+30 °С
Болотло
Юмореска
2 Июнь 2025, 06:25

ИШЕТЕП ҠАЛМАҺЫН

Рәзилә ЫРЫҪҠУЖИНА Бөтә урындағы кеүек, беҙҙең ойошмала ла ауыҙыңда һүҙ ятмаған кешеләр бар. Кисә эшкә барыһынан иртәрәк килеп, отчетымды тапшырып ҡуяйым тиһәм, бүлмәмә аяҡ остарында ғына шып итеп Алмабикә апай инде.– Ишеттеңме әле бер хәбәр? – шыбырлап ҡына һөйләшә. – Ишетмәһәң – ишет! – апай, ултырғыс алып, эргәмә килеп ултырҙы. – Наил йәш кәләш алып ята, ти бит!– Нисек инде? – аптырап, ҡысҡырып уҡ һорай ҡуйҙым. – Һуң уның бит ҡарт кәләше әле иҫән!

ИШЕТЕП ҠАЛМАҺЫНИШЕТЕП ҠАЛМАҺЫН
ИШЕТЕП ҠАЛМАҺЫН

– Тссс... Лариса ишетеп ҡалмаһын, бөтә донъяға таратыр! Кисә йоҡлар алдынан Баныу шылтыратып әйтте. Уға Фәүзиә әйткән. Ә Фәүзиәгә – Гөлсөм. Ни булһа ла, Вәкил магазинға Наил менән барып, балдаҡ һайлағандар... имеш. Вәкилдең ҡатыны Емеш, Гөлсөмдөң Сания һеңлеһенә әйткән, ти. Сания баяғы хәбәрҙе Света аша Гөлсөмгә еткергән. Ни булһа ла, Вәкилдең ауыҙынан сыҡҡан хәбәргә ышанып, төн буйы йоҡлай алманым.
– Нишләп йоҡламаның? Наилдың ҡатынын йәлләнеңме?
– Һии, йәлләне, ти? Уның ҡатыны ысынлап бармы, юҡмы икәнен бер кем дә белмәй. Мин ни... Һуң, бер кемгә лә һөйләмәйенсә, йоҡлап ҡара?! Һиңә генә сер итеп әйтеп ултырам, әлегә бер кем дә белмәй... шикелле.
Отчет ҡайғыһы китте. Алмабикә апайҙың бер туҡтауһыҙ һөйләүҙәренә бирелеп киттем: уйҙарымда Наил ағайҙы күрә алмай башланым. Нисек инде бер ҡатын өҫтөнә икенсеһен алырға мөмкин? Коллективта йылмайып ҡына, артыҡ һөйләшмәй йөрөй ҙә ул, өйөндә, моғайын, мыжыҡтыр әле! Ә балдаҡҡа аҡса ҡайҙан алды икән? Ҡатыны бер ҡайҙа ла эшләмәй, ти ҙә баһа! Эшләмәгән яңғыҙ ҡатынын ҡалдырып, йәш кәләш... юҡ, бының булыуы мөмкин түгел! Тегеһен ҡайҙа итер? Инженерҙың аҙ ғына эш хаҡына икенсе кәләш, имеш...
Шул урында ипләп баҫып Лариса килеп инмәһә, Алмабикә һаман туҡтамай һөйләр ҙә һөйләр ине, валлаһи! Ә мин, уйҙарымда, моғайын, Наил ағайҙы үлтерер сиккә етер инем...
– Һиндә йомош бар ине.
Лариса миңә ҡараны. Быныһы сығып китергә ашыҡмай.
– Эйе, Лариса Рәйесовна, тыңлайым. Отчет менән ултырған булам да... Тапшырып ҡуйырға ине.
– Улайһа, сығып китәйем. Тик, һылыуым, баяғы мин әйткәнде онотма, – Алмабикә апайым миңә күҙ ҡыҫты.
Лариса килеп ултырҙы ла, теҙҙе генә:
– Һылыуым, әлдә генә һин бөгөн иртәрәк килгәнһең! Һин булмаһаң, кемгә һөйләр инем: Вәкил ағай ситкә йөрөй башлаған, ти! Кисә, ҡараңғы төшкәс, Наил менән ювелир магазинына инеп, саф алтындан сылбыр һайлаған, ти!
– Нисек инде? Һуң уның бит ҡатыны, балалары, ҡәйнәһе бар! – мин дә ролгә индем, был юлы ысынлап аптыраған төҫ сығарҙым.
– Тссс... Алмабикә ишетеп ҡалмаһын, бөтә донъяға таратыр! Кисә йоҡлар алдынан Һәҙиә йәндәшем шылтыратты. Ул да аптырай шул! Уға, беләһеңме кем, беҙҙең етәксенең секретары Баныу шыбырлаған. Уға Фәүзиә әйткән. Ә Фәүзиәгә – Гөлсөм. Ни булһа ла, Наил магазинға Вәкил менән барып, баяғы саф алтынын һайлағандар, ти бит һуң! Наилдың ҡатыны Сәйҙә Гөлсөмдөң Сания һеңлеһенә әйткән, ти. Сания баяғы хәбәрҙе Света аша Гөлсөмгә еткергән. Бөгөнгө төндә йоҡо булманы минең...
– Нишләп йоҡламаның? Вәкилдең ҡатыны һеҙҙең таныш инеме? Шуны йәлләп йоҡламанығыҙмы? Лариса апай, бигерәк кеше йәнлеһегеҙ шул.
– Һии, йәлләне, ти? Уның ҡатыны ысынлап бармы, юҡмы икәнен бер кем дә белмәй. Мин, мин... Һуң, бер кемгә лә һөйләмәйенсә, йоҡлап була тиме?!. Бына һиңә әйткәйнем, рәхәт булып китте. Ләкин, был хәбәр икебеҙ араһында ҡалһын, йәме! Сер! Әлегә бер кем дә белмәй... шикелле.
Бөтә урындағы кеүек, беҙҙең колхозда ла, әй, ойошмала ҡай саҡ иртәләр бына ошондай буталсыҡ башлана ла, көн буйы эшләп булмай ҙа ҡуя. Бер кемгә лә һөйләмәйенсә, отчет эшләп ҡара инде хәҙер бына... Тссс, һеҙгә генә асылам, тегеләр ишетеп ҡалмаһын! Тыуған көнөмә ювелир магазинынан сертификат бүләк иткәйне әхирәттәрем, шуның ҡулланыу ваҡыты үтеп бара. Магазинға сығырға ваҡытым юҡ, бынау отчеттан ҡотола алмайым, тигәйнем инде. Ә беҙҙең цехтағы Вәкил һәм Наил ағайҙар төшкө ашҡа шул магазин эргәһендәге кафеға йөрөй... Улар миңә кисә алтын сынйыр менән балдаҡ алып килде.

Автор:
Читайте нас