аҡ халатлылар бында мине алйотҡа әйләндерҙе. Ҡайһылай ҡурҡыныс. Һинең бәләкәй генә сумкаңды һаҡлай алмағандар ҡулына үҙ һаулығыңды нисек ышанып тапшырмаҡ кәрәк?
Күҙҙәремә йәштәр эркелде. Ҡулъяулыҡ эҙләп, кеҫәләремде ҡапшаным. Салбарымдың артҡы кеҫәһендә булырға тейеш, тип ынтылһам, кеҫә эргәһендә сумкам ҡулға эләгеп ҡалды. Атаҡ, баяғы тәүге кабинетҡа ингәс, ҡамасауламаһын, тип арҡыры аҫып, артҡа әйләндереп ҡуйғайным шул…