+30 °С
Болотло
Юмореска
9 Июль 2025, 09:40

ЙОНДАҘНАМӘ

Вәкил ШӘРӘФЕТДИНОВ (юморескаға оҡшамаған) Айгөл бик бойоҡ ҡиәфәттә әсәһе янына килде, ҡулына әле генә почта йәшнигенән алған гәзит тотҡан.- Аптырайым, әсәй, ошо прогноздарҙы гел уҡып барам, бер тапҡыр ҙа дөрөҫкә сыҡҡаны юҡ. - Ул ҡыҙыл фломастер менән гәзиттең бер нисә еренә һыҙып сыҡты. - Күберәк киреһенсә килеп сыға. Көтөлмәгән табышҡа юлығырһығыҙ, тип яҙылғайны, автобуста телефоным төшөп ҡалған. Уңышһыҙ көн була, өйҙән сыҡмаҫҡа тырышығыҙ тигәс, Өфөгә саңғы ярышына бармай, алдашып тороп ҡалайым тигәйнем, ярай әле, алып киттеләр, беренсе урын алдым. Ундай осраҡтар күп булды инде ул. - Тиҙ генә өҫтәл тартмаһын асып, ҡалын папка килтереп сығарҙы,  бөтә гәзит-журналдағы прогноздарҙы шунда йыйып барған икән.

ЙОНДАҘНАМӘЙОНДАҘНАМӘ
ЙОНДАҘНАМӘ
- Юҡҡа башыңды ҡатырма, ҡыҙым, - тине әсәһе, иҫе китмәй генә. - Был гәзиттә яҙылғанына ғына ышанып барма, беҙҙең тирәлә шәп астролог ҡайҙан булһын. Йондоҙҙарҙы күҙәтеү өсөн телескоп, бүтән төрлө аппаратура кәрәк, улар бик ҡиммәт тора. Өфөнөң планетариендә генә булһа, барҙыр. Беҙ уҡыған саҡта мәктәптә астрономия фәне була торғайны, хәҙер ул да юҡ. Инде күп кеше йондоҙ менән планетаның айырмаһын да белмәй. Зөһрә менән Сулпандың икеһе лә бер үк Венера планетаһы икәнен ишеткәс, аптырап ҡалалар, ышанмайҙар.
- Улай тимә, әсәй. Мин бит интернеттән дә ҡарайым. Унда илдең иң көслө астрологтары яҙа. Альбина, минеке тура килә, тей. Ул гороскоп буйынса ғына йәшәй. Юлда хәүефле, тип фаразлаһалар, мәктәпкә лә бармай.
- Шуға күрә уҡыуының рәте юҡ, - әсәһе Айгөлдө тынысландырырға тырышты. - Эш гороскопта түгел, ә ялҡаулыҡта. Биш минутлыҡ мәктәп юлында ниндәй хәүефлек булһын инде, етмәһә. иптәштәре менән урам тулған. Һин уға ҡарама, һин бит отличница. Астрологтар һүҙен тыңлап, прогул яһап йөрөһәң, өслөнән башың сыҡмаҫ ине.
- Барыбер, бында ниндәйҙер хикмәт бар, - Айгөл һаман үҙенекен тылҡыны. - Әллә минең тыуған көнөм дөрөҫ яҙылмаған микән. Атайымдыҡы ла шулай бит, ул гороскоп буйынса ылаҡ, ә паспортында яҙылғанына ҡараһаң, һыуғояр килеп сыға. Бәлки, минең документтәрем дә буталғандыр, тип уйлайым.
- Юҡты һөйләмә, нишләп буталһын тей ул хәҙерге заманда. Атайыңды бит өләсәйең өйҙә тапҡан, улар йәшәгән ауылда фельдшер әле һаман юҡ, ә ул ваҡытта, ҡышҡы буранда, кем уны балнискә йөрөтһөн. Машина түгел, ат юлы ла юҡ ине, тип һөйләйҙәр. Хәйер, юлы булһа ла, атын ҡайҙан табаһың әле ул, фәҡир генә йәшәгәндәр ул ауылда. Олатайың үҙе урман эшендә, силсәүиткә йөрөргә ваҡыты юҡ, яҙ еткәс кенә бара алған. Ҡайҙа йөрөнөгөҙ әле һаман, тип әрләмәһендәр өсөн, һуңлатып яҙҙырырға башы еткән. Йәй көнө прививка яһарға килгән фельдшер, балағыҙ ҡалай ирәбе тип аптырағанын көлөп иҫкә ала торған булғандар. Электр утын да ун йыл элек кенә үткәрҙеләр, кем кәрәсин, кем сыра яғып көн иткән. Өләсәйеңдең әсәһе иһә, көнөн түгел, тыуған йылын да белмәгән, кейәүгә сығыр алдынан ғына паспорт юллап алғандар.
Айгөлдөң ауылға йәй көнө машинаға ултырып ҡына ҡайтҡаны бар. Ҡышҡы михнәттәр тураһында өләсәһе һөйләгәне булһа ла, күңеленә һеңмәгәндер инде, ун ике йәшлек бала ғына бит ул.
- Электричество булмағас, телефонды нисек зарядкаға ҡуйғандар? Әллә интернет тә булмағанмы? - Хәҙерге заман балаһы инде, элекке тормошто күҙ алдына ла килтермәй.
Әсәһе, күҙ йәштәре атылып сыҡҡансы, бер туҡтамай көлә торғас, хәле бөтөп, диванға ултырҙы.
- Әй, ҡыҙым, ҡыҙым... Таулы Башҡортостанда ҡараңғы ауылдар күп булған инде ул. Гороскоп ҡарап ултырғансы, шул турала берәй китап уҡыр инең. Интернеттә генә түгел, беҙҙең өйҙә лә бар ундай китаптар. - Китап кәштәһенән алып Яңыбай Хамматов һәм Ноғман Мусиндең берәр китабын өҫтәлгә һалды. - Шул заманда уҡ күренекле яҙыусы сығырлыҡ булғас, ауылдары бик үк төпкөл дә булмағандыр әле. Олатайыңдарҙың ауылы бигерәк ҡараңғы булған ул, Ватан һуғышынан һуң ғына балалар күрше ауылға мәктәпкә йөрөй башлаған, ә ололар тәки наҙан булып ҡалған.
... Ял көнө, иртәнсәк торғас та, Айгөл әсәһе янына килде.
- Минеңсә, - тине ул, элеккесә иркәләнеп тормай ғына, - һеҙ мине сабыйҙар йортонан алғанһығыҙ. - Әсәһенең аптырап, һүҙ әйтә алмай тороуынан файҙаланып, дауам итте. - Атайым менән икегеҙҙең дә сәсегеҙ сөм-ҡара, ә минеке һары. Беҙҙең класта барыһының да йә ҡустыһы, йә һеңлеһе бар, ә мин бер үҙем. Өләсәйем былтыр ҡайтҡанда, етем бала алып үҫтергән кеше мең сауаплы була, тип һөйләгәйне, уныһы ла юҡҡа ғына түгелдер.
Әсәһе, илай яҙып, Айгөлдө түшенә ҡыҫты.
- Ҡыҙым, ташла шул гороскопты, уны бит уйлап сығарып яҙалар...
Әммә Айгөл һүҙен бирергә ашыҡманы.
- Уйлап сығарһалар, төрлөсә булыр ине. Мин өс ерҙән ҡарайым, бер төрлө яҙылған. - Көн буйы һөйләшмәй йөрөнө лә, ҡапыл әйтеп һалды. - Беләһеңме, мин Өфөләге астрологты күрергә теләйем.
... Каникулда улар Өфөгә барып, астрологты эҙләп таптылар, ул Айгөлдөң әсәһенән күпкә йәшерәк бер ҡыҙ булып сыҡты. Айгөл үҙе лә уға ышаныр-ышанмаҫ ҡына шикләнеп ҡарап торҙо.
Эштең ниҙә икәнен аңлағас, астролог рәхәтләнеп көлөп ебәрҙе.
- Прогноз бер төрлө була инде, бер ерҙән күсереп яҙғас. Һеҙгә генә әйтәм, һин ул прогноздарҙың һәйбәтенә генә ышан, ҡалғандары исем өсөн генә яҙыла. Үҙеңдеке тура килмәһә, икенсе йондоҙлоҡто уҡы ла ҡуй. Мәҫәлән, ошоно... Уҡып ҡара әле, оҡшаймы?
Өсәүләп уҡырға тотондолар. Яҡын кешегеҙ менән һүҙгә килешкән булһағыҙ, ярашыр өсөн бөгөн иң ҡулай көн тигәнде уҡып бөтөр-бөтмәҫтән, Айгөл әсәһенең ҡосағына ташланды.
P.S. Был материалдың жанры нәмәгә оҡшаған? Ошонда яҙығыҙ. Рәхмәт.
 
Фото: poembook.ru

 

Автор:
Читайте нас