

– Ҡартайыу ғәләмәте инде, йәш тә бара бит. Яңыраҡ диспансеризация үттем. Анализдарым һәйбәт, тине врач.
– Эй, ул врачтар нимә белә инде. Бына беҙ кешеләрҙе паразитарҙан ҡотҡарабыҙ. Күреп торам, һине лә паразиттар баҫып алған. Улар беленмәй, һиҙелмәй ҙә. Эстән генә кешенең организмын кимерә. Кесаҙна көн беҙҙең офисҡа кил әле, унда ныҡлап тикшерербеҙ.
– Сәғәт нисәгә? – тип ризалашҡанымды һиҙмәй ҙә ҡалдым.
– Һуңламай сәғәт киске бишкә килеп ет. Мин ҡаршы алырмын.
Минең күңелгә шик төштө, ысынлап та, һуңғы арала йүнләп йоҡлай алмайым. Уйланып йөрөнөм дә, Мәсниә әйткән адрес буйынса барҙым. Мине күптән көткән ҡунаҡ кеүек ҡаршы алдылар. Бизнес-үҙәктең дүртенсә ҡатындағы ҙур ғына бүлмәгә байтаҡ кеше йыйылғайны. Түрҙә Мәсниә, йәшерәк бер ханым һәм өс әбей ултыра. “Бына был апайҙар кисә генә Египеттан ҡайтты. Был хөрмәтле ханымдар беҙҙең компанияла тырышып эшләп, тиҙ арала юғары кимәлгә күтәрелде. Шуның өсөн беҙҙең компания уларға Мысырға сәйәхәт бүләк итте”.
– Ярай әле ошо компанияға кергәнбеҙ, аҡса ла тамып тора, сәйәхәт тә ҡылабыҙ, тип маҡтанышты әбейҙәр. Шунан стенаға беркетелгән телевизор экранынан “Паразиттар” тип аталған фильм күрһәттеләр. Һыу, ризыҡ менән бергә кешенең эсенә төрлө паразиттар, күҙгә күренмәгән ҡылйыландар, бөжәктәр керә икән. Улар тиҙ арала үрсейҙәр. Шунан эске ағзаларҙы, мейе менән күҙ алмаларын ашай, кимерә башлайҙар икән. Кеше төрлө сиргә дусар була, хатта иҫәрләнә башлай икән. Быға тиклем ундай хәлде ишеткән, күргән булмағас, мин ҡурҡып ҡалдым. Тимәк, миндә лә ҡоротҡос паразиттар бик күп булып сыға!
Кино тамам булғас, Сәғиҙә исемле матур ҡатын бер нисә төрлө быяла флакон сығарҙы ла, ундағы дарыуҙарҙың файҙаһы тураһында һөйләргә тотондо: “Был таблеткалар кешегә эйәләшкән паразиттарҙан ғына ҡотҡармай, мең төрлө сирҙән дауа. Һимеҙ кешене ябыҡтыра, ябығына ит ҡундыра. Шул тиклем маҡтағас, егерме меңлек дарыу һатып алдым. Өйгә ҡайтҡас та эсә башланым. Эсте ныҡ йомшарта икән, ике көн бәҙрәфтән сыҡманым да ҡуйҙым. Ябығып, һурылып киттем. Ҡатын: “Алйотто сәсеп үҫтермәйҙәр, үҙе үҫә. Күрәләтә сир һатып алғанһың”, - тип әрләй. Ул эс китеүгә ҡаршы дарыу биргәс, туҡтағандай булды. Мәсниәгә шылтыратҡайным, ул: “Борсолма, Хәниф, ул шулай булырға тейеш, тимәк, эсеңдәге паразиттар сыға башлаған. Иртәгә офисҡа кил. Аураңды тикшерергә кәрәк. Һинең аураң да боҙолған булырға тейеш”, - тине.
Тағы барҙым офисҡа. Сәғиҙә мине фотоға төшөрөп алды ла, бер прибор өҫтөнә ҡуйҙы. Ноутбуктағы экранда минең йәмһеҙ, бөршәйгән йөҙөм күренде. “Һеҙҙең точно аурағыҙ боҙолған, - тине Сәғиҙә, - уны кисекмәҫтән таҙартырға кәрәк. Юғиһә, көндән-көн һаулығығыҙ ҡаҡшаясаҡ. Унан инде үлергә лә күп ҡалмай.
– Нисек таҙартырға һуң аураны, - тип һораным Сәғиҙәнән.
– Бына был приборҙар ярҙамында, тип Сәғиҙә ҡауырһын тышлы һабын һауытынан йоҡараҡ нәмәләр килтереп сығарҙы.
Был хикмәтле приборҙар фәндең, яңы технологияларҙың яңы ҡаҙанышы! Төрлө сирҙәрҙе, боҙом-сихырҙарҙы алып ташлай. Береһе ун мең генә тора. Әйткәндәй, фатирығыҙ нисә бүлмәле?
– Өс.
– Үҙегеҙ менән йөрөтөргә берҙе, һәр бер бүлмәгә. Шулай уҡ аш бүлмәһенә, бәҙрәфкә, ваннаға, балконға ла алығыҙ. Өйөгөҙҙө таҙартығыҙ. Сәғиҙә күрһәтеп маҡтаған нәмәләр һикһән меңгә төштө. Ул өйрәткәнсә, һәр бүлмәнең мөйөшөнә ҡуйып сыҡтым. Аҙна-ун көндән тағы Мәсниә шылтырата: “Хәниф, иртәгә офисҡа кил! Мейе тикшерә торған сит ил приборы килде!”
– Беләһеңме, Мәсниә, үҙегеҙ шунда китегеҙ, йәме! Һеҙ үҙегеҙ паразиттар! Яңы кухня гарнитурына йыйған аҡсаны һыуға һалдым. Үкенәм дә бит, һуң инде. Үҙебеҙҙең врачҡа һөйләгәйнем, ул рәхәтләнеп көлдө лә: “Аҡсағыҙ артып барһа, мәйелегеҙ! Паразитҡа ҡаршы дарыуҙар мең тәңкә лә тормай!”- тине.
Фото: Pinterest